ЖАНРОВЫЕ ОСОБЕННОСТИ СОВРЕМЕННОГО БАШКИРСКОГО ОЧЕРКА (1980-1990) 9785881851880

Китапта 80— 90-сы йылдарҙа республика матбуғат баҫмаларында донъя күргән хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендәге очерктарҙың үҙен­

115 65 2MB

Russian Pages [126] Year 2014

Report DMCA / Copyright

DOWNLOAD PDF FILE

ЖАНРОВЫЕ ОСОБЕННОСТИ СОВРЕМЕННОГО БАШКИРСКОГО ОЧЕРКА (1980-1990)
 9785881851880

  • 0 0 0
  • Like this paper and download? You can publish your own PDF file online for free in a few minutes! Sign Up
File loading please wait...
Citation preview

РӘ СӘ Й Ф Ә Н ДӘ Р АКАДЕМ ИЯҺЫ ӨФӨ ҒИЛМ И ҮҘӘГЕ ТАРИХ, ТЕЛ ҺӘМ Ә ҘӘ БИ Ә Т ИНСТИТУТЫ ФЕДЕРАЛЬ ҒИЛМИ БЮДЖЕТ УЧРЕЖДЕНИЕҺЫ БАШҠОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ ФӘНДӘР АКАДЕМИЯҺЫ ГУМАНИТАР ФӘНДӘР БҮЛЕГЕ

Ф. Б. Юнысова

ХӘҘЕРГЕ БАШҠОРТ ОЧЕРКЫНЫҢ ЖАНР ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ (1980-1990)

РЕ

анлвн

Өфө-2014

УДК 82-4(470.57) ББК 83.3(2Рос.Баш)6-44 Ю 57 Башкортостан Республикаһы Фәндәр академияһының фәнни тикшеренеүҙәр фонды матди ярҙамы менән нәшер ителде Яуаплы мөхәррире филология ф әндәре докторы, профессор Т.Ә. Килмөхәмәтов Рецензенттары: БР Ф А -ның ағза-корреспонденты, филология ф әндәре докторы, профессор Ғ.С. Кунафин, филология ф әндәре кандидаты Ә.Х. Вилданов, филология фәндәре докторы Н.Ә. Хөббитдинова

Ю 57

Юнысова Ф.Б. Хәҙерге башкорт очеркының жанр үҙенсәлектәре (1980— 1990) / РФА ӨҒҮ-нең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институ­ ты. — Өфө: Ғилем, Башк. энцкл., 2014. — 124 бит. ISBN 978-5-88185-188-0 Китапта 80—90-сы йылдарҙа республика матбуғат баҫмаларында донъя күргән хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендәге очерктарҙың үҙен­ сәлекле өлгөләре тупланды. Очерк жанрының барлыҡҡа килеү һәм формалашыу тарихы, жанр тәбиғәте, төрҙәре һәм үҙенсәлектәре тикшерелде. Был жанрҙа башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен уңыш ­ лы ҡулланған авторҙарҙың яҙмалары миҫал итеп бирелде. Китап әҙәбиәт белгестәренә, уҡыусыларға, филология факуль­ теты студенттарына, башҡорт әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһыныусы­ ларға һәм киң ҡатлам уҡыусыларына тәғәйенләнә. УДК 82-4(470.S7) ББК 83.3(2Рос.Баш)6-44

ISBN 978-5-88185-188-0

© Ю нысова Ф .Б., 2014 © «Башҡорт энциклопедияһы» ҒНК «Ғилем» нәш риәте, 2014

Әсәйем Ю лмөхәмәт ова Зәйтүнә Сәләхетдин ҡы^ы менән атайым Ю лмөхәмәтов Барый Ғәли улының яҡт ы иҫтәлегенә арнайым,

ИНЕШ Башҡорт әҙәбиәте үҙенең милли һыҙаттарын һаҡлап, оҙай­ лы үҫеш юлы үтә. Ул башҡорт халҡының иң бай традициялары өлгөһөндә көнсығыш, һуңынан көнбайыш әҙәбиәте йоғонто­ һонда үҫешә һәм башҡалар тәжрибәһен — урыҫ, татар әҙәбиә­ тен өйрәнә. Йылдар буйы дауам иткән идеологик мөһөрҙән азат ителеп, «конфликтһыҙ теория» шауҡымын кисерә. Илде тетрә­ теп үткән инҡилаптар, ауыл хужалығын тергеҙеү, коллектив­ лаштырыу, индустриялаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, һуғыш­ тан һуңғы осорҙар һынылышын үтеп, башҡорт әҙәбиәте үҙенең бай һәм ҡатмарлы тарихы менән яңы быуатҡа аяҡ баҫа. Башҡорт әҙәбиәтенең бөтә донъя әҙәбиәте кимәленә күтәрелеүе мөһим бер күренеш. Үҙҙәренең жанр үҙенсәлектәрен һаҡлап, үҫеш, үҙгәреш кисергән роман, повесть, хикәйә, но­ велла, очерк, поэма, шиғыр, трагедия, комедия, драма баш­ ҡорт әҙәбиәте поэтикаһын байытып, һәр береһе ҡиммәтен юғалтмаған әҙәби күренешкә әйләнде. 80—90-сы йылдарҙа башҡорт әҙәбиәт ғилемендә һәм тәнҡит өлкәһендә яңы үҫеш күҙәтелә. М.Ф. Ғәйнуллин, Ә.Х. Вахи­ тов, Ғ.Б. Хөсәйенов, З.Ә. Нурғәлин, В.И. Әхмәҙиев, Р.Н. Ба­ йымов, Ғ.С. Кунафин, Т.Ә. Килмөхәмәтов, Р.Б. Әхмәҙиев, З.Я. Шәрипова, Г.Н. Гәрәева, М.Х. Нәҙерғолов кеүек ғалим­ дарҙың проза, поэзия, драматургияға арналған монография­ лары н да һәр ә ҙәб и төр һәм ж ан рҙар тарихы хаҡы нда дөйөмләштерелгән төплө фекерҙәр әйтелде1. Әҙәбиәт тарихы '-Ғәйнуллин М.Ф. Ы сынбарлыҡ. Конфликт. Характер. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1974; Шул уҡ. Башҡорт совет драматургияһының үҫеш тенден­ циялары. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1985; Вахитов Ә.Х. Офоҡтар ки3

һ әм те о р и яһ ы ө л к әһ е н д әге оҙай л ы ти к ш е р ен е ү ҙәр ҙе ң һөҙөмтәһе булып быуаттарға тиң, алты томлыҡ фундаменталь хеҙмәт «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» һәм «Башҡорт әҙәбиәте антологияһы»ның ике китабы, рус телендә «История баш­ кирской литературы», «История башкирской антологии» ки­ таптарының беренсе томы донъя күрҙе. Очерк художестволы-публицистик жанр булараҡ, әҙәбиә­ тебеҙҙең байтаҡ жанрҙары кеүек үк, күптән йәшәп килә. Был жанрҙың тамырҙары быуаттар төпкөлөндә ята. Уның өлгөләрен боронғо төрки тарихи яҙмаларҙа, суфыйсылыҡ әҙәбиәте әҫәрҙәрендә осратырға мөмкин. Очерк — реаль тормошта булған хәл-ваҡиғаларҙы, унда ҡатнашҡан кешеләрҙе документаль дөрөҫлөктә (үҙгәртмәйенсә) һүрәтләгән бәләкәй күләмле эпик жанрҙарҙың береһе. К. Әх­ мәтйәнов, мәҫәлән, үҙенең «Әҙәбиәт теорияһы» тигән хеҙмә­ тендә очерк тураһында былай ти: «Документаллеккә нигеҙләнеүе м ен ән очерк худож естволы ә ҙәб и ә т тең иж тимағи фәндәргә иң яҡын торған жанры иҫәпләнә. Тормоштоң кон­ крет бер күренешен өйрәнеү үҙенсәлеге уны фәнгә яҡынайтңәйгәндә. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1979; Хөсәйенов Ғ.Б. Заман. Әҙәбиәт. Әҙип. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1978; Шул уҡ. Быуаттар тауышы. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1984; Шул уҡ. Ижад серҙәре. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1995; Нургәлин З.Ә. Заман һәм герой. —Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1975; Әхмәҙи­ ев В.И. Быуындар бәйләнеше. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1985; Баимов Р.Н. Ш аг в зрелость. —Уфа: Баш к. кн. изд-во, 1975; Тот же. Судьба жанра. — Уфа: Башк. кн. изд-во, 1984; Килмөхәмәтов Т.Ә. Баш ҡорт трагедияһының поэтикаһы. — Өфө: БДУ, 1983; Килмөхәмәтов Т.Ә. Баш ҡорт трагедияһы­ ны ң поэтика мәсьәләләре. — Өфө: БДУ, 1984; Килмөхәмәтов Т.Ә. Д рам а­ тургия һәм драматургтар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1985; Кильмухаметов Т.А. П оэтика баш кирской драматургии. —Уфа; Китап, 2008; Ҡунафин Ғ.С. XIX быуаттың икенсе яртыһында башҡорт әҙәбиәте. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1991; Әхмәҙиев Р.Б. Хәҙерге башҡорт драматургияһының жанр-стиль эҙләнеүҙәре. — Өфө: Китап, 2003; Әхмәҙиев Р.Б. Хәҙерге башҡорт драма­ тургияһы (конфликт тәбиғәте һәм жанр формаларының төрлөлөгө). — Өфө: БДУ, 2003; Нәҙерголов М.Х. XIX—XX быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. — Өфө; Ғилем, 2004; Шәрипова З.Я. Ә ҙәбиәт ғилеме һәм заман. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1996; Гәрәева Т.Н. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. — Өфө: БДУ, 2003. 4

һа, был күренеште художестволы формала биреү менән ул — әҙәбиәт»2. һүҙ барған жанр, әйтеүебеҙсә, әҙәбиәт ғилемендә киң өйрәнелгән. Фундаменталь хеҙмәттәрҙә, әҙәби-тәнҡит мәҡәлә­ ләрендә очерктың жанр булараҡ формалашыуы, үҫеше һәм жанр-стиль мәсьәләләре тикшерелә. Бында А. Карнайҙың, Ә. Вәлиҙең сығыштары, Ә. Вахитовтың, Р. Әмировтың хеҙ­ мәттәре күҙ уңында тотола. Заманында башҡорт әҙәбиәтен очерк жанры тураһында А. Карнай тос фекер әйткән. Ул 1935 йылда «Октябрь» жур­ налының 9—10-сы һандарында баҫылған «Очерк тураһында»ғы мәҡәләһендә был жанрҙың үҙенсәлектәрен тикшерә, «матур әҙәбиәттең үгәй балаһы» тигән кире ҡараштарға яуап итеп, очерктың матур әҙәбиәттең башҡа төрҙәре — хикәйә, повесть кеүек жанрҙары менән бер хоҡуҡта йәшәргә хаҡлығын бел­ дерә3. Шулай ҙа Әнүр Вахитовтың ижады башҡорт әҙәбиә­ тендә очерк жанры хаҡында махсус тикшеренеүҙе башлап ебәреүе менән әһәмиәтле. Автор «Офоҡтар киңәйгәндә» тигән хеҙмәтендә баш ­ ҡорт совет әҙәбиәтендә хикәйә, очерк, нәҫер, повесть кеүек бәләкәй проза жанрҙарының үҫеш проблемаларына туҡтала (ете бүлектең өсәүһе очеркка арналған). Ә. Вахитов был жанр­ ҙарға теоретик байҡау яһай һәм артабан ошо нигеҙҙә уларҙың үҫеш тарихын төрлө яҡлап анализлай. Очерк жанрына арнал­ ған бүлектәрҙә был жанрҙың заман талабына ярашлы эволю­ цияһы тасуирлана, уларҙың «ябай ваҡиға тасуирынан ысын худож естволы асы ш » д ә р ә ж ә һ е н ә кү тәр ел еү п р о ц есы күрһәтелә. Шулай уҡ традиция һәм новаторлыҡ мәсьәләләре, яҙыусының әҙәби оҫталығы ла ҡарала. Әҙип очеркты заман үҫешендәге ижтимағи-социаль, мо­ раль-этик проблемаларға бәйләп, уның әүҙемлегенә ишара яһай: «Очерк — ысын м әғәнәһендә заман яҙмаһы, заман көндәлеге ул. Шул уҡ ваҡытта был жанр, бер яҡтан, тормош­ 2 Әхмәтйәнов К. Ә ҙәбиәт теорияһы. Үҙгәрешле 3-сө баҫма. — Өфө: Китап, 2003. — 318-се б. 3 Карнай А. Очерк тураһында / / Октябрь. — 1935. —№ 10. — 146—148-се бб. 5

тоң героик юғарылығынан алып көнкүреш ерлегенә тиклем үтеп инә торған активлығы менән айырылып торһа, икенсе яҡтан, ул йәмғиәт үҫешенең бөтә өлкәләрендәге ҡаршылыҡ­ тарҙы сисеүҙә ҡатнашыусы үткер ижтимағи йөкмәтке менән дә иғтибарға лайыҡ»4. 50—60-сы һәм унан һуңғы йылдарҙа матбуғатта донъя күргән әҙәби-тәнҡит мәҡәләләрендә был жанрҙың үҫеш юлдары, үҙен­ сәлектәре хаҡында күп яҙылды. Ә. Вәли, 3. Ишмаев, Р. Фәтҡуллин, И. Сотников, Ғ. Ә бсәләмова, Ә. Вахитовтарҙың мәҡәләләре айырыуса иғтибарға лайыҡ. Бында очерк жанры­ на төрлө яҡлап характеристика бирелә, уларҙың төрҙәре бил­ дәләнә, үҙенсәлектәре асыҡлана5. Ә. Вәли, мәҫәлән, тәнҡит мәҡәләләрендә очеркты хәбәрнамә менән сағыштырып, теге йәки был жанрҙың төрҙәренә, үҙенсәлектәренә туҡталып, миҫалдар өлгөһөндә бик ҡыҙыҡ­ лы тикшеренеүҙәр алып бара, төплө анализ бирә һәм респуб­ лика матбуғатында баҫылған очерктарҙы тематик яҡтан пор­ трет, юл-сәйәхәт, проблема һәм пейзаж очерктарына бүлә. Артабан автор очерк жанрының үҫеш мөмкинлектәре хаҡын­ да уйлана һәм киләсәктә уны ныҡлап өйрәнеү зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә ала6. Р. Әмиров «Тормош алҡынында» тип аталған китабында тикшеренеүҙең төп йүнәлешен (очерк һәм заман) билдәләп, очерк жанрын заман менән тығыҙ берлектә өйрәнеүҙе төп бурыс итеп ҡуя, был жанрҙың торошон, тәбиғәтен асыҡлау­ 4 Вахитов Ә. Офоҡтар киңәйгәндә. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1979. 5 Вәли Ә. Художестволы очерк тураһында бер нисә һүҙ / / Әҙәби Баш ­ ҡортостан. — 1956. — № 2. — 77—81-се бб.; Вәли Ә. Художестволы очерк тураһында / / Совет Башҡортостаны. — 1953, 24 нояб.; Вәли Ә. Әдәбиятебезнең сугышчан жанры (редакцияга килгән очеркларға күзәтү урыны ­ на) / / Кызыл Татарстан. — 1959, 3 июнь; Ишмаев 3. Очерк тураһында һөйләш еү / / Совет Башҡортостаны, 1958, 4 июль; Фәткуллин Р. Очерктар тураһында бер нисә һүҙ / / Ленинсы. — 1957, 11 июнь; Сотников И. Самый боевой жанр / / Советская Баш кирия. — 1961, 28 марта; Әбсәләмова Ғ. Б ое­ вой жанрға —үткерлек / / Ағиҙел. — 1974. — № 5. — 101—105-се бб.; Вахи­ тов Ә. Заман һәм очерк / / Ағиҙел. — 1973. — № 8. — 91—97-се бб. 6 Вәли Ә. Художестволы очерк тураһында бер нисә һүҙ / / Әҙәби Баш ­ ҡортостан. — 1956. — № 2. — 77—81-се бб. 6

ҙы башҡорт совет әҙәбиәте һәм журналистикаһының бар­ лыҡҡа килеү һәм үҫешенең тәүге сығанаҡтарынан уҡ баш­ лай. Очерктың формалашыуы, тормош менән бәйләнеше, жанр төрҙәренең тарихи үҙгәреүе, әҙәби процеста тотҡан урыны дөйөм әҙәби м әсьәләләр м енән берлектә яҡ ты р­ ты ла7. Ф.Б. Күзбәковтың «Газета жанрҙары. Публицистика» исемле уҡыу әсбабында был жанр тураһында ҡыҙыҡлы күҙәтеүҙәр бар8. Рус әҙәбиәт ғилемендә М. Черепахов, Е. Журбина, Б. Ага­ пов, Т. Беневоленская, Н. Глушков, В. Канторович, М. Шагинян, В. Алексеевтарҙың хеҙмәттәрендә уға төплө һәм тәрән анализ бирелә. М. Черепаховтың «Работа над очерком» исемле хеҙмәтендә очерк жанры теоретик аспектта ҡарала. Автор башлыса был жанрҙың поэтикаһы тураһында һүҙ алып бара. Жанр үҙенсә­ лектәренең публицислыҡ, документаллек, художестволы­ лыҡ кеүек сифаттарына туҡтала, портрет, проблема һәм юлъяҙма төрҙәрен барлай, күҙәтеүҙәре һәм анализдары яр ­ ҙамында билдәле яҙыусыларҙың матбуғатта донъя күргән әҫәрҙәре миҫалында очерк жанрыны ң яҙылыу процесы н күрһәтә9. Т. Беневоленская «Композиция газетного очерка», «О язы­ ке и стиле газетного очерка» тигән хеҙмәттәрендә очерк жан­ рының композиция, форма, тел һәм стиль мәсьәләләренә туҡтала10. Хәҙерге бөтә донъя һәм Рәсәй халыҡтары әҙәбиәттәре менән бер рәттән башҡорт әҙәбиәтендә киң танылыу алған художестволы-публицистик очерк жанры артабан да үҫешә һәм 7 Әмиров Р. Тормош алҡынында. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1977. 8 Кузбәков Ф. Газета жанрҙары. Публицистика. — Өфө: БДУ, 1990. 9 Черепахов М. Работа над очерком. — М.: Изд-во М осковского уни­ верситета, 1966. 10 Беневоленская Т. О языке и стиле газетного очерка. — М.: Изд-во М осковского университета, 1973. 11 Тот же. Композиция газетного очерка. — М.: Изд-во Московского университета, 1975. 7

төрлөләнә. Л әкин һуңғы ваҡытта башҡорт әҙәбиәте һәм әҙәбиәт ғилемендә очерк жанры иғтибарҙан ситтә ҡалды. Шуға күрә үткән быуаттың 80—90-сы йылдарындағы башҡорт очер­ кы ны ң үҫеш тенденциялары н билдәләү, шулай уҡ баш ­ ҡорт халыҡ ижады өлгөләренең очерктың художество үҫешенә йоғонто яһауы мәсьәләһенә лә иғтибар бүлеү, әлегә тәнҡит күҙлегенән үтмәгән бөгөнгө әҫәрҙәрҙе анализлау хәҙерге очерк жанрында булған проблемаларҙы асыҡлауға яңылыҡтар өҫ­ тәйәсәк.

8

I бүлек ОЧЕРКТЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ ҺӘМ ҮҪЕШ ЮЛДАРЫ I.I. Художестволы-публицистик жанр системаһында очерк жанрының формалашыуы Күренекле галим һәм әҙип Ғ. Хөсәйенов «Очерк турында» тигән мәкәләһендә былай ти: «Очерк — ул тормош материа­ лын бик тиҙ арала һәм документаль дөрөҫлөк менән сағылды­ рыусы оператив әҙәби-публицистик жанр. Ул көндәлек тор­ мошто, хеҙмәт алдынғыларының эш сәнлеген яктыртыуы м ен ән ж урналистикаға як ы н торған, алған материалы н дөйөмләштереп сәнғәтсә һүрәтләүе менән матур әҙәбиәткә якын. Шуға ла ул публицистик алымдарҙы ла, әҙәби тасуир­ лау сараларын да берҙәй үҙ итә»1. Ғөмүмән, нимә ул очерк? Рус термины буларак, «очерк» һүҙенең нигеҙендә очертить кылымы ята: 1) һыҙыу, һыҙып алыу (сығыу); очертить указанное место —күрһәтелгән урынды һыҙып сығыу; 2) һүрәтләү, тасуирлап (һөйләп) биреү, яҙып биреү. Көнбайыш Европа илдәрендә был һүҙгә карата икен­ се аңлатма кулланылған (репортаж, скетч һ.б.)2. Шулай ҙа айырыуса киң ф айҙаланы лған термин булып «эссе» (фр. тәжрибә) йөрөй. Күренеүенсә, очерк төрлө тарафтарҙа төрлөсә аталып йөрөтөлә. Әммә Рәсәйҙә «эссе» термины танылыу тапмаған, «очерк» тигән атамаға өҫтөнлөк бирелгән. 1 Хөсәйенов Ғ. Очерк турында / / Кызыл таң. — 1978. — 8 ғин. 2 Словарь современного русского литературного языка. Т. 8. — М.: АН СССР, 1959 . 9

Кыҫҡаса әҙәбиәт энциклопедияһында «Очерк —эпик, әммә сәсмә әҫәр өҫтөнлөк иткән жанр»3, ә «Ҙур Совет энциклопедияһы»нда «Очерк — эпик әҙәбиәттең бәләкәй бер төрө. Хикәйәнән формаһы менән айырыла, бәләкәй хикәйәнән (но­ велла) берҙәмлектең булмауы (йә иһә бөтөнләй юҡлығы), б әх әстең тиҙ һәм тап ҡ ы р хәл и телеш е һәм тасуирлы һүрәтләүҙең ҙур үҫеше», тип билдәләнгән. Был ике айырма­ лыҡ очерк жанрының үҙенсәлектәренә бәйле4. Очерктың әһәмиәте уның тәьҫир итеү көсө, автор пози­ цияһы, йәғни авторҙың ысынбарлыҡҡа, донъяға ҡарашы менән билдәләнә. Быны XVIII быуаттағы тәүге рус очерксыһы А.Н. Радищевтың «Путешествие из Петербурга в Москву» (1790) китабы тулыһынса дәлилләй. Юлъяҙма формаһында яҙылған был әҫәрендә автор ябай халыҡтың үҙ бәхете өсөн батша са­ модержавиеһы һәм крепостнойлыҡҡа ҡаршы ҡыйыу көрәшсе булып сығыш яһай алыуын иҫбатлай. Екатерина II, әҫәрҙең бунтарлыҡ йөкмәткеһе менән ризалашмайынса, авторға үлем хөкөмө сығарырға бойора. Ләкин һуңынан бойороҡто Себергә һөргөнгә ебәреү менән алмаштыра. Оҙаҡ йылдар буйы А. Радищевтың китабын нәшер итеү тыйыла, әммә 1905 йылғы революция был тыйыуҙы юҡҡа сы­ ғара, һәм Бөйөк Октябрь революцияһы әҫәргә ҙур танылыу алып килә. Кайһы бер рус ғалимдарының (Б. Полевой, Е. Журбина, Н. Глушков) тикшеренеүҙәре буйынса, тәүге рус очерктары «сәйәхәт әҙәбиәте» әҫәрҙәре тип атала. Быға миҫал итеп А. Никитинды ң «Хождение за три моря» китабы н килтерергә мөмкин. Әйткәндәй, «сәйәхәт әҙәбиәте» әҫәрҙәре традиция­ һы юлъяҙма очеркының формалашыуына булышлыҡ иткән. Н. Карамзиндың хисле очерктарынан «Письма русского путе­ шественника» (1791—1795), «Путешествие» (1818) һәм декаб­ ристарҙан Ф.Н. Глинканың «Письма русского офицера» (1808), Н.А. Бестужевтың «Записки о Голландии 1815 года», «Гибрал­ 3 Краткая литературная энциклопедия / под ред. А. Сурикова. — М.: И зд-во «Советская энциклопедия», 1968. — С. 315. 4 Больш ая Советская энциклопедия. — М.: Советская энциклопедия, 1975. — С. 47. 10

тар» (1815), С.К. Ферельцтың «Путешествие критики» (1808), А.А. Марлинскиҙың «Отрывки из рассказов о Сибири» (1830), А.С. Пушкиндың «Путешествие в Арзрум» (1825) тигән әҫәрҙәре шуға миҫал. һанап үтелгән очерктарҙа ошо жанрҙың бөтә үҙенсәлек­ тәрен: фекер ҡеүәһенең көсөн, тасуирлы йыйнаҡлыҡты һәм бай йөкмәткеле ваҡиғаларҙың тапҡырлығын табырға була. Шулай итеп, беренсе рус очерктары матбуғат биттәрендә А. Радищевтың «Путешествие...» юлъяҙмаһы формаһында бар­ лыҡҡа килә. А. Радищев һәм М. Карамзин —рус йәмәғәтселе­ ге араһындағы ике төрлө ағымдың сағыу вәкилдәре — бер үк ваҡытта юлъяҙма очерктарына мөрәжәғәт итһәләр ҙә, рус әҙәбиәте тарихы һәм публицистикаһында Радищевтың юлъ­ яҙмалары очерк жанрының артабанғы үҫешенә ҙур йоғонто яһауы билдәле. XIX быуаттың 20-се йылдарында юлъяҙма менән бер рәттән рус әҙәбиәтендә очерктың икенсе төрө — ғөрөф-ғәҙәт очеркы барлыҡҡа килә. Ғөрөф-ғәҙәт очеркы фельетон менән оҡшаш булғанлыҡтан, улар йыш ҡына бергә үрелеп бара һәм очеркта үҙенсәлекле синтез барлыҡҡа килтерә. Очерктың был төрөнә тәүгеләрҙән булып Ф. Булгарин һәм А. Грибоедов мөрәжәғәт итә. Ғөрөф-ғәҙәт очерктары юлъяҙма формаһында бирелеп, уларҙа алыҫ ерҙәргә сәйәхәт тасуирланған. Миҫал итеп Ф. Булгариндың «Поездка в Петергоф» (1815), А. Грибоедовтың «За­ городная поездка» (1825) әҫәрҙәрен һәм М. Лермонтовтың тәжрибә формаһында ижад ителгән «Кавказец» (1821) исемле йыйынтығын алырға була. XIX быуаттың 40-сы йылдарында әҙәбиәт халыҡ тормо­ шон художестволы өйрәнеүҙә яңы ысул эҙләй һәм был мөһим мәсьәләне тормошҡа ашырыуҙа очерк ҙур әһәмиәткә әйә була. Рус әҙәбиәте тарихында ошо йылдарҙа «физиологик» очерк­ тарҙың барлыҡҡа килеүе үҙенсәлекле күренеш. Был очерк­ тарҙа «түбән ҡатламға» ҡараған халыҡтың тормошо сағылды­ рылып, шул осорҙағы Рәсәй тураһында төплө һәм киң мәғ­ лүмәт бирелә. «Физиологик» очерктарҙың үҙенсәлеге шунда: авторҙар һүрәтләгән геройҙарында билдәле һөнәр кеш еләренең ф ә ­ II

ҡәт типик һыҙаттарын ғына айырып күрһәткән. Кешеләге айырым сифаттарҙы һүрәтләмәйенсә, билдәле социаль ҡат­ лам ды ң торм ош ш арттары н , уларҙы ң п си х о л о ги яһ ы н , көнкүреш ен ап-асыҡ күрһәтер өсөн яһалма рәүеш тә уның ш әхсилеген урап үткәндәр. Бы на ош онан был очерктар­ ҙың «ф изиологик» ти гән образлы төш өнсәһе барлыҡҡа килгән. 1845 йылда Н. Некрасовтың әҙерләүендә ике киҫәктән торған «Ф изиология Петербурга» тигән йыйынтыҡ донъя күреп, рус әҙәбиәте өсөн оло бер ваҡиғаға әйләнә. Билдәле тәнҡ итсе В.Г. Белин ский йы йы нты ҡты юғары баһалап, очерктың рус әҙәбиәтендә башҡа жанрҙар менән тиң хоҡуҡ­ лы булыуын иҫбат итә, очерк жанрына ҡарата иң мөһим та­ лаптар ҡуя. Йыйынтыҡтағы әҫәрҙәрҙә ҡаланың (Петербургтың) «түбән­ ге ҡатлам» вәкиленең тормошо сағылыш тапҡан һәм төрлө һөнәргә эйә булған кешеләрҙең тормош-көнкүреше, йәшәү шарттары, уларҙың рухи байлығы күрһәтелгән. Шул осорҙа «физиологик» очерктар менән бер рәттән юлъ­ яҙма очерктары ла үҫеш ала башлай. Бигерәк тә А. Герцендың «Письма из Франции и Италии» (1847—1852), П. Анненковтың «Парижские письма» (1847—1848), М. Михайловтың «Парижские письма» (1858 —1859), П. Якушиндьщ «Путевые письма» (1860), Б. Чичериндың «Очерки Англии и Франции» (1859), М. Забелиндың «Очерки заграничной жизни» (1861) әҫәрҙәре иғтибарға лайыҡ. Х1Х быуаттың 60-сы йылдарындағы демократик әҙәбиәт очеркының ҡаҙанышы шунда: ул крепостнойлыҡ, самодер­ ж авие ҡыҫымы арҡаһы нда и ҙелгән халыҡтың яҙмы ш ы н һүрәтләй. Ошо йылдарҙа портрет очерктарында ысынбарлыҡ­ тағы кешеләрҙе уйлап сығарылған исемдәр менән һүрәтләү традицияһы урын ала. Тағы бер мөһим факт: был очерктарҙа күмәк кешеләрҙәге айырым сифаттарҙы бер геройға туплап типиклаштырыу хас. Был осор яҙыусылары Н. Помяловскийҙың «Очерки бурсы», В. Слепцовтың «Владимирка и клязь­ ма», «Письма об Осташкове», П. Якушиндың «Велик бог зем­ ли русской» әҫәрҙәрен билдәләп үтәргә кәрәк. 12

XIX быуаттың 70-се йылдарында Рәсәйҙәге капитализм үҫеше революцион-демократик әҙәбиәт яҙыусыларының иғти­ барынан ситтә ҡалмай, әлбиттә. Был осор яҙыусылары өсөн фаш итеүсе пафос хас. Очерксы бында ябай халыҡты иҙеү­ селәргә ҡаршы нәфрәт хисенән һәм уларҙың кешелек хоҡу­ ғын яҡларға тырышыу ынтылышынан сығып эш итә. Ғөмүмән, 70-се йылдар рус очеркының жанр төҙөлөшөндә авторҙың хәл иткес роле ярайһы уҡ ныҡ асыла. Ул геройҙар яҙмышын ғәҙел хикәйә итергә тырыша. Бында күренештәр һәм факттар һайлап алына, бер бөтөн сюжет, геройҙар мот­ лаҡ түгел, уларҙың төрлөсә булыуы ихтимал: тирә-яҡ мөхитте һәм кешене һүрәтләү, авторҙың шәхси тәьҫораттары һәм уйланыуҙары, шәхси һәм дөйөм портреттар, иҫтәлектәр, ассо­ циация һәм аналогия (оҡшашлыҡ), көтөлмәгән бәхәс, доку­ менталь дәлилдәр һ.б. Был йылдарҙа рус революцион-демократик әҙәбиәт Г. Ус­ пенский кеүек оҫта очерксыны күтәрә. Уны илдәге иҡтисади проблемалары ҡыҙыҡһындыра. Уның «Деревенская молодежь», «Люди среднего образа мыслей», «Новый тип купца» исемле яҙмаларында иҡтисади үҙгәрештәрҙең халыҡтың төрлө ҡат­ ламына үтеп инеүе сағылыш таба. Шулай итеп, 60—80-се йылдарҙа рус әҙәбиәте иғтибарын­ да крәҫтиән тормошо булһа, тора-бара эшсе образы урын ала башлай. Эшселәрҙең ауыр тормошо һәм хеҙмәте шул осор очерктарының иғтибар үҙәгендә була. Д өйөм алғанда, рус очеркы ил тарихы ндағы мөһим осорҙарҙы сағылдырып, халыҡ тормош он һүрәтләүҙә һәм йәмғиәттәге көнүҙәк проблемаларҙы хәл итеүҙә мөһим роль уйнай. Ә яҙыусылар үҙ сиратында очерк ж анрының формалашыуына ҙур өлөшөн индереп, ҡайһы берәүҙәр харак­ тер, документаллекте, ф акт дөрөҫлөгөн, икенселәре ти к ­ шереүҙе һәм хи кәй ә итеүҙе, өсөнсөләре иһә гипербола, шарж алымдарын файҙаланып, проблеманы асыу логика­ һын булдыра. Бай тарихлы рус очеркы башҡорт очеркына ла йоғонто яһамай ҡалмай. М илли ерлектә тыуған очерк ж анры рус әҙәб и әте өлгөһөндә тәүге аҙы м дары н яһай , нығына һәм үҫешә. 13

I.2. Башҡорт очеркының үҫеш юлдары Башҡорт очеркының тарихы бай, үҫеш юлы бик үҙенсә­ лекле. Был үҙенсәлектәр башкорт әҙәбиәте тарихының арта­ банғы үҫешендә ҙур роль уйнаған тарихи яҙмаларға (тәуарих, тәхризнамә, шәжәрә, хат, юлъяҙма) барып тоташа. Көнсығыш әҙәбиәтендә урта быуаттарҙа тәуарих жанры айырыуса киң таралған. XVI—XVII быуаттарҙағы башкорт һәм татар әҙәбиәттәрен алғанда ғына ла уның бик күп уртак һәм үҙенсәлекле һыҙаттарын, милли-тарихи поэтикаға хас яктарҙы табырға мөмкин. Башкорт тәуарих яҙмалары — шәжәрәләр һәм Көнсығыш тәуарих яҙмалары традицияһы нигеҙендә тыуып, баҙыкланып киткән тарихи-әҙәби яҙма комарткы. Быға асык миҫал итеп үҙ заманы өсөн бик укымышлы, күренекле ғалим һәм әҙип Рәш итдин Ф азлыллах бин Әбүлхәйер һәм әдән и ҙең (1247—1318) 1310—1311 йылдарҙа яҙылған «Жәмиғәт-тәуарих» («Тарихтар йыйынтығы») китабын килтерергә мөмкин. Ш у­ лай ук артабанғы осорҙарҙа донъя күргән Ҡадир Ғәлиҙең «Жәмиғ әт-тауарих» (1602), билдәһеҙ автор ижад иткән «Сыңғыҙнамә» (XVI б.), Хисаметдин Мөслимиҙең «Тәуарихи Болғарийа» кулъяҙма йыйынтыктары — тәуарих жанры үрнәк­ тәре. Шулай ук Тажетдин Ялсығол әл-Башкордиҙың «Тарихнамәи Болғар» китабының башкорттар тарихына арналған өлөшө структураһы һәм стиле менән шәжәрәләргә якын. XIX быуатта Ғәли Сокорой «Тәуарихи Болғарийа йәки Тәкриби Ғәри» китабында был традицияларҙы тағы байыта төшә. Авторҙың яҙмаһында тәуарих поэтикаһы географик, эт­ нографик, биографик өлөштәр тығыҙырак үрелеп һәм киңәй­ телеп, конкрет тарихи-милли һыҙатлы жанр юғарылығын ала. Унда легендалар, фантастик моменттар һакланыу менән бергә, һуңғы дәүерҙәргә караған өлөштәрҙә тарихи факттар, ысынбарлык өҫтөнлөк итә. Тәхризнамә (ғәрәпсә өндәмә) — халыкка йәки бер төркөм кеш еләргә өндәмә рәүешендә яҙылған әҫәр. Батыршаның 1755 йылда халыкты батшалыкка каршы баш күтәрергә сакырып яҙған тәхризнамәһе хәҙер киң билдәле. Унда ул үҙе 14

«шәруҡ ҡылдым тәзкирә вә тәхризнамә яҙмаҡҡа» ти, йәғни хәтирә һәм өндәмә яҙырға ҡарар ҡылдым, ти. Башҡорт шәжәрәләре ХVI—ХIХ быуаттарға ҡараған эн ­ циклопедик характерҙағы үҙенсәлекле яҙма ҡомартҡы. Унда халыҡ йәки ырыу тарихы, тормош о, көнкүреш е, ғөрөфғәҙәттәре, йолалары, хоҡуҡ, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре, халыҡ ижады, тел-стиль мәҙәниәте һәм башҡалар буйынса байтаҡ мәғлүмәттәр табырға мөмкин. Кыпсаҡ, үҫәргән, табын, бөрйән һәм башҡа ырыуҙарҙың ҙур текслы шәжәрәләрендә ырыу тарихын бәйән иткәндә до­ кументаллек менән художестволылыҡ, тарихи факттар менән хыял элементтары, халыҡ легендалары, хикәйәттәр, хатта шиғри цитаталар ҡушылып китә. Шулай итеп, боронғо яҙмаларҙың иң яҡшы өлгөләренән очерк жанры үҫешеп, ХХ быуатҡа иһә үҙ аллы жанр булып әҙәбиәт ғилеменә инә. 20-се йылдарҙа яңылыҡтарҙы пропагандалауҙа очерк ҙур әһәмиәткә эйә була. Был осорҙа очерктарҙың агитацион-пропаганда формаһын алыуы тәбиғи күренеш. Халыҡ тормошон, көнкүреш ен, булған ваҡиғаларҙы, хәл ителергә тейешле мәсьәләләрҙе күрһәтеүҙә ул төп әҙәби формаларҙың береһенә әйләнә. Яңы заман очеркында авторҙың иғтибарын тормош талабы, ысынбарлыҡта ғәҙәти булмаған хәл һәм ваҡиғалар­ ҙың күп булыуы, көндән-көн яңы геройҙар, ҡыйыу көрәшселәр, яңы тормошто төҙөүселәр йәлеп итә. Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы осоронда башҡорт публицистикаһының тәүге аҙымдарын башлап ебә­ реүселәр араһында танылған большевик, Башҡортостанда со­ вет власын урынлаштырыу өсөн әүҙем көрәшселәрҙең бере­ һе, журналист Ш. Хоҙайбирҙин очерк жанрында актив эшләү­ селәрҙең береһе була. Авторҙың әҫәрҙәре гәзит һүрәтләмәһе, иҫтәлек рәүешендә яҙылыуына ҡарамаҫтан, ялҡынлы публи­ цистик стилгә нигеҙләнгән. Автор үҙ әҫәрҙәрендә халыҡтың йәнле һөйләш енә тая­ нып, ябай һөйләү стилендә яҙа, уларҙың конкрет тарихи йөкмәткеһен, идея-художество йүнәлешен көнкүреш эпизод­ тары менән байыта. «Башҡортостанда ҡанлы көндәр» (1920), «Кронштадт» (1921), «Хәтирә урынында» (1922), «Ун һиге­ 15

ҙенсе йылда» кеүек очерктарында Ш. Хоҙайбирҙин Башҡор­ тостанда Октябрь революцияһы һәм Граждандар һуғышы ва­ ҡиғаларын образлы тасуирлауға өлгәшкән. Очерк жанрына тура килеп бөтмәһә лә, уның әҫәрҙәре башҡорт прозаһында тәү башлап тарихи-революцион теманы асып ебәреүе менән әһәмиәтле. Әгәр ҙә яңы заманға билдәле ижад тәжрибәһе менән килгән М. Ғафури, А. Таһиров очерктарында («Талмаҫ ҡул, һүнмәҫ йөрәк», «Ирек улы Иркәбай», «Ауылда Октябрь») яңы шәхес п р о б л ем аһ ы то й о л һ а , Ш . Х о ҙа й б и р ҙи н п у б л и ц и с ­ тикаһында иһә хәл ваҡиғаларға социаль-тарихи баһа биреү төп урында тора. 30-сы йылдарҙа очерк жанры тағы ла әүҙемләшә: төрлө проблемалар яҡтыртыла, тикшереү яғы көсәйә. Илдә индустри ялаш ты ры уҙы ң алға китеүе, Баш ҡ ортостанда неф ть сәнәғәтенең үҫеше ҙөҙөмтәһендә очерк жанры тәрән идеяэстетик үҙгәрештәр кисерә. Был осорҙа Д. Юлтыйҙың «Шефпаровоз» әҫәре уңыш ҡаҙана. һуңыраҡ А. Карнайҙың ауыл тормош он, нефть эҙләүселәр эш м әкәрлеген сағылдырған тиҫтәләгән очерктары донъя күрә. Улар араһында «Айлы төндә», «Тракторҙар гөрөлдәй», «Фонтан», «Далалағы уттар», «Кочегар Кәрим» һәм «Ишембай» тигән проблемалы очерк­ тар бар. Шулай уҡ миҫал итеп А. Таһировтың «Нефть өсөн», И. Насыриҙың «Хәҙерге Баймаҡ», Ғ. Сәләмдең «Гигант тыуа­ саҡ ҡырҙарҙа», Ғ. Әмириҙең «Яңы уйҙар» әҫәрҙәрен һәм пор­ трет-очерктарын, С. Ҡудаштың «Атаҡлы кешеләр», «Баймаҡ хаттары» серияһын килтерергә мөмкин. Был осорҙа очерк ж анрыны ң йәнле үҫеше бөтә совет әҙәбиәтенә хас күренеш була. Ғөмүмән, очерктар, документ­ тар нигеҙендә тәүге художестволы-документаль әҫәрҙәрҙең бар­ лыҡҡа килеүе совет әҙәбиәтенең бер үҙенсәлеген билдәләй. М. Шагиняндың «Гидроцентраль» (1931), В. Катаевтың «Ва­ ҡыт, алға!» (1932), Ф. Гладковтың «Энергия» (1932), И. Эренбургтың «Икенсе көн» (1934) кеүек документаль материалға нигеҙләнеп яҙылған повесть һәм романдары оператив гәзитжурнал очерктарынан үҫеп сыға. Очерктың бик йылдам үҫеп китеүе уның теорияһын эшләү зарурлығын тыуҙырып, был 16

ж анрҙы өйрәнеүгә арналған йы йы лы ш тар, к әң әш м әл әр үткәреүгә килтерә. 1931 йылда очерксылар I Бөтә Рәсәй тик­ шеренеү кәңәшмәһендә художестволы прозаның башҡа жан­ рҙары менән бер рәттән очерктың сифаты тураһында ла һүҙ бара. Был кәңәшмәләрҙә лә, һәм артабан очерк жанры тура­ һында сыҡҡан хеҙмәттәрҙә лә, М. Горькийҙың әйткән фекер­ ҙәренә ҙур урын бирелә. А. Карнай был осор очерктары тураһында былай ти: «Беҙ­ ҙең Башҡортостан ваҡытлы матбуғатында, газета һәм жур­ налдарҙа күп кенә һанда очерктар баҫылып сыға. Ләкин беҙ­ ҙең очерктарыбыҙҙың сифаттары нисек һуң? Сифат мәсьә­ ләһендә беҙ әле маҡтана алмайбыҙ... Очерк яҙыу — ул башҡа әҙәби жанрҙар кеүек үк талантлы булыуҙы, алға алынған эш өҫтөндә бик ныҡ тырышыуҙы, өйрәнеүҙе талап итә. Беҙгә очерктарыбыҙҙың сифатын күтәреү өсөн уны тейешле юғары­ л ы ғы н а ҡ уй ы рға, о ч ер к та р ҙы т ә н ҡ и т к ү ҙл еге н ән ы сҡындырмаҫҡа һәм очерк өлкәһендә халтураға юл ҡуймаҫҡа кәрәк»5. Шул осор очерктарындағы факттарҙың документал­ леккә ынтылышы автор һүҙҙәрен дәлилләй. 1934 йылдың апрелендә республика матбуғатында тәү тап­ ҡыр иң яҡшы художестволы очеркка конкурс иғлан ителә. Конкурстың маҡсаты «большевиктарса яҙғы сәсеүгә әҙерлекте, ә иң мөһиме — колхоз һәм совхоздар тормошон, кешеләр аңында капитализм ҡалдыҡтары менән был участоктағы ма­ неврҙарҙы художестволы һүрәтләү» була. Конкурс материал­ дары нигеҙендә әҙәбиәтебеҙҙә тәүге коллектив очерктар йы­ йынтығы — «Еңеүле яҙ» исемле китап донъя күрә. «Был йы­ йынтыҡ очеркта кеше характерын һәм уны формалаштырыу­ сы хәлдәрҙе һүрәтләүгә боролошто билдәләүсе бер этап бул­ ды»6, — тип яҙа Р. Әмиров «Тормош алҡынында» тигән кита­ бында.

5 Карнай А. Очерк тураһында / / Октябрь. — 1935. — № 10. — 146148-се бб. 6 Әмиров Р. Тормош алҡынында. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1977. — 80-се б. 17

Билдәле булыуынса, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында әҙәбиәттә бәләкәй жанрҙар өҫтөнлөк итә. Был осор прозаһы­ ның үҙенсәлеге документаллек һәм публицистик үткерлек менән билдәләнә. Очерк һуғыштың тәүге көндәренән үк ак­ тивлыҡ күрһәтеп: ике тематик төркөмдө барлыҡҡа килтерә. Беренсеһе — һалдат батырлығын, яҡташтарҙың ҡаһарманлы­ ғын тасуирлау булһа, икенсеһе —тыл кешеһенең фиҙаҡәр хеҙ­ мәтен күрһәтеү. Шулай ҙа был осорҙағы портрет-очерктар иҫ­ тәлек формаһында ижад ителеүе менән айырылып тора. Очеркпортрет киң биографик материал нигеҙендә, документаль по­ весть һыҙатын алып, ҙур күләмле полотноға әйләнеү проце­ сын кисерә. Ж. К ейекбаевты ң «Зөбәй Үтәғолов» әҫәре, К. Мәргәндең «Егеттәр» очеркы, X. Кәримдең иҫтәлек фор­ маһында яҙылған «Сергей Михайлюк», С. Ҡудаштың «Дон далаларында» һәм С. Агиштың «Фронтҡа» тигән юлъяҙмала­ ры быға асыҡ миҫал. Тыл геройҙары ны ң п атриоти к күтәрелеш е С. Агиш, Ғ. Ғүмәр, бигерәк тә Б. Бикбай очерктарында («Самолет ал­ ған Х әбирйән», «Арыҫлан») тасуирлана. С. Агиш үҙенең «Фронтҡа» очерк-юлъяҙмаларында бер генә герой образын үҙәккә ҡуйһа, К. Мәргән иһә үҙ очерктарында Башҡорт атлы дивизияһының героик эшмәкәрлеген, ғөмүмән, совет һуғыш­ сыларының үҙенсәлекле характер һыҙаттарын аса. Был очерк­ тар ниндәй ҙә булһа яугирҙың шәхси батырлығын һөйләүгә ҡоролған булһа ла, асылда бер-береһенә бәйләнешле. Шуға ла уларҙы документаль повестың айырым өҙөктәре рәүешендә лә ҡарарға мөмкин. һуғыштан һуң башҡорт әҙәбиәте яңырыу кисереп, һәр бер жанр билдәле бер үҙгәреш талап итһә лә очерк жанры үҙенең әүҙемлеген юғалтмай. Очерктарҙың төп йөкмәткеһен совет ке­ шеһенең бөйөк еңеүе менән ғорурланыу тойғоһон тасуирлау билдәләй. Был хистәр бигерәк тә X. Кәримдең «Мәскәү ҡап­ ҡаһы янында», Ғ. Әмириҙең «Сталинград уттары», «Был Днепрҙа булды», Ғ. Әхмәтшиндең «Днепр аръяғында», Ҡадир Даяндың «Берлинды алғанда» очерктарында сағыу һүрәтләнә. Ғ. Әмириҙең «Башҡортостан бөркөтө», Ә. Бикчәнтәевтең «Александр Матросов», «Муса батыр», К. Мәргәндең «Яу ба­ тыры», «Таһир Күсимов», «Бәләбәй ҡыҙы», Ҡ. Даяндың «Пол­ 18

к о в н и к В әлиев», Ғ. Р ам азан о в ты ң «Т ан кист йөрәге», Ғ. Әхмәтшиндең «Герой танкист», «һалдат йөрәгенең дуҫы», Ш. Бикколдоң «Артиллерист — герой», 3. Биишеваның «Ал­ тын йондоҙ» һ.б. әҙиптәр очерктарында Башкортостандан фронтка китеп, яу кырында иҫ киткес батырлыктар күрһәткән Александр Матросов, Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин, Муса Гәрәев, Таһир Күсимов, Мәғүбә Сыртланова һымак атаклы геройҙар­ ҙың һуғышсан портреты кәүҙәләнде. 50-се йылдарҙа очерктың йөкмәткеһе генә түгел, художе­ стволы яғы ла баҙыклана төшә, тематикаһы төрләнә, үҙгәрә. Мәскәүҙә үткән Бөтә Союз кәңәшмәһендә был жанр тура­ һында йәнле фекер алышыу була. Башкортостан Республика үҙәк матбуғаты художестволы очерктарға йәнә конкурс иғлан итә. Шуның һөҙөмтәһе булып, яҙыусылар очерктарында ауыл хужалығы проблемалары күтәрелә һәм төрлө һөнәр кешелә­ ренең эшмәкәрлеге яктыртыла. Ә. Вәлиҙең «Уңған кешеләр» (1956), Ғ. Әхмәтшиндең «Беҙҙең баҫыуҙарҙа» (1956), Ә. Байрамовтың «Күмелмәҫ эҙҙәр» (1957) исемле китаптары, «Очерк­ тар» (1959), «Ҡанаттар осканда нығый» һ.б. коллектив йыйынтыктар баҫылып сыға. Вакытлы матбуғатта К. Мәргән, М. Xәйҙәров, Н. Мусин, Ғ. Әмири, Ә. Гәрәев, Ш. Янбаев ке­ үек яҙыусыларҙың төрлө йөкмәткеле очерк һәм һүрәтләмәләре донъя күрә. Был йылдарҙа очерктар идея-тематик яктан үҙгәреп, уның художестволы үҙенсәлектәре яңыра. Очерктар үҙ аллы художестволы-эстетик әһәм иәткә эйә булыу менән бергә баш­ корт әҙәбиәтенең башка жанрҙарында заман проблемаһын хәл итеү юлында үҙенсәлекле баҫкыс ролен үтәй. Әйтәйек, Ә. Бикчәнтәевтең «Салауат нефтехимиктары» тураһындағы очерк һәм яҙмаларының айырым мотивтары уның «Ожмах вәғәҙә ит­ мәйем» романында артабан үҫтерелә, В. Исхаковтың очеркта­ ры «Бәхтизин» исемле тарихи-документаль романының ни­ геҙен тәшкил итә. Төрлө илдәрҙә булыу һөҙөмтәһендә, М. Кәримдең «Вьет­ нам алыҫ түгел» (1956), И. Абдуллиндың «Дуҫлыктан да көслө нәмә юк» (1957), Ғ. Ибраһимовтың «Дуҫтар ерендә» (1958), Н. Нәжмиҙең «һиндостан сәхифәләре» (1960) һымак очерк ки­ таптары һәм юлъяҙмалары донъя күрә. 19

60—70-се йылдарҙа ла очерк жанры үҙ урынын һаҡлап ҡала. Композицияһы буйынса йыйнаҡ, һүрәтләү саралары шаҡтай б ай ы ҡ ҡ ан ж ан р булы п ф о р м ал аш а. Я ҙы у сы л ар т ы н ­ ғыһыҙ эҙләнеүҙәрен дауам итә һәм тормоштоң бөтә өлкәләренә үтеп инеп, яңынан-яңы образдар тыуҙыра. Башҡортостан Яҙыусылар союзының VII—IX съездарында очерк жанры һәм теорияһы тураһындағы һөйләшеүҙәр уның мәртәбәһен арттыра. Был йылдарҙа Р. Ханнанов, А. Байра­ мов, Т. Сәғитов, Р. Хәкимов, Р. Фазылов, С. Поварисов бик әүҙем эш ләй . Р. Х әким ов очерктар һәм п ублицистика өлкәһендә уңышлы эшләп, республиканың иң юғары дәүләт наградаһы — Салауат Юлаев премияһына лайыҡ була («Ете юл сатында» китабы өсөн). М. Кәрим, Н. Нәжми, К. Мәргән, Ә. Харисов, Ә. Мирзаһитовтарҙың очерк-юлъяҙмалары уңыш ҡаҙана. 80-се йылдарҙа публицистика һәм очерк кеүек һуғышсан жанрҙар һиҙелерлек әүҙемләшә. Башҡортостан Яҙыусылар со­ юзы был йәһәттән байтаҡ эш башҡара. Әҙиптәр республика­ лағы мөһим төҙөлөштәргә оҙайлы командировкаларға ебәрелә. Белорет—Карлыман тимер юлын төҙөү йылдарында «Ағиҙел» журналының хәбәрселек посы эшләй. һөҙөмтәлә юл төҙөүсел­ әрҙең тормошо, хеҙмәте хаҡында бер нисә очерк, шиғыр, про­ за китаптары яҙыла. Авторҙарҙың коллектив тырышлығы менән үҙ-ара ярышыусы ике район хаҡында «Баймаҡ—Илеш» очерк­ тары донъя күрә. Р. Хәкимов, Т. Сәғитов, Б. Павлов очерк, публицистика өлкәһендә уңышлы эшләй. Й. Гәрәй, С. Поварисов, Р. Ханнанов һәм башҡа әҙиптәр йәмғиәт, мәҙәниәт өлкәһендәге мөһим проблемаларҙы күтәрә. Аҙыҡ-түлек про­ граммаһын хәл итеү мәсьәләләре лә художестволы әҫәрҙәрҙә, публицистик яҙмаларҙа, айырыуса очерктарҙа, төрлө яҡлап яҡтыртыла. Мәҫәлән, «Хеҙмәт юлы —хөрмәт юлы» тигән очерк­ тар китабында журналистар А. Баһуманов — Баймаҡ районы «Ирәндек» совхозының маҡтаулы чабаны Корбанғәли Ишбулов, Р. Солтангәрәев — Күмертау районы «Таймаҫ» совхозы һауынсыһы Шәүәли Вахитов, М. Сиражи —Иглин районы Оло Теләк тәжрибә станцияһының умартасылыҡ рәйесе Әмир Әхмәҙиев, А. Исмәғилев Кырмыҫҡалы районы «Урал» колхозы механизаторы Ғәбделнур Ғайсин тураһында яҙалар. 20

Ошо йылдарҙа С. Поварисовтың «Бәхет тураһында леген­ да», Р. Насировтың «Ата-бабам баҡҡан ер» китаптары нәшер ителә. Ҡ. Аралбаевтың «Азия ынйыһы —Алтай», Р. Солтангәрәевтең «Бер ҡояш аҫтында» юлъяҙмаларын, Р. Хажиевтең «Ирҙең даны иле менән», В. Ғүмәровтың «Ҡояшҡа ынтылған ҡала», X. Таҡсуриндың «Талант», «Бәхет» очерктарын да билдәләп китергә кәрәк. «Үҙгәртеп ҡороу» миҙгеле тыуҙырған ваҡиғалар, КПСС-тың с ә й ә с ә т м а й ҙан ы н а н китеүе, С С С Р -ҙы ң тарҡалы уы һөҙөмтәһендә йәмғиәттә яңы күтәрелеш башланды. Башҡор­ тостанды ла был үҙгәреүҙәр урап үтмәне. 1990 йылдың 11 ок­ тябрендә Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверените­ ты тураһында Декларация ҡабул ителеүе ҙур ваҡиға булды. Ошо тарихи ваҡиғалар артынса килгән иҡтисади үҙгәрештәр журна­ листарға, яҙыусыларға яңы киңлектәр һәм мөмкинлектәр асты. Рәсәйҙең төрлө төбәк һәм өлкәләрендә бер-бер артлы әҙәби баҫмалар ябылған бер мәлдә республикала яңынан-яңы гәзитжурналдар донъя күрҙе. М әктәпкәсә йәштәге балалар өсөн төҫлө «Аҡбуҙат», ү ҫм ер ҙәр гә һәм урта й әш тә гел ә р гә тәғәйенләнгән «Аманат», йәштәр өсөн «Шоңҡар», татар те­ лендәге «Тулпар» менән ижтимағи-сәйәси, фәнни-популяр һәм нәфис «Ватандаш», рус телендәге «Бельские просторы» әҙәби журналдарын, «Йәшлек», «Өмет», «Аҙна», «Киске Өфө», рус телендәге «Республика Башкортостан», «Истоки» гәзиттәрен миҫалға килтерергә мөмкин. Үҙенсәлеге буйынса художестволы проза ҡоласлай алма­ ғанды иң үткер һәм өлгөр жанр — публицистика тулыланды­ ра. Публицистарыбыҙҙы йәмғиәтте борсоған бөтә мәсьәләләр тулҡынландыра. Тарихтың ҡайһы бер арауыҡтарын яңынан ҡарап баһалау, туған телдең яҙмышы, әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре, мәҙәниәт торошо, экология, сәйәси тормоштағы яңылыҡтарҙы яҡтыртыу талап ителә. Был йылдарҙа матбуғат биттәрендә тәрән фекерле публицистик мәҡәләләре һәм очерктары менән Ғ. Шафиҡов, В. Ғүмәров, С. Иманғолов, М. Хужин, С. Бәҙрет­ динов, Б. Павлов, М. Чванов, М. Ҡотлоғәлләмов, З. Ханова, Т. Сәғитовтар әленән-әле сығыш яһай. М. Чвановтың, мәҫәлән, «Тамырҙар һәм олондар» тигән публицистик китабы бөтә Рәсәйҙә танылыу яуланы. Автор 21

китабында үҙен публицист, тарихсы, философ, тыуған яҡты өйрәнеүсе итеп кенә түгел, рус яҙыусыһы яҡташыбыҙ С.Т. Аксаковтың тормошон күҙаллауҙа хәҙерге замандың иң яҡшы белгестәренең береһе булараҡ та танытты. Шулай уҡ Ғ. Ш а­ фиҡов менән Б. Павлов республикала үҙҙәренең йәмәғәтсе­ лек һәм публицистика өлкәһендәге эшмәкәрлеге менән яҡшы билдәле. Ғ. Шафиҡов 1993 йылда «Крючья под ребро» («Кабырғанан аҫыу») исемле очерктар йыйынтығы өсөн Башҡортос­ тан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­ мияһына лайыҡ булды. Был йыйынтыҡҡа авторҙың баш ­ ҡорт халҡы яҙмышы, Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡал­ д ы рған б ө й ө к ш әх естәр (Д. Ю лты й, М. Б уран ғолов, Т. Йәнәби, һ. Дәүләтшина, З. Вәлиди, М. Мортазин), уларҙың ижадта, көрәштә үткән шанлы тормош юлы хаҡында эссе, уйланыуҙары ингән. Шулай уҡ авторҙың фольклорсы М. Сәғи­ тов, шағир Р. Ғарипов, күренекле яҙыусы Ф. Иҫәнғолов, тел белгесе һәм яҙыусы Ж. Кейекбаевҡа арналған очерктары ла урын алған. С. Бәҙретдинов та, публицист булараҡ, республикабыҙҙа гәзит-журнал уҡыусыларына яҡшы билдәле. Ул — Башҡортос­ тандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Мортазин исе­ мендәге премия лауреаты. «Таңды ҡоштар уята» — авторҙың беренсе китабы, шулай уҡ ул «Учалы» йыйынтығы авторҙары­ ның береһе. 1996 йылда нәшер ителгән «Ғүмер артында —ғүмер» тигән очерктар китабында автор фәһемле хәл-ваҡиғаларҙы һәм замандаштарыбыҙ араһынан арҙаҡлы шәхестәрҙе, Учалы райо­ нының мәшһүр йырсыһы А. Солтанов, мәҙәниәт министры урынбаҫары Г. Моратова, һынлы сәнғәт уҡытыусыһы М. Сәләхов, рәссам Р. Юнысов һәм башҡаларҙы һүрәтләй. Р. Насиров — танылған журналист, яҙыусы һәм рәссам, БАССР-ҙың һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Шәйехзада Бабич һәм Муса Мортазин исемендә­ ге премиялар лауреаты. Дүрт тиҫтәнән ашыу ғүмерен журна­ листикаға арнаған ир уҙаманының халҡыбыҙ тарихының «аҡ биттәре»н асҡан публицистик очерктарын һоҡланып та, тет­ рәнеп тә уҡыйһың. Авторҙың бығаса билдәле булмаған тари­ хи факттарҙы эҙләп табып, тәфсилләп өйрәнеп, башҡорттоң исеме билдәле һәм билдәһеҙ шәхестәренең яҙмышнамәләрен 22

яҙып, киң ҡатлам уҡыусыһына еткереүе һоҡландыра. Ҡәләм эйәһе һәр очеркында үҙ фекерен көсләп таҡмай ғына тәрән уйға һалырлыҡ һорау ҡуя белә. Авторҙың 1994 йылда «Атабабам баҡҡан ер» исемле Учалы яҡтары тураһындағы тарихи очерктары шуға бер миҫал. Бында Учалы районында йәшәгән күп милләтле халыҡтар тарихы Рәсәй халыҡтары тарихы үҫешендә бермә-бер үрелеп тасуирлана. «Иң боронғо замандар»ҙан халҡыбыҙҙың формалашыу дәүеренәсә, тыуған ере өсөн азатлыҡ һуғышында дан-шөһрәт ҡаҙанған арҙаҡлы шәхес­ тәребеҙ Й. Арыҡов, Бәпәнәй, Ҡараһаҡал, Батырша, С. Юлаев, 3. Вәлиди, И. Солтанов һәм башҡа ил азаматтары менән таны­ шабыҙ. Ә 1997 йылда Р. Насировтың күп йыллыҡ эҙләнеүҙәр емеше булып «Уҙамандарҙы эҙләйем» тигән китабы донъя күрә. Халҡыбыҙҙың азат тормошо, мәҙәниәте өсөн үҙҙәрен аямай көрәшкән М. Аҡмулла, 3. Рәсүлев, Ш. Манатов, X. Ғәбитов, 3. Вәлиди, Ғ. Рәсүлев һәм башҡа айбарлы уҙамандарҙың маҡ­ таулы ла, аяныслы ла яҙмыштары тасуирлана. Р. Xажиев — республикала билдәле журналист һәм яҙыусы, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Xөкүмәтенең Ш. Xоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты. 1999 йылда «Журналист булып ҡалам...» исемле китабына повесть-хроника, очерктар, юлъяҙмалар һәм публицистика ингән. Автор журналистарҙың ауыр, шул уҡ ваҡытта ҡыҙыҡлы һәм мауыҡтырғыс хеҙмәте, ар­ табан башҡорттарҙан тәүге архитектор-профессор Б. Кәлимуллин, партизан отряды командиры В. Әхмәҙуллин (авторҙың был очерктары «Арихитектор юлы» һәм «Бейек Татр» исемле доку­ менталь повестарға тиклем үҫтерелә һәм нәшер ителә — Ф.Ю.), шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артисы Р. Бәҙретдинов, рес­ публикабыҙҙың күренекле дәүләт эшмәкәре Ш. Xоҙайбирҙин һәм башкалар тураһында бәйән итә. Дөйөмләштереп әйткәндә, 20—30-сы йылдар очерктарына пафос, эмоционаллек хас булһа, 40-сы йылдар очерктарына — документаллек һәм публицислыҡ, 50-се йылдарҙа очерк жан­ рының йөкмәтке һәм тематик байлығы, 60—70-се йылдарҙа яңыса ҡарашын, ә 80—90-сы йылдарҙағы очерктарҙа демокра­ тия, үҙгәртеп ҡороу ҡыйыулығы, туранан-тура әйтеү һымаҡ һыҙаттар юғары художество кимәлдә тасуирлана. 23

II б ү л е к ОЧЕРКТЫҢ ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТӘБИҒӘТЕ 2.I. Хәҙерге башҡорт очеркының жанр формалары Башкорт әҙәбитәте тарихынан күренеүенсә, очерк жанры бер нисә төргә бүленеп йөрөтөлгән. Матбуғатта баҫылған очерк­ тарҙы к л а с с и ф и к а ц и я л а п , ул арҙы о ш о н д ай тем ати к төркөмдәргә бүлергә мөмкин: эшселәр тураһында очерк, хәрби очерк, тарихи очерк, әхлак очеркы һәм башкалар. Үрҙә миҫал­ ға алынған очерктарҙан очерк-портрет, очерк-проблема, очеркюлъяҙма төрҙәре ныклап үҫешеп киткән. Очеркты төрҙәргә бүлеүгә карата төрлө караш йәшәй. Ә. Вахитов менән Ә. Вәли очерк-портрет, юл-сәйәхәт, пей­ заж төрҙәренең булыуын билдәләй. Айырма шунда: Ә. Вәли о ч ер к т ө р ҙ ә р е н ә п р о б л ем ал ы о ч ер к та р ҙы ла и н д ер ә. К. Әхмәтйәнов очерк жанрының очерк-портрет, очерк-проб­ лема, очерк-юлъяҙма һәм хәтирә (мемуар) төрҙәрен билдәләй1. Ә Р. Ураҙғолов һәм Т. Килмөхәмәтовтың «Йәшлек» гәзитен­ дәге «Жанрҙар һәм рубрикалар» тигән китабында (1999) очер­ ктар портрет-очерк, юлъяҙма һәм хәл-вакиға төрҙәренә бүленә. Күренеүенсә, күп ғалимдар очерктарҙың портрет, юлъяҙ­ ма һәм проблемалы төрҙәренә баҫым яһай. Әҙиптәрҙең был мәсьәләгә карата фекерҙәре айырыла. Әйтәйек, Ф. М өхә­ мәтйәнов очерктарҙың төрҙәре күп булыуға ыңғай баһа бирә. Шулай ук кайһы бер авторҙарҙың «очерк конкрет бер кеше менән генә эш итә», тигән фекерҙәре лә бәхәс тыуҙыра. Очерк­ тарҙың йәмғиәттең бөтә өлкәләренә лә үтеп инеүен иҫәпкә 1 Әхмәтйәнов К. Ә ҙәбиәт теорияһы. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1985. — 320-се б. 24

алғанда, уларҙың төрҙәргә бүленеп йөрөтөлөүе —тәбиғи күре­ неш. З. Биишева «Ағиҙел» журналында баҫылған «Дөрөҫлөк, тағы ла дөрөҫлөк» тигән мәҡәләһендә очерктарҙың төрҙәре тура­ һында бына ни әйтә: «Очерктарҙы... бүлгеләп ҡарау, минең­ сә, дөрөҫ түгел. Сөнки ниндәйҙер проблема күтәрмәгән, шул проблеманы хәл итеү юлында етди көрәш алып бармаған, нин­ дәйҙер дәрәжәлә башҡаларҙан айырылып тормаған, үҙенә генә хас етди уңыштарға өлгәш кән геройҙың йәнле портретын бирмәгән очерк хаҡында ниндәй һүҙ алып барырға мөмкин?»2 Р. Ханнановтың очерктарҙы төрлө категорияларға бүлеүгә ҡаршы фекере З. Биишева менән ауаздаш. Автор очерктың әһәмиәтен бығаса күтәрелмәгән йәки күтәрелеп тә тейешле хәл ителмәгән тормош, көнкүреш, эш, хеҙмәт һәм кешеләргә булған м ө н ә с ә б ә т м е н ә н б и л д ә л әй . Ул иң к ө н ү ҙә к мәсьәләләрҙе, йәмғиәт мәнфәғәтенән сығып, бөтә художе­ стволы алымдар аша йәнле итеп һүрәтләү яғында. Беҙҙеңсә, очерктарҙы төрҙәргә бүлеү кәрәк, әлбиттә. Үрҙә әй тел гән сә, әүәл очерктарҙы кеш енең һ ө н әр ен ә ҡарап бүлгәндәр, тора-бара был күренеш үҙгәреп, очерктарҙың бер нисә төрө генә һаҡланып ҡалған. Телгә алған авторҙарҙың фе­ керҙәре менән тулыһынса килешеп булмай. Сөнки бөтә очерк­ тарҙы төргә бүлмәй йөрөткәндә, уларҙың тәбиғәтен, характе­ рын, тышҡы һәм эске үҙенсәлектәрен, тәғәйенләнештәрен асыҡлау ауырлыҡтар тыуҙырыр ине. Портрет очеркы, хәлваҡиға, проблема йәки юлъяҙма очеркы һәм башҡа төрҙәрҙең һәр ҡайһыһы ниндәйҙер проблема күтәрә, уларҙы ғилми яҡтан тикшереү, анализлау мөмкинлеге тыуа. Шулай итеп, очерктар­ ҙы төрҙәргә бүлеп өйрәнеү отошло, сөнки уларҙың һәр береһе әҙәбиәт процесында әһәмиәтле һәм мөһим урын тота. Очерк-портрет

Очерктарҙың күпселеге портрет очеркына ҡарай. Бында кеше яҙмышы тәрән өйрәнелә, геройҙың уй-кисерештәре, 2 Биишева 3. Дөрөҫлөк, тағы ла дөрөҫлөк / / Ағиҙел. — 1973. — № 9. — 113—119-сы бб. 25

уларға бәйле хәл-ваҡиғалар автор тарафынан оҫта һүрәтләнә. Портрет термины иң беренсе нәүбәттә кешенең тышҡы ҡиә­ фәтен һүрәтләүҙе аңлатһа, ваҡыт үтеү менән был төшөнсәгә тәрәнерәк мәғәнә һалынған. Публицистик ижадта ул кешенең тышҡы ҡиәфәте генә түгел, ә эске күңелен, рухи донъяһын да аңлата. Шуның өсөн очерк-портретта һүрәтләү объекты булып кешенең тирә-яҡ мөхите менән социаль йөҙө, эске донъяһы, тормошонда булған ваҡиғалары сығыш яһай. Яҙыусы герой образын асыу маҡсатында уның ниндәй социаль төркөмгә ҡарауын билдәләй, геройҙың донъяға ҡараш ы н асыҡлай, уның яҙмыш ындағы хәл иткес мәлде тотоп алырға тырыша. Уҡыусыны геройҙың ниндәй идеал­ дар, маҡсаттар менән йәшәүе түгел, ә уның килеп тыуған кәртәләрҙе, ҡыйынлыҡтарҙы нисек еңеп сығыуы ҡы ҙы ҡ­ һындыра. Очеркта геройҙың характеры, ҡағиҙә булараҡ, хәтергә һеңеп ҡалырҙай хәл-ваҡиға аша бирелә. Шуның өсөн авторға герой­ ҙың тормош юлындағы ошо мәлде уңышлы һүрәтләй белеү мөһим. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, авторҙар күп осраҡта герой тор­ мошондағы бер-ике ваҡиғаны тасуирлауҙан йәки герой био­ графияһын һөйләүҙән ары китмәй. Былар авторҙы ҡыҙыҡ­ һындырған герой тураһында тулы мәғлүмәт бирһә лә, әҫәрҙе һәр осраҡта ла портрет очеркы тип атап булмай. Хәҙерге очерк геройҙың шәхесен художестволы тикшереү һөҙөмтәһендә бар­ лыҡҡа килә, төрлө яҡлап тикшеренеүгә (уның әхлаҡлығын, рухи байлығын, ижадилығын һәм дә характерын асып биреү) таяна. Тимәк, яҡшы портрет очеркының әһәмиәте, мөһимле­ ге геройҙың юғары рухи сифатында түгел, һүрәтләнеүе менән шәхестең үҙенсәлекле, ғәжәйеп булыуында. Миҫал итеп, Т. Сәғитовтың «Уның Сулпаны» тигән очер­ кын алайыҡ. Автор әҫәрен юҡҡа ғына арыш башағы һәм йон­ доҙ төшөнсәләренән башламай. Был һүҙҙәрҙә тәрән фәлсә­ фәүи мәғәнә ята: 1) агрономдың яңы сорт табыу уңышына ҡаҙанған бәхетле иртәһе; 2) ҡараңғы төндә ер һөрөп эш ләгән тракторсыны, таң һыҙылғас, сулпан йондоҙо ҡаршы алыуы — өмөтлө киләсәк образы; 26

3) ер, арыш башағы һәм йондоҙ — фиҙаҡәр хеҙмәтте сим­ воллаштыра: бер яҡтан, агрономдың арымай-талмай лабора­ торияла эшләүе; икенсе яҡтан, тракторсының бураҙналар яраяра ер һөрөүе, иген, арыш сәсеүе, ваҡыты еткәс, урыуы һ.б. Очерктың «Уның «Сулпаны» тип аталыуы ла осраҡлы түгел. Автор бында арыштың «Сулпан» сортын сығарыуға өлгәшкән РС Ф С Р-ҙы ң атҡаҙанған агрономы, БА С С Р-ҙы ң атҡаҙан­ ған фән эшмәкәре, бөтә ғүмерен селекция фәненә бағышла­ ған ныҡышмал, тәүәккәл, төплө аҡыллы, тәрән белемле ғалим Сабир Абдулла улы Кунаҡбаев тураһында һөйләй. Т. Сәғитов 1956 йылда Ш ишмә тәжрибә станцияһы ойошторған Баш ­ ҡортостан ауыл хужалығы ғилми институтының бай тарихын бәйән иткәндән һуң, ҙур оҫталыҡ менән геройының хеҙмәт юлына күсеп китә. Ул урынлы сағыштырыуҙар менән Кунаҡбаевтың буй-һынын образлы һүрәтләүгә өлгәшә: «Тышҡы ҡиәфәте менән ул баштан-аяҡ интеллигент кеше. Дәрәжәлек, олпатлыҡ, үҙен тыныс һәм етди тотоп, һәр һүҙен әйтер алдынан ашыҡмайынса уйлап алыуы —бөтәһе лә ғалим­ лыҡ, унан бигерәк тә үҙ аллы, буйһонмаҫ фекер эйәһен биҙәй торған сифаттар. Бер үк ваҡытта ҡайһы яғы менәндер әле генә баҫыу ҡарап ингән игенсене лә, хужалыҡ етәксеһен дә хәтерләтеп ҡуя, ултыра биргәс, ошо ике һыҙат бергә уҡма­ шып, уның бар булмышын, тәбиғәтен, холоҡ-ҡиәфәтен бер шәхесте бөтөн иткәнлегенә тамам ышанаһың»3. Каршылыҡтарҙы еңеп, Сабир Кунаҡбаев арыштың яңы со р ты н булды ры у ө сө н яң ы алы м м е н ә н ә л е н ә н -ә л е тәжрибәләр үткәрә һәм үҙенә ҡәтғи талаптар ҡуя: беренсе­ һе — яңы сорт юғары уңыш бирһен, икенсеһе — ҡышҡы һыуыҡҡа бирешмәһен, өсөнсөһө —йәйге ҡоролоҡто ла еңһен, дүртенсеһе — кәмендә биш-алты сиргә бирешмәҫлек булһын, бишенсеһе — ҡоротҡостарға ла ҡаршы торһон, алтынсыһы — йығылмаһын, етенсеһе — арыш икмәгенең быуаттар буйы йәшәп килгән үҙенсәлектәрен, сифаттарын да һаҡлаһын. 1961 йылда башланған эш 1975 йылда Дәүләт комиссия­ һына тапшырыла. Ун биш йыл буйы лаборатория шартта­ рында ғына билдәле булған «Сулпан» сорты, Сулпан йондоҙ 3 Сәгитов Т. Уның «Сулпаны» / / Ағиҙел. —1987. —№ 5. —110 —119-сы бб. 27

һымак, балкып китә. Уның уңыш биреүе бер каҙаныш булһа, бик кы ҫка ғына вакыт эсендә бөтә донъяға таралыуы икенсе каҙаныштыр, моғайын. Шулай итеп, Т. Сәғитов әҫәрендә ғалим-шәхестең пор­ третын асыу өсөн ассоциатив һүрәтләүҙе, сағыштырыуҙарҙы оҫта кулланып, герой менән булған диалогтары, һығымтала­ ры, л и р и к сигенеүҙәр аша портрет очеркы тыуҙырыуға өлгәшкән. Ғөмүмән, теге йәки был очерксы йә яҙыусы, үҙенең пор­ трет очеркында геройы образын асыу өсөн төрлө саралар куллана. Иң беренсе нәүбәттә, бында композицион төрлөлөк күҙгә ташланһа, икенсенән, әҫәрҙең йөкмәткеһе, идея-художество үҙенсәлектәре (диалог, хаттар, тәбиғәт күренештәре, герой­ ҙың уй-хыялдары, авторҙың лирик сигенеүҙәре) иғтибарҙы йәлеп итә. Xеҙмәтебеҙҙең икенсе бүлегендә, төрлө очерктар миҫалында, алда әйтеп үтелгән мәсьәләләргә нығырак тукталырбыҙ. Юлъяҙма

Юлъяҙма рәүешендә яҙылған очерктарҙа сит илдәргә, та­ ныш булмаған төбәктәргә сәйәхәт мәлендә тыуған тәьҫорат­ тар тасуирлана. Яңы ерҙәр, кешеләр, вакиғалар менән таны­ шыуҙан тыш, укыусы был яҙмалар аша автор портретын күҙ алдына баҫтыра ала. Очерктың башка төрҙәренән айырмалы рәүештә, юлъяҙ­ маға мажаралы сюжет хас. Вакиғалар һүрәтләнеше булған хәлгә, төрлө осрашыуҙарға бәйле. Очерктың сюжеты ысынбарлыктағы хәл-вакиғаның, осрашыуҙарҙың эҙмә-эҙлелеген сағылдыра. Әммә, якш ы юлъяҙма очеркында авторҙың күргәнкисергәндәре ябай һанап сығыуға ғына королмай, ә иң мөһим һәм иң кыҙыклы вакиғаларға барып тоташа. XVIII—XIX быуаттарҙа киң таралған юлъҙмаларҙы хажнамә һәм сәйәхәтнамә тип атап йөрөткәндәр. Быны Т. Ялсығол, Ә. Ҡарғалы, Ғ. Сокорой, М. Өмөтбаев әҫәрҙәрендә осратырға мөмкин. Сәйәхәтнамәне («намә» — йышырак функциональ жанр­ ҙарға карай: вакиғнамә, васыятнамә, ғарызнамә, хажнамә. 28

Бында ул яҙыу төрө, жанр шәкеле мәғәнәһен йөрөтә, бигерәк тә хажнамә жанрҙары мәғлүм бер нормаға һалынған) донъя әҙәбиәттәрен тикшереүсе Б. Рифтин төрлө ил кешеләренең изге урындарға хажға барыуы йәки миссионерлыҡ эш мәкәр­ леге менән тығыҙ бәйләнештә тыуған жанр, тип билдәләй4. Урал-Волга буйы төрки әҙәбиәтендә күренгән ҡулъяҙма һәм баҫма сәйәхәтнам әләрҙең күбеһе шулай уҡ М әккәгә сәйәхәт, хаж ҡылыу менән бәйле. Шулар араһында үҙҙәренең тарихи-әҙәби ҡиммәте менән «Исмәғил аға сәйәхәтнамәһе» (1751) һәм «Мөхәммәт Әмин сәйәхәтнамәһе» (1783) айыры­ лып тора. Уларҙа сәйәхәт ваҡытында юлда күргәндәрҙе, баш­ тан үткәндәрҙе аштырыбыраҡ, ҡабартыбыраҡ һөйләү менән бергә реаль тасуирлау, хикәйәләү элементтары көсәйә бара, донъяуи мотивтар алғы планға сыға5. Ә. Карғалының «Тәржемәи хажи Әбелмәних әл-бистәүи әс-Сәғиҙи» (1889) китабына ингән әҫәрҙәр араһында шиғыр менән яҙылған сәйәхәт яҙмалары осрай. Ә. Карғалыға үҙ ғүмерендә күп илдәрҙә булырға тура килгән. Ул Бохара, Төркиә, Стамбул, К аһи рә ҡалаларында була. М әккә һәм М әҙинә ҡалаларына хаж ҡыла. һәм бына ошо юл тәьҫорат­ тарынан һуң, Стамбулға бергә барған Мөхәмәтйософ исемле бер рәсми кешенең үтенесе буйынса, юл иҫтәлектәрен ш и­ ғыр итеп яҙа. Ә. Карғалы үҙенең «Тәржемәи хажи Әбелмәних...» кита­ бында «Тәшәккөр» шиғырын миҫалға килтереп, Х быуатта йәш әгән билдәле ғәрәп ш ағирҙарының береһе Ф ирҙәүси өлгөһөндә яҙыуын билдәләп үтә. Шиғырҙа Әбелмәнихтың үҙ сәйәхәте хаҡында ҡәнәғәтләнеү менән әйтелгән ошондай юл­ дар бар: Тээссеф итмә мазыйә чикеб мөстәҡбәлә хәсрәт: Сәрасәр робги мәскунең тамашасыны курдең сән. 4 Хөсәйенов Ғ. Быуаттар тауышы. Баш ҡорт әҙәбиәте тарихы, теорияһы һәм тарихи поэтика буйынса очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1984. — 304-се б. 5 Ш унда уҡ. — 235—236-сы бб. 29

Мәғәнәһе: Үкенмә үткәнгә, киләсәк өсөн хәсрәт сикмә: Ерҙең дүрттән берен иңләп тамашаһын күргең һин. Шулай итеп, авторҙың шиғри сәйәхәтнамәһендә тыуған илен һағыныу һәм патриотик тойғолары асыҡ сағыла: Шәүке мәскән китмез имеш көллө хин, Ғәзме рәж, гәт әйләмешем бәгде зин. Зирә имандан ирер хөббө ватан, Дәрдилә кидәр уланча мәрд вә зән. Мәғәнәһе: Тыуган илде һагыныу һис тә китмәй икән, Ҡайтам илемә —уга етмәй икән. Үҙ ватаныңды һөйөү — иман ул, Ирҙең, ҡатындың йөрөүе шунан ул6. Ғ. Соҡорой (Мөхәммәтғәли Ғәбдессалих улы Кейеков, 1826— 1889) —XIX быуат башҡорт әҙиптәренән шаҡтай һәм күп яҡлы әҙәби мираҫ ҡалдырыусыларҙың береһе. Ул, бер яҡтан, су­ фыйсылыҡ поэзияһы традицияларын дауам иткән шағир. Уның мәдхиә, мәрҫиә, мөнәжәт, ҡасидә, ғәзәл, хикмәт ише жанрҙар системаһы тоташ норматив поэтика ҡанунынса яҙыл­ ған. Уларҙың йөкмәткеһе, идея-эстетик асылы ла суфыйсы­ лыҡ рухы менән һуғарылған. Икенсе яҡтан, авторҙың автобиографик шиғырҙары, пей­ заж лирикаһы, мәдехтәре конкрет тормош, көнкүреш детал­ дәренә бай, шәхестәргә аныҡ поэтик характеристика биргән реалистик принципта һәм стилдә яҙылған. Ҙур поэтик хажнамә әҫәре лә ошондай стилдә. Үҙ ғүмерендә Ғ. Соҡорой дүрт тапҡыр хажға барған. 1872 йылда хажға тәү тапҡыр барып ҡайтҡас, Соҡорой үҙенең 6 Харисов Ә. Баш ҡорт халҡының әҙәби мираҫы. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1965. —416-сы б. 30

алыҫ сәйәхәттә күргәндәрен тасуирлап «Нәсим әс-саба» («Таң еле») тигән хажнамәһен яҙған һәм, был китабын баҫтырам тип, күп йылдар буйы Ҡазанға йөрөгән. Китап, ышанысһыҙ бер нашир ҡулына эләгеп, баҫылмаған. Әммә тиҙҙән нашир үлгәс, «Нәсим әс-саба»ның ҡулдан-ҡулға күсеп уҡылып йөрөүе билдәле була. Ҡазан университеты китапханаһында «Хажнамә» исеме аҫтында ҡулъяҙма көйө һаҡланған. Авторҙың шиғырҙар, тарихи яҙмалар һәм заттар тупланған «Шәм яҡтыһы» тигән китабындағы «Нәсим әс-саба»» исемле хажнамәһенән өҙөк килтерәбеҙ (текстологик эштәрҙе башҡа­ рыусы, төҙөүсе, баш һүҙ яҙыусы, аңлатма биреүсе филология фәндәре докторы М. Нәҙерғолов). Ғ. Соҡорой был әҫәрен тормоштағы реаль ваҡиғаға тая­ нып яҙа: «...Мәмләкәти Русияның байлығы бик ҙурҙыр. Сөнки беҙем ҡәрйәбеҙҙән сығып Адисҡаса нисә йөҙ ҡәрйәләрҙән вә ҡалаларҙан үтеләлер! Йорттарының төҙөклөгө вә игендәрҙең вә ҡаралтыларҙың күплеге, байлығы заһирана (асыҡ) дәләләт ҡылалыр. Хосусан Мәскәү ҡәлғәһенең ҙурлығы вә төҙөклөгө, вә төрлө-төрлө заводтар, вә фабрикаларҙың күплеге империяға мәшһүрҙер. ...И скәндәриәнән суйын арбаһы менән Суэц ҡәлғәһенә китер өсөн вокзалға барҙыҡ. Унда ла ғәрәптәрҙең йүнһеҙлеге заһир булып торалыр. Вокзал эсендә издиғамлыҡ (өйкөлөш) вә һәм багажға бирәсәк нәмәләргә билет вә тәзкирә (доку­ мент), вә марка биреү кеүек эштәр һаман йүнһеҙ. Тамам вок­ зал эсендә ҡыл вә ҡәл (ҡысҡырыш), жәк вә жәдал (талаш), дәғүә вә ғауға. Ҡайҙа барырға белер хәл юҡ вә эш белгән кеше күрер хәл юҡ. Беҙем Русия мәмләкәтендә Нижнийҙән башлап Адисҡаса нисә вокзалдарға кереп сыҡһаң, был вокзал рәүешле михнәт күрмәҫһең!.. » Килтерелгән өҙөктәрҙән күренеүенсә, Ғ. Соҡорой сәйә­ хәтендә Рәсәй еренең киңлектәренә, бөтмәҫ-төкәнмәҫ бай­ лыҡтарына, Рәсәйҙәге барған төҙөлөшкә, төрлө-төрлө заводфабрикаларға, йылғалар аша һалынған күперҙәргә хайран ҡала һәм ул Мәскәүҙең ҙурлығын, төҙөлгән завод-фабрикаларҙы «мәшһүр империя»ға тиңләй. «Русия мәм ләкәте бик күп мәмләкәттин байыраҡ вә мәғмүрерәк (төҙөгөрәк), вә мәшһү31

рерәк булғандыр», тигән һығымтаға килә. Шулай уҡ ғәрәп илендә вокзалда күргән тәртипһеҙлеккә күңеле ҡала, ундағы «йүнһеҙлектәрҙе» ҡаты тәнҡитләй, Рәсәй менән сағыштырып, «Беҙем Русия мәмләкәтендә Н ижнийҙән башлап Адисҡаса нисә вокзалдарға кереп сыҡһаң, был вокзал рәүешле михнәт күрмәҫһең», ти ул. Шулай итеп, миҫалға килтерелгән хажнамәнән күренеүенсә, Ғ. Соҡорой күргән-кисергәндәрен нисек бар, шулай яҙып ҡына ҡалмаған, үҙенең прогрессив ҡарашын белдереп, теге йәки был күренешкә төплө фекерҙәрен әйткән. Б аш ҡ о р т ә ҙ ә б и ә т е н е ң и ке бы уат с и ген д әге осо р о М. Өмөтбаев (1841—1907) ижады менән бәйле. Ул үҙ заманы өсөн энциклопедик характерҙа ижад иткән ғалим һәм әҙип зат. Уның ижади эшмәкәрлеге, поэзияһы ла күп йәһәттән мәғрифәтселек идеяларын үтемле әҙәби формала пропаган­ далауға, идея-эстетик, этик, рационалистик ҡараш тарын сәнғәти һүҙ ярҙамында еткереүгә йүнәлтелгән. Билдәле ғалим Ғ. Кунафин әйткәнсә, әҙәбиәткә ул тәрбиә, аң-белем биреү һәм әхлаҡ дәреслеге итеберәк ҡарай (М. Өмөтбаев. Йәдкәр. Өфө, 1984. 10-сы б.)7. М. Өмөтбаевтың төп китабы «Йәдкәр» энциклопедик типта яҙылған. Бында тәбиғәт һәм донъя, ғилем һәм мәҙәниәт, яҙма әҙәбиәт һәм халыҡ ижады, уҡыу-уҡытыу педагогикаһы, тарих һәм этнография һәм башҡалар буйынса мөһим мәғлүмәттәр, өлгөләр бар. Жанр йәһәтенән әҫәрҙә мәҡәлә һәм ф әнниәҙәби очерк, белешмә һәм тасуирлама, юлъяҙма һәм нигеҙләмәләр, хикәйәт һәм риүәйәт, легенда, хикмәт, шиғыр һәм мәҫәл, назым һәм ҡитға, мәдех һәм мәрҫиә, шәжәрә һәм тәуарих, нәсихәт һәм тасуир —һәммәһе бар. М. Өмөтба­ ев хеҙмәттәренең үҙенсәлеге шунда: ғалим үҙ яҙмаларын ҡоро һәм эшлекле ғилми стилгә генә ҡормай, һөйләнелгән тари­ хи ваҡиғаларҙың, этнографик күренештәрҙең күбеһе уның күңеле аша үтеп, халыҡ мәнфәғәте күҙлегенән баһаланыла. 7 Хөсәйенов Ғ. Баш ҡорт әҙәбиәтенең поэтикаһы. Икенсе киҫәк. Тари­ хи поэтика. Психологик поэтика. М илли шиғыр поэтикаһы. —Өфө: Ғилем, 2007. — 121—122-се бб. 32

Документаллек һәм художестволылык элементтары бергә үре­ леп бара. Башкорт әҙәбиәте тарихында М. Өмөтбаев мәғрифәтсеғалим буларак кына түгел, мәғрифәтсе-шағир, публицист һәм тәржемәсе буларак та тәрән эҙ калдырған. Уның әҫәрҙәре дини фанатизмға, иҫкелеккә каршы йүнәлтелгән идея хәрәкәте йоғонтоһонда үҫкән прогрессив башкорт әҙәбиәтенең йөҙөн билдәләүсе ижад өлгөләре була. М әғрифәтселек идеялары М. Акмулланан кала тап М. Өмөтбаев әҫәрҙәрендә баҙык са­ ғылыш табып, уларҙың тематикаһын, жанр байлығын, ғө­ мүмән, идея-эстетик йүнәлешен билдәләй. Шулай итеп, Т. Ялсығол, Ә. Ҡарғалы, Ғ. Сокорой, М. Өмөт­ баев хажнамә һәм сәйәхәтнамәләре менән юлъяҙма жанры­ ның артабанғы үҫешенә ҙур өлөш индерәләр. Рус әҙәбиәтенән үрҙә телгә алынған «Путешествие в Ар­ зрум» (А.С. П уш кин), «Отрывок путеш ествия в И***Т** (Н .И . Н овиков), «Путешествие из Петербурга в Москву» (А.Н. Радищев), «Поездка в Ревель» (А.А. Бестужев), «Остров Сахалин» (А.П. Чехов), «Фрегат Паллада» (И.А. Гончаров) әҫәрҙәрен иҫкә төшөрәйек. Юлъяҙма очерктары дәүерҙәр төпкөлөнән үҫешеп килеү һөҙөмтәһендә үҙендә теге йәки был осор билдәләрен, шул осорҙа көн иткән төрлө халыктарҙың тормошо, йола-фиғеле, ижтимағисоциаль торошо хакында мәғлүмәттәр туплай. Авторҙар уларҙы художестволы кимәлгә еткереп укымлы, фәһемле, мәғәнәле итә. 70—80-се йылдарҙа башкорт әҙәбиәтендә ижади дуҫлык бәйләнештәре айырыуса көслө була. Республикала шул вакытта уҙғарылған урыҫ, украин, каҙак, карағалпак, сыуаш, якут, алтай әҙәбиәттәре көндәре оло дуҫлык байрамдарына әүерелә. Башкорт яҙыусылары ла, ошо туғандаш республика­ ларҙа, шулай ук сит илдәрҙә лә булып, ундағы осрашыуҙар­ ҙан онотолмаҫ тәьҫораттар менән кайта. һөҙөмтәлә, ошо тан­ таналарҙы ң иҫтәлеге булып, гәзит-ж урналдарҙа бик күп тәржемәләр баҫыла, кыҙыклы йыйынтыктар, антологиялар донъя күрә. «Миңә лә ошондай сәйәхәттәрҙең байтағында катнашыу, ул сактағы кеүәтле һәм берҙәм илебеҙҙең төрлө тарафтарын­ да булыу, шулай ук алыҫ мәмләкәттәргә барыу бәхете тейҙе... 33

Тағы ла шуныһын әйтергә теләр инем. Төрлө сәфәрҙәрҙә ҡағыҙға теркәп барғандарым минең уй-кисерештәремде генә түгел, шул осорҙағы ысынбарлыҡтың, уның хәҙер инде та­ рихта ғына тороп ҡалған ҡайһы бер үҙенсәлектәрен дә сағыл­ дыра», тип яҙа Башҡортостандың халыҡ шағиры, ғалим һәм публицист Рауил Бикбаев «Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән» тигән китабының баш һүҙендә8. Миҫалға авторҙың «Юғалмай торған хазинам» исемле юлъ­ яҙмаһын алайыҡ. Ҙур күләмле был яҙмала Р. Бикбаевтың ки­ серештәре, фәлсәфәүи уйланыуҙары, һоҡланыуҙары, борсолоуҙары ингән. Күргән-кисергәндәрен, автор үҙе әйтеүенсә, нисек бар шулай сағылдырырға тырыша. «Бында уйҙырма­ ларға бер ниндәй ҙә урын юҡ, ә бына уйланыуҙар өсөн ҡараш­ тар һәм фараздар өсөн ерлек тә етерлек, офоҡтар ҙа ғәйәт киң», ти автор үҙе был хаҡта9. Бер аҙналыҡ сәф әрендә авторға Төркиәлә әллә күпме ҡыҙыҡлы кешеләр менән осрашырға, тарихи ҡомартҡылар менән танышырға тура килә. Шуларҙың тәүгеһе — донъялағы иң боронғо, иң ҙур һәм һәр йәһәттән үҙенсәлекле Стамбулдағы алты манаралы Солтанәхмәт мәсете. Мәсеттәге тәьҫораттарҙы автор бына нисек еткерә: «Йә Хоҙай, серле күкһел нур бөркөп торған был тиклем бейек көмбәҙҙе ниндәй даһи аҡылдар, ниндәй алтын ҡулдар ижад итте икән? Әллә күпме тәҙрәләрҙән иҙәндәге келәмдәргә йом­ шаҡ ҡына яҡтылыҡ төшә. Әллә күпме төҫтәрҙәге затлы фа­ янстар, аҫыл таштар менән биҙәлгән мәсеттең эсендәге ма­ турлыҡтар күҙҙең яуын ала. К араш был гүзәллектең ҡайһы тарафына туҡталырға белмәйенсә, ҡомһоҙланып, барыһын байҡап ҡалырға ашыға. Төрлө-төрлө төҫтәр, биҙәктәр ара­ һында ниндәйҙер ғәжәйеп гармония хасил була һәм был яҡты­ лыҡ донъяһы үҙенең күкһел зәңгәрлеге менән ғүмерлеккә кү­ ңелгә уйылып ҡала. Шуға ла бит Солтанәхмәт мәсетен бын­ дағы халыҡ Зәңгәр мәсет (Мәүе мәсет) тип тә атаған»10. Сол­ танәхмәт мәсетенең алты манараһын Р. Бикбаев уҙған менән 8 Бикбаев Р. Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. —Өфө: Китап, 2002. —5-се б. 9 Ш унда уҡ. — 110-сы б. 10 Ш унда уҡ. — 102-се б. 34

бөгөнгө ваҡытҡа тиңләп, улар араһында ғәжәп бәйләнеш һәм ассоциация барлығына баҫым яһай. Xристиан сиркәүҙәре менән мосолман мәсеттәрен сағыштырып, автор ислам, хрис­ тиан диндәренең айырмалыҡтарына туҡтала. Диндәрҙе ҡапмаҡаршы ҡуйырға, береһен икенсеһенән өҫтөн һанарға йыйын­ май ул. Кешелә иман һәм әхлаҡ тәрбиәләгән, рухты сафлан­ дырырға ынтылған уларҙың барыһының да маҡсаттары изге һәм юғары булыуына ишара итә. Артабан Р. Бикбаев юлъяҙмаһында ике ил араһында һуңғы йылдарҙа йәнләнә барған рухи бәйләнештәргә туҡтала. Төрөк халҡының ихлас, ярҙамсыл булыуына һоҡланһа, беҙҙең рес­ публикалағы ҡайһы бер күренештәргә, мәҫәлән, күптәрҙең эскелеккә бирелеүен, ҡайһы берәүҙәренең хатта туған телен белмәүҙәре, динде һанға һуҡмауҙары өсөн күңеле әрней. Сәйәхәтенең иң тулҡынландырғыс мәле — авторҙың Стамбулдың Ҡораса Әхмәт тигән иң ҙур зыяратына барып, күре­ некле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Ту­ ған ҡәберенә баш эйеүе, ҡыҙы Иҫәнбикә һәм улы Сүбәҙәй менән осрашыуы (әйткәндәй, Р. Бикбаев Иҫәнбикә Туған һәм Сүбәҙәй Туғанды тәүге тапҡыр 1990 йылдың декабрендә ар­ ҙаҡлы шәхесебеҙҙең йөҙ йыллыҡ тантанаһын билдәләгәндә Башҡорт дәүләт университетында күрә. Улар икеһе лә про­ фессор — Ф.Ю.). Шулай ҙа авторҙы таң ҡалдырғаны һәм тетрәндергәне Иҫәнбикә Туғандың фатирында магнитофон таҫмаһынан ата­ һының тере ваҡыттағы тауышын тыңлатыуы. Зәки Вәлидиҙең халыҡ һүҙҙәрен көр, асыҡ тауыш м енән баш ҡортса һөйләгәне түбәндәге шиғри юлдарҙа сағыла: Бүҙәнәмен, өйөм юҡ, Баш һаҡтарҙай ерем юҡ, Ҡайҙа барһам — Бытбылдыҡ, бытбылдыҡ. Төйлөгән килһә, теймәһен тип, Япраҡҡа инеп юҡ булдым, Бытбылдыҡ, бытбылдыҡ11. 11Бикбаев Р. Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. —Өфө: Китап, 2002. —115-се б. 35

Был шиғри юлдар аша З. Вәлиди үҙенең тынғылыҡ тап­ маған йәнен, рухи хаятын аңлатырға тырышҡан. Был тыуған Башҡортостанына, тыуған тупрағына, ата йортона әйләнеп ҡайтмауына бәйлелер, моғайын. Ошо фекерҙе автор килтергән Иҫәнбикә ханымдың иҫтәлектәре тулыһынса дәлилләй: «Ата­ йым ҡурай тарта торғайны. Үҙенә айырым өй һалып сыҡҡан­ сы илгә ҡайтыуҙан өмөтөн өҙмәне. Инде үҙ йорто ла булып, был ергә ныҡлап нигеҙләнгәс, илгә ғүмерҙә лә әйләнеп ҡайта алмаҫын аңлаған, күрәһең. Ҡурайҙы ла ҡулына алмаҫ булды. Олоғайып та к и тк әй н е.» 12. Яҙмыш күпме генә ҡағып-һуҡмаһын, З. Вәлиди барыбер үҙе булып ҡалыуын, оло маҡсаттарға хыянат итмәүен, һайла­ ған юлынан ситкә тайпылмауын һыҙыҡ өҫтөнә ала автор. Тыуған илгә әйләнеп ҡайтыуҙан ғүмеренең аҙағына өмөтөн өҙһә лә, эшләгән эштәренең, күпме оло хеҙмәттәрҙән торған фәнни мираҫының тыуған халҡына әйләнеп ҡайтыуына, ғәҙел­ лек таңының уның өсөн килеп атыуына, исем-атының Ватан­ ға дан-хөрмәт менән әйләнеп ҡайтыуына ысын күңелдән шат­ лана һәм ғорурлана автор. Шулай итеп, Р. Бикбаев үҙенең яҙмаһында күргән-кисергәндәрен һөйләп кенә сыҡмай, сағыштырыуҙар менән худо­ жестволы юғарылыҡҡа еткерә. Бында авторҙың теге йәки был күренешкә төплө анализы, фәлсәфәүи фекерләүе ҙур роль уйнай. Ғөмүмән, 80—90-сы йылдарҙағы юлъяҙмаларға компози­ цион төрлөлөк, идея-йөкмәткеһенең үҙенсәлекле булыуы, ав­ торҙарҙың төплө уйланыуҙары, тәьҫораттары, сағыштырыуҙары хас. Атап үтелгән йылдарҙа был өлкәлә уңышлы эшләгән баш­ ҡорт авторҙарынан Р. Бикбаев һәм Р. Солтангәрәевтең «Бер ҡояш аҫтында», Р. Байымовтың «Галлела Дуҫлыҡ аҙналығы», З. Биишеваның «Юлдағы уйланыуҙар», М. Ҡотлоғәлләмовтың «Сағыу биҙәктәр», Т. Сәғитовтың «Абхаз иле — алсаҡ ил», Р. Хажиевтең «Ағиҙелдән Заале ярына», «Дуҫтар ҡосағы­ ның йылыһы», «Оран һала Афған тауҙары», «Ете йоҙаҡ ар­ 12 Бикбаев Р. Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. — Өфө: Китап, 2002. — 115-се б. 36

тында», Р. Бикбаевтың «Юғалмай торған хазинам», А. Филипповтың «Канлы үләндәр», Б. Ноғоманов һәм Т. Сәғитовтың «Төйәгебеҙ Көнбайыш Себер» һәм башҡа яҙыусыларҙың юлъяҙмалары бар. Проблемалы очерк

Очерктың был төрөндә предмет кәүҙәләнеше итеп нин­ дәйҙер проблемалы ситуация алына. Автор уның үҫеш бары­ шын үҙенең әҫәрендә күҙәтә. Логикаға нигеҙләнгән төҙөлөшө менән проблемалы очерк мәҡәләгә яҡын. Мәҡәләләге һымаҡ, проблемалы очеркта автор килеп сыҡҡан мәсьәләнең сәбәбен асыҡлай, уны хәл итеү юлын эҙләй. М әҡәләлә күп ваҡыт ста­ тистик мәғлүмәттәр урын ала һәм проблема дөйөмләштереү рәүешендә бирелә, ә проблемалы очеркта проблема кәртә бу­ лып тора. Шулай уҡ очерктағы проблема конфликт (бәхәс) аша барлыҡҡа килеүе ихтимал. һәм был конфликттың проб­ лемаға әйләнеп китеүе мөмкин. Бына ошо конфликттың үҫеше геройҙың тәьҫораттары аша бирелә. Булған хәлде аңлатыу өсөн автор әҫәрендә параллелдәр, ассоциациялар ҡуллана. Тимәк, проблемалы очеркта мотлаҡ хәл итеүҙе көткән мөһим ижти­ мағи һәм шәхси мәсьәлә ҡарала. Миҫалға Б. Павловтың Иштуған һыуһаҡлағысы тураһын­ дағы очеркын алайыҡ. Яҙманың йөкмәткеһе авторҙың уйланыуҙарынан, ти рә-яҡ мөхит тураһында борсолоуҙарынан тора. һуңғы осорҙа беҙ бөтәбеҙ ҙә тыуған еребеҙҙең күркәмле­ ген, тәбиғәтте һаҡлау тураһында күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Бор­ солоу бик тә тәбиғи һәм урынлы, сөнки кешелектең бише­ ге — Еребеҙгә ҡурҡыныс янай. Уны зәғифләү, ярлыланды­ рыу, утҡа тотоу — кешелектең үҙе өсөн һәләкәт икәнлеген дәлилләп, донъя ғалимдары оран һала. Ошо уңайҙан Б. Павловтың «Иштуған» очеркы зауыҡлы уҡыусыны йәнә бер тап­ ҡыр уйландырыр, тетрәндерер кимәлдәге әҫәр. Автор бында йөрәгендәге әрнеүҙәрен, борсолоуҙарын, кеше ғәмһеҙлеге, ва­ йымһыҙлығы арҡаһында үҙ еребеҙҙә үҙебеҙҙең ни дәрәжәлә аяныслы хәлгә ҡалыуыбыҙ хаҡында фашлау телмәрен тота. Публицистың был очеркы Башҡортостан тәбиғәтенә кире 37

йоғонто яһар Иштуған һыуһаклағысы, ҙур кеүәтле АЭС төҙөү, урмандарҙы кыркыуҙың бөтә тереклеккә, шул иҫәптән гүзәл тәбиғәткә килтергән зыяны хакында йәнә Бер тапкыр иҫкәр­ теү, аңлырак булырға сакырыу ул. «Много веков Южный Урал служит людям, укрепляет мощь отечества. Не только металл, в том числе и драгоценный, но и уголь, и леса, и мед, и рыбу щедро отдавал он всем. И про­ должает отдавать щедро. А мы, особенно в советское, безот­ ветственное время, еще больше распаляем свою эксплуата­ торскую алчность, не замечая, что разум наш далеко занесло в бесконтрольной вседозволенности, помутился разум, очер­ ствела душа, хотя мы этого и не замечаем, и не признаем. Головокружение от “успехов” продолжается, только вот успехов-то что-то не видно, одно сплошное головокружение и признание — катимся к пропасти. Вместо расчетов — скры­ тый и явный обман: лесов в Башкирии становится все мень­ ше, вместе с ними уходит и горная вода, которую еще и за­ грязняем. Два современных динозавра навалились на малые и большие реки — Агропром и Промышленность, пьют воду в два горла и тут же выплескивают грязь и отходы, уподобляясь хозяйкам-неряхам, которые давно высмеяны народом»13. Б. Павлов уҙғандарҙан фәһем алып, киләсәккә караш таш­ лай, иртәгәһе яҙмыштар тураһында уйлана, дәүләт эш мәкәр­ ҙәрен, төрлө дәрәжәләге чиновниктарҙы фашлай. Экологик һәләкәттең йылдан-йыл катмарлашыуы аркаһында кеше ғүме­ ренә ни тиклем зыян килгәнен автор күҙәтеүҙәре һәм дәлил­ дәре менән нығыта, йомғак яһай. Бында уның республикала үткәрелгән митингыларҙа, акцияларҙа катнашыуы, ғалимдар м ен ән экспедицияларға барыуы ҙур роль уйнай. С өнки Б. Павлов яҙмаһында дөрөҫлөк юллаған журналист-публицист кы на түгел, ә халкының яҙмышын, киләсәген кайғырткан шәхес, тыуған еренең, иленең патриоты ла. М. Xужин республикала танылған журналист. Ул үҙенең үткер публицистик яҙмаларында экология, ауыл хужалығы буйынса, милли үҙаңды нығытыу, эскелек, енәйәтселек проб­ 13 Павлов Б. Покуш ение на заветное. Очерки, рассказы, эссе. — Уфа: Баш к. кн. изд-во, 1992. — С. 14. 38

лемаларын күтәрә. Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының ғилми хеҙмәткәре С. Хөсәйенов «Егәрле публицист» тигән мәҡәләһендә М. Хужиндың ижадына байҡау яһап, матбуғатта донъя күргән яҙмаларын төплө анализлай14. М әҡәлә авторы билдәләп үтеүенсә, үҙенең ижадында М. Хужин тағы ла бик мөһим мәсьәләгә иғтибар итә: был — милли үҙаңды нығытыу мәсьәләһе. «һуңғы һартаймы?» тигән яҙмаһында М. Хужин Рәсәйҙең милли сәйәсәтенә байҡау яһай. Үҙәктә милли йөмһүриәттәр федерацияһын бүленмәҫ берҙәм империя итеп үҙгәртеп ҡороу­ ҙы теләгән көстәр барлығын билдәләй. Был көстәр яңы яулап алынған суверенитетты юҡҡа сығарырға тырыша. Автор улар­ ға ҡаршы торорлоҡ берҙәмлек булмауын ике туғандаш халыҡ­ тарҙың — башҡорттар һәм татарҙарҙың милли ойошмалары араһындағы ҡаршылыҡ менән аңлата. Бының сәбәбе —төньяҡкөнбайыш башҡорттары тирәһендә килеп тыуған мәсьәлә. Билдәле булыуынса, төрлө тарихи арҡаһында тарихи Башҡ­ ортостандың был өлөшөндә йәшәгән башҡорт халҡының теле татар теле й о ғо н то һ о н ны ҡ к и сер ә. Бы л уларҙы ң бер өлөшөнөң милли үҙаңының юйылыуына һәм татар миллә­ тенә ҡушылыуына килтерә. Бының төп сәбәбе итеп автор мәҙәни һәм географик факторҙарҙы атай. «Казан йоғонтоһо көслө булған көнбайыш Башҡортостанда, әлбиттә, уларҙың (башҡорттарҙың) аң-белемгә ынтылғандары ла ошо тарафҡа юлланыр булған бит. Татар мөхитендә үҙ кеше булыр өсөн ундайҙарҙың артабан милләтен татарға үҙгәртеүе бик тәбиғи3. Автор уйынса, башҡорт милләтен юғалыуҙан мәҙәниәт кенә йолоп ҡала аласаҡ. Уны үҫтереү өсөн мәктәптәргә туған телде ҡайтарырға, милли традицияларҙы, әхлаҡи ҡанундарҙы тер­ геҙергә кәрәк. Быларҙы милли ойошмалар ғына эшләй ал­ май, хөкүмәт ярҙамы мотлаҡ. Миҫалға алынған яҙмаларҙан күренеүенсә, авторҙар килеп тыуған проблемаларға үҙ ҡараштарын, төплө фекерҙәрен бел­ дереп кенә ҡалмайынса, уларҙы хәл итеү юлын эҙләй һәм йәмәғәтселеккә еткереүҙе үҙҙәренең төп бурысы итеп һанай.

14Хөсәйенов С. Егәрле публицист //А ғиҙел. —2013. —№ 12. — 151-се б. 39

Шулай итеп, үрҙә очерк жанрының ҡайһы бер үҙенсәлек­ тәре күҙалланды. Xудожестволы-публицистик жанр булараҡ, очерктың үҙәгендә кеше, уның эске донъяһы тороуын билдә­ ләнек, ул ҡыҙыҡһынған һәм хәл итә торған проблемаларға ба­ ҫым яһаныҡ, очерктың документаль нигеҙле булыуын асыҡ­ лап, типиклаштырыу һәм башҡа мәсьәләләргә туҡталдыҡ. Тимәк, ҡуйылған проблемалары, идея-эстетик йүнәлеше, идея­ һы, кеше образының бирелеше, хәл-ваҡиғаларҙың үҫеше һәм башҡа үҙенсәлектәрҙән сығып, очерктарҙы төрҙәргә (очеркпортрет, очерк-юлъяҙма һәм очерк-проблема) бүлеп өйрәнеү маҡ­ сатҡа ярашлы. Уларҙың һәр береһенең әһәмиәте ҙур, дөйөм әҙәбиәт процесында мөһим роль үтәй. М әҫәлән, очерк-портретта төп иғтибар геройҙың ниндәй шәхес булыуына йүнәлтелһә, ю лъяҙма очеркы нда авторҙың юлдағы кисереш тәре һәм күргәндәре кәүҙәләндерелә, ә проблемалы очерк, исеменән үк күренеүенсә, ниндәйҙер мөһим мәсьәләне хәл итеүгә йүнәлтелә. Тормошта туҡтауһыҙ үҙгәрештәр бара, төрлө геройҙар, шәхестәр артҡандан-арта. Тимәк, былар бөтәһе лә хәҙерге за­ ман күҙлегенән яңыса ҡаралып, баһалау табырға тейеш.

2.2. Документаль-художестволылыҡ һәм публицислыҡ — очерк жанрының төп һыҙаттары Очерк теорияһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе М. Горь­ кий Иван Жигаға яҙған бер хатында был жанрҙы түбәндәгесә билдәләй: «Очерк тикшеренеү эше менән хикәйә араһында тора»15. Тимәк, очерктың тормошта булған хәлдәр, эштәр ту­ раһында яҙылған художестволы әҫәр икәне, уның хикәйә фор­ маһында булмауы асыҡлана. Тап бына ошо хәл очерктың бик мөһим үҙенсәлегенә инә. Xудожестволы очерктарҙа, әҙәбиәт­ тең башҡа жанрҙарындағы кеүек, автор үҙе уйлап сығарған хәлдәр һәм кешеләр тасуирланмай, ә ысынбарлыҡта йәшәгән кешеләр, тормошта булған хәлдәр һүрәтләнә. Xудожестволы очерктың адресы асыҡ билдәле була. 15 Горький М. Несобранные литературно-критические статьи. — М.: Гослитиздат, 1941. —С. 145—151. 40

Очерктың тағы бер мөһим үҙенсәлеге шунда: ул әҙәбиәт һәм публицистика сигендә ята, йәғни очерксы ысынбарлыҡ­ ты танып белеүҙең ошо ике төрҙө ҡуллана торған сараларын файҙалана. Нимә ул публицистика? Тәү ҡарашҡа ул ҡатмарлы ла түгел һымаҡ. Әммә был һорау уның тураһында ҡапма-ҡаршылыҡ­ лы фекерҙәр тыуҙыра. Әйтәйек, ҡайһы берәүҙәр публицисти­ каны кешелек донъяһын өйрәнеүҙә ижтимағи аңдың, сәнғәт менән фәндең айырым бер тармағы итеп ҡарай. Икенселәр уны әҙәбиәт төрө итеп билдәләү яғында16. Өсөнсөләргә иһә ул йәмғиәттә ижтимағи-сәйәси тәрбиәнең йоғонтоһо булып тойола. С.И. Ожеговтың «Рус теле һүҙлеге»ндә публицисти­ ка — заманыбыҙҙың ижтимағи-сәйәси мәсьәләләре буйынса яҙылған әҙәби әҫәр, тип раҫланһа, С.А. Иванникова редак­ цияһында баҫылған «Рус теле һүҙлеге» уны «әҙәби жанр, за­ маныбыҙҙың актуаль темаларына арналған ижтимағи-сәйәси әҙәбиәт», тип нарыҡлай, ә «Хәҙерге рус теле һүҙлеге»ндә « за м ан ы б ы ҙҙы ң к ө н ү ҙә к и ж т и м а ғ и -с ә й ә с и м ә с ь ә л ә ­ ләренә арналған әҙәби төр, был төр әҫәрҙәрҙең йыйылмаһы» тиелә. Публицистикаға билдәләмә биргәндә үк килеп сыҡҡан бындай ҡаршылыҡлы фекерҙәр уның йәмғиәттә ниндәй функ­ ция үтәүе, ниндәй алымдар файҙаланыуы, журналистикаға, художестволы әҙәби әткә м өнәсәбәте кеүек м әсьәләләрҙе бөтөнләй бутап ебәрә. Публицистикан художестволы әҙәбиәткә лә актив йоғон­ то яһай алғанға күрә, әҙәбиәт белгестәре уның тураһында төрлөсә фекер йөрөтә. Уны һайыраҡ белеү иһә художестволы әҙәбиәттең ҡайһы бер мәсьәләләрен тикшереүҙә яһалмалыҡҡа, улай ғына түгел, йыш ҡына хатта ҡапма-ҡаршы фекерҙәргә килтерә. Ә. Вахитов, мәҫәлән, башҡорт совет әҙәбиәтенең тарихи темаларға яҙылған тәүге әҫәрҙәрен барлағанда: «Тор­ мошто ғалим булып тикшерәһе, ғөмүмән, дөйөмләштерелгән картина бирәһе урынға, яҙыусылар, нигеҙҙә, публицист бу­ лып сығыш яһанылар», тигән һығымтаға килә. Әлбиттә, бын­ 16 Кузбәков Ф. Рухиәт ҡотҡарыр: мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр. — Өфө: Китап, 2011. — 386-сы б. 41

дай баһалау үтә дөйөм, һәм уны публицист эшмәкәрлегенә лә индерергә мөмкин. Сөнки публицист та тормошто анализ­ лай, өйрәнә, дөйөмләштерә, билдәле бер дәрәжәлә художе­ стволы образдарға, художестволы деталдәргә мөрәжәғәт итә. Яҙыусы менән публицист эшмәкәрлеге араһындағы иң мөһим айырмалыҡ —публицистик әҫәрҙең адреслы, документаль факт­ ҡа нигеҙләнгән булыуында. Публицист факттар менән ижади фантазияһы ҡушҡанса мөғәмәлә итә алмай. Яҙыусы өсөн факт — ижади фантазияның яғыулығы. Әҫәр тыуҙырыуға тәү этәргес функцияны үтәгән факт яҙыусының ижад процесын­ да әллә нисәмә төрлө (урынын алмаштырыу булһынмы, баш­ ҡа факттар менән бәрелештереү тиһеңме, типиклаштырыу һ.б.) үҙгәрештәр кисерә. Публицистика өсөн факттарҙың яңылығы, был факттарҙы тыуҙырыусы сәбәптәрҙе асыҡларға ынтылыу, шулар нигеҙендә яңы фекер әйтеү мөһим. Мәҫәлән, ваҡытлы матбуғат биттә­ рендә алдынғы хужалыҡтар, алдынғы хеҙмәт кешеләре тура­ һында күп яҙыла. Хикмәт бында бер үк нәмәне артыҡ күп һөйләүҙә түгел. Иң мөһиме — уҡыусыға билдәле герой тура­ һында ла ниндәйҙер яңылыҡ әйтеү. Публицист шулай итеп, билдәле темаға яңылыҡ бирергә, билдәле геройҙың образын асырға тейеш. Шул осраҡта ғына публицислыҡ тураһында һүҙ йөрөтөргә мөмкин17. Жанрҙар араһында художестволы әҙәбиәткә иң яҡын тор­ ғаны — очерк. Р. Ханнанов, мәҫәлән, хикәйә менән очеркты сағыштырып, эшләнеш һәм яҙылыш формалары буйынса улар бер типтағы әҫәрҙәр булыуын билдәләй. Очерктың да, хикә­ йәнеке кеүек үк, структураһы, ваҡиғалар үҫеше, сюжеты бар. Д о к у м ен тал ь д ә л и л д ә р г ә н и г е ҙ л ә н ә . Т о р м о ш та б у л ­ ған хәл һәм конкрет кешегә бағышланыуы ла тәбиғи. Әммә, очерктың ижади фантазияһы документаль рамкалар сиген үтергә тейеш түгел. Әҙәбиәт тә, журналистика ла кешене һәм уның йәш әйе­ ш ен һүрәтләгәндә күп төрлө ж анрҙарға м өрәж әғәт итә. Мәҫәлән, бер нисә юллыҡ хәбәрҙә лә теге йәки был коллек­ 17Кузбәков Ф. Рухиәт ҡотҡарыр: мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр. — Өфө: Китап, 2011. — 386-сы б. 42

тивтың, айырым кешенең хеҙмәттә өлгәшкән уңыштары һәм башкаһы хакында мәғлүмәт алып була. К о р р есп о н д ен ц и я ж анры ош о хеҙм әт һ ө ҙө м тәһ ен ең сәбәптәрен анализлай. М әкәлә, репортаж һәм башка жанр­ ҙарҙа ла кеше һәм уның эше тураһында һүҙ алып барыла. Очеркта ла ошондай ук хәл. Айырма шунда: очерксыны ба­ рыһынан да бигерәк геройҙың шәхес буларак формалашыуы, йәмғиәттә тоткан урыны һәм уның эске донъяһы кыҙыкһындыра. Очерктың предметын публицистика теорияһында ак­ тив эшләүсе ғалим М. Черепахов: «Ижад индивидуаллеге бул­ ған кеше, төҙөүсе коллектив, тормош бурыстары, ундағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең эшендә, характерында, яҙмыштарын­ да, уй һәм хистәрендә сағыла», — ти18. Репортаждан айырма­ лы рәүештә, очерк үҙенсәлекле тикшеренеүсе жанр. Унда факт һәм вакиғалар ғына анализланмай, ә авторҙың уйланыуҙары, дөйөм һөҙөмтәләре ниндәйҙер булһа проблеманы хәл итеүгә йүнәлтелә. Танылған очерк оҫтаһы М. Шагиняндың билдәлә­ үенсә, очерк, яҙыусының ысынбарлык донъяһына уның тәби­ ғәте, кешеләре, еңеүҙәре һәм көтөлмәгән тәьҫирле «әхлак» менән актив сәйәхәтенә бәйле. Очерктағы образдар һәм күре­ н еш тәр ай ы ры уса а н ы к , д о к у м е н т ал ь, ә м м ә о ч е р к ­ тағы фекер һәм логикаға нигеҙләнгән дәлилдәр, дөйөмләштерелелеп, билдәле бер һығымта яһала. Тимәк, хикәйәнән айыр­ малы рәүеш тә, очеркта кеш е булған вакиғалары м енән һүрәтләнә. Очерк ысынбарлыктағы вакиғаларҙы, күренештәрҙе, факт­ тарҙы , кеш еләрҙең эш -х ә р әк ә ттә р ен , уй -к и сер еш тәр ен һүрәтләп, уларҙың социаль асылын билдәләй, ниндәйҙер бер һөҙөмтә сығара. Әлеге жанр саф эстетик максаттарҙы ғына күҙ уң ы н д а то тм ай , ул кеш е я ҙм ы ш тар ы , у л ар ҙы ң мөнәсәбәттәре аша мөһим ижтимағи проблемалар күтәрә, со­ циаль баһа бирә. М. Ш агинян хаклы рәүештә әлеге жанрҙың төп проблемаһын факттан фекер сығарыуҙа күрә. Очерксы теге йәки был вакиға, йәки кеше тураһында матурлап яҙып килә лә, бер фактка күсеп китә. Й ә булмаһа, вакиғаны, кеше­ 18 Черепахов М. Работа над очерком. — М.: Изд-во М осковского уни­ верситета, 1966. — С. 12. 43

нең эш-хәрәкәттәрен образлы итеп һүрәтләп, уға аңлатма би­ рергә тырыша, дәлилдәр килтерә һәм йомғаҡлай. Мәғлүм булыуынса, донъяны танып белеүҙең фәнни, пуб­ лицистик һәм художестволы кеүек төрҙәре бар. Уларҙың һәр ҡайһыһы билдәле алымдар системаһын ҡуллана. М әҫәлән, әҙип образдар системаһына мөрәжәғәт итһә, ғалим рацио­ наль, логик ысулдарҙы файҙалана. Публицист иһә әлеге алым­ дар системаһының икеһенә лә мөрәжәғәт итә, ләкин икенсеһенә нығыраҡ өҫтөнлөк бирә. Уны үҙе һүрәтләй торған факт йәки ваҡиға, кешеләрҙең эш-хәрәкәттәре, донъяға ҡарашта­ ры ҡыҙыҡһындыра. Художестволы-публицистик жанр булған очеркта иһә был һәр ике башланғысҡа ла берҙәй хоҡуҡ бирелә. Очерксының оҫталығы нәҡ бына ошо ике башланғысты тәбиғи хәлендә бергә ҡушыуы, йәғни синтезлай белеүендә. Очеркта әлеге ике башланғыстың м әғәнәһе хаҡында һүҙ алып барғанда ике әйберҙе күҙ уңында тоторға кәрәк. Беренсенән, гәзит, журнал һәм китап очерктары бер үк принциптарға нигеҙләнеп ижад ителһә лә, улар араһындағы айырма — күләм мәсьәләһе. Жур­ нал, китап очерктарында геройҙың эске донъяһы киңерәк асы­ ла. Йәғни, нисек шәхес булып формалашыуы киң планда кәүҙәләндерелә. Ә гәзит очерктарында, киреһенсә, геройҙың эш -хәрәкәттәренә өҫтөнлөк бирелә, авторҙың публицистик фекере алғы планға сыға. Икенсенән, һәр әҙиптең, һәр пуб­ лицистың үҙ стиле, яҙыу оҫталығы, яҙыу алымы була. Әйтәйек, күренекле очерк оҫталары Р. С олтангәрәев, Ш. Янбаев, Ғ. Шафиҡов, Р. Хажиев, М. Хужин, Р. Насиров, Т. Сәғитов очерктарында публицистик һүрәтләү сараларына өҫтөнлөк бирһә, Ғ. Хөсәйенов, С. Бәҙретдинов, С. Иманғолов, С. Поварисов, М. Котлоғәлләмовтар сәнғәтсә һүрәтләү сараларын оҫта ҡуллана. һанап үткән авторҙар ижадтарында ла художе­ стволы һәм публицистик сараларҙың синтезын бирә. Ғөмүмән, очеркта беллетристика һәм публицистика сара­ ларының берҙәмлегенә ирешеү һәр осраҡта етди проблема булып ҡала. Был йәһәттән ғалимды һәм шағирҙы сағышты­ рып, В.Г. Белинский былай тигән: «Берәүһе иҫбат итһә, икен­ сеһе — һүрәтләй һәм икеһе лә ышандыра, тик береһе —логик дәлилдәр менән, икенсеһе — һүрәтләү рәүешендә. Очерксы 44

иҫбатлай ҙа, һүрәтләй ҙә, образдар системаһын да берҙәй оҫта ҡулланырға тейеш». Тикшеренеүселәр очерктың тағы бер үҙенсәлеге итеп уның документаль жанр булыуын күрһәтә. Документаль жанр бу­ лараҡ, очерк художестволы әҙәбиәттең ижтимағи фәндәргә иң яҡын торған жанры тип иҫәпләнә. Сөнки тормоштоң кон­ крет бер күренешен өйрәнеү үҙенсәлеге уны фәнгә яҡынайт­ һа, был күренеште художестволы формала биреүе —әҙәбиәткә яҡынайта. Документаль очерк факттарҙы һәм күренештәрҙе үҙ ысынбарлығында нисек бар шулай яңынан үҫтерә. Очерк һәр осраҡта ла үҙенең документаллеген һаҡлап ҡала ала, сөнки ул тормоштағы конкрет факттарҙы, ваҡиғаларҙы, кешеләрҙе йәнләндерә. Әгәр ҙә документаль икән, тимәк, унда бер ниндәй ҙә уйҙырма булырға тейеш түгел. Ә бына Р. Әмиров үҙенең «Xудожестволы очерк һәм тор­ мош» тигән мәҡәләһендә тикшереүселәрҙең очерктағы төп үҙенсәлекте документаллеккә бәйләүҙәрен хупламай. Автор фе­ керенсә, очерктың һәр төрөндә фактик материал үҙләште­ релә. Мәҫәлән, юлъяҙма очеркы үҙенең сюжеты, композиция­ һы м е н ә н ф ак ттар теү әл л еген тал ап и т һ ә , п о р тр е точеркта факт һәм фараз итеү дәрәжәһе икенсе төрлөрәк була19. Очерктағы документаллектең ошо үҙенсәлектәре уның һүрәтләү сараларына ла үҙенсәлекле һыҙаттар өҫтәмәй ҡал­ май, әлбиттә. Очерктарҙың адреслы булыуы ла ихтимал. Очерктың до­ кументаллеге һәм адреслығы тураһында В. Солоухиндың төплө фекерҙәре бар: «Документаль очерк барлыҡҡа килгән ваҡытта геройға төрлө төбәктән хаттар килә башлай, сөнки уның ад­ ресы бар. Очерктың икенсе йәшәйеше геройҙың үҙе һымаҡ профессиональ кешеләр менән хат алышыуы һәм тәжрибә уртаҡлашыуы башлана. Аҙаҡтан, адреслы һәм фантазиялы булғанда, очерк нығыраҡ тәьҫир итә». Тимәк, документаллек һәм адреслылыҡ очерктың иң һәйбәт сифаттарының береһе. Очерктағы герой тормоштағыса, ысынбарлыҡта нисек бар шулай яҙылырға тейеш. Был осраҡта уйҙырма, ф антазия 19 Әмиров Р. Художестволы очерк һәм тормош / / Ағиҙел. — 1973. — № 5. — 101—105-се бб. 45

ниндәй роль уйнай һуң? Уйҙырмаһыҙ, фантазияһыҙ ижад итеү мөмкин түгел. Иң мөһиме, дөрөҫлөктән ситкә тайпылыу бу­ лырға тейеш түгел. Билдәле яҙыусы, журналист Р. Ханнанов «Дөрөҫлөк, тағы ла дөрөҫлөк» тигән мәҡәләһендә ошо мәсьәләгә ҡағылышлы бул­ ған бер ваҡиғаны иҫкә төшөрә. Унда орден-миҙал таҡҡан алдын­ ғы эш сен ең редакц и яға килеп, үҙе тураһы нда я ҙы л ­ ған очерктың дөрөҫлөккә тап килмәүен әйтеүе тураһында яҙыла. — Очерк үҙегеҙгә оҡшағандыр бит, матур итеп бирҙек, — тинек. Ә ул тыңлап торҙо ла, көрһөнөп: — Бөтә бәлә лә шунда, оҡшаманы, — тип ҡуйҙы. — Ул бөтөнләй минең хаҡта яҙылмаған кеүек. Дөрөҫ, бөтәһе лә мин һөйләгән нәмәләр. Ләкин улар шул тиклем үҙгәртеп, шымар­ тылып бирелгән, уҡығанда ер тишегенә инеп китерҙәй бул­ дым, хеҙмәттәштәрем алдында оят, — тине очерк геройы. — М иңә клоунға ҡараған һымаҡ ҡарайҙарҙыр, моғайын. Мин бит бер яңғыҙым эшләмәйем, әгәр улар булмаһа, сүпкә лә ярамаҫ инем. Намыҫлылыҡ, әлбиттә, минең ғүмер юлдашым. Заводта бер намыҫлы кеше генә коллективты алға ебәрә ал­ май. Бер-береңдең ярҙам ҡулын тоймайынса эшләп булмай. Күберәк улар менән бәйләргә кәрәк ине. Юғиһә, ҡара ҡарға­ лар араһында ала ҡарға кеүек килеп сы ҡ ҡанм ы н.»20 Р. Ханнановтың тормош тәжрибәһенән алынған миҫалы шуны дәлилләй: аҙ ғына уйҙырма, үҙгәреш индерҙеңме, ваҡиға тәбиғилеген юғалта. М. Ш агинян да тормош дөрөҫлөгөн бо­ ҙоуға ҡаршы. Уның фекеренсә, яһалмалылыҡ ысынбарлыҡты боҙоуға килтерә, тормош тоң, ваҡиғаларҙың, күренеш тәр­ ҙең үҙҙәренә генә хас үҙенсәлектәрен күрергә ҡамасаулай. Шулай итеп, уйлап сығарылған художестволы деталдәр, һәм сифаттар түгел, ә фактик дөрөҫлөк, тормош ысынбар­ лығы мөһим роль уйнай. Очерктың тормошсанлығы тураһын­ да һөйләгәндә иң беренсе сиратта ышаныслы факттар, доку­ менталь дөрөҫлөктө күҙ уңында тоторға кәрәк. Әгәр ҙә ге­ ройға егерме йәш икән, уны оло йә кесе итеп күрһәтеү мөмкин 20 Ханнанов Р. Дөрөҫлөк, тағы ла дөрөҫлөк / / Ағиҙел. — 1973. —№ 9. — 13-сө б. 46

түгел. Әгәр ҙә ул ҡара сәсле икән, һары сәсле итеп яҙып бул­ май һәм башҡалар. Ә бына факттар тураһында М. Горький былай тигән: «Факт әле бөтөн хикәйәт түгел, ул ысын сәнғәт хәҡиҡәтен сығарыу өсөн ем генә». Тимәк, булған фактты ни­ геҙләүсе дөрөҫ дәлилдәр ҙә кәрәк. Очерк типик хәлдәрҙе, типик геройҙарҙы һүрәтләргә һәм проблемаларҙы күтәрергә тейеш. Очерк — күсермә түгел, очерк — индивидуалләштереү аша типиклаштырыу һөҙөмтәһе. Очерксы күп кешеләрҙәге айырым сифаттарҙы бер геройға туплап, типиклаштыра алмай. Киреһенсә, бер кешене һүрәт­ ләгәндә генә уның үҙенә хас характер сифаттарын, һыҙатта­ рын табырға мөмкин. Ләкин очеркта типиклаштырыуҙың да үҙ нескәлектәре бар. Ул үҙенсәлек — художестволы-публицистик жанр булыуына бәйле. Художестволы жанрҙа эш итеүсе булараҡ, очерксы герой­ ҙың эске донъяһын, психологияһын, эш-хәрәкәт мотивтарын өйрәнә, шуларҙы кәүҙәләндерә һәм бер үк ваҡытта автор ти­ пиклаштырыуҙа социологик принципты ла ҡуллана. Очерк геройы теге йәки был социаль төркөмгә ҡарай, ул ижтимағи тормошта мөһим бер роль уйнай. Очерксының оҫталығы бына ошо геройҙың мөһим һәм индивидуаль сифаттарын конкрет ситуац и яларҙа, баш ҡарған эш тәрен дә айы ры лм аҫ итеп һүрәтләй белеүендә. Очеркта типиклаштырыу әҙәби һәм пуб­ лицистик алымдар менән ғәмәлгә ашырыла, ә һүрәтләү сара­ лары тураһында һүҙ йөрөткәндә, шуны әйтеү мөһим: әҫәр романмы, очеркмы — бер үк һүрәтләү саралары ҡулланыла, әммә очеркта был саралар йышыраҡ осрай. Мәҫәлән, худо­ жестволы деталдәрҙе алайыҡ. Улар тасуир ителгән предметты рельефлыраҡ итеп күҙ алдына баҫтыра. Геройҙың монологын да йыш осратырға мөмкин. Миҫалға С. Поварисовтың «Ҡылды ҡырҡҡа ярыусылар» тигән очеркында Илеш районы «Баш­ ҡортостан» колхозы рәйесе Габдрахман Сираевтың моноло­ гынан өҙөк килтерәйек: «...Тормошто төрлө яҡлы, ҡыҙыҡ, мәғәнәле итеп төҙөргә кәрәк. Колхозда ла эш яйланыр. Ҡала­ лағы кеүек сәғәтләп эшләнер. Эш ял менән аралашып бар­ ғанда ғына күңелле. Билдәле, былар — көнө-сәғәте менән хәл ителә торған проблемалар түгел. Әммә аҡрынлап бөтәһен дә яйға һала барырға кәрәк». 47

Был монолог аша рәйестең, ауыр крәҫтиән тормошон үҙ елкәһендә ны к татыған, якш ы аңлаған кеше, етәксе буларак, хеҙмәтсәндәренең тормошон, эшен еңеләйтеү хакында төплө уйланыуҙары бирелгән. Очерктың художество эшләнеше лә, идея-максаты ла шуға бәйләнгән. Еңел кала тормошона ауыр ауыл тормошон якынайтыу хыял, фантазия ғына булһа ла, тора-бара ул ысынлап та шәхестең тырышлығы, оҫта етәксе, заманса фекерләүе аркаһында алға ебәрелә. «Бер тинде икегә бүлә, кылды кы ркка яра белә», —ти автор геройы тураһында. Сөнки Ғабдрахман Сираев иң артта калған «Башкортостан» колхозын ике-өс йыл эсендә генә алдынғылар рәтенә сыға­ рыуға ирешә: ферма һалдыра, район үҙәгендә ҙур Мәҙәниәт һарайын төҙөтә, музыка мәктәбен астыра, колхозсыларҙың хеҙмәт хакын арттыра һ.б. Шулай итеп, монолог аша кешенең фекерен, күңел торо­ шон, кисерештәрен күрергә була. Тимәк, монолог — очерк­ тың әҙәби-художестволы кимәлен күтәрергә ярҙам итеүсе үҙенә күрә бер сара. Былар, әлбиттә, авторҙың оҫталығына, уның тел байлығы, художестволы фекерләү кеүәһенә бәйләнгән. Ғөмүмән, очерксы әҙип тә, якш ы психолог та булырға, тормош тәжрибәһен туплап, кешеләр менән күп аралашып, уларҙың типтарын да якш ы белергә тейештер. Ҡарашында ны к торған хәҙерге заман шәхестәре рәтенә Р. Солтангәрәевтең «Характер» яҙмаһының геройын да индерергә була. Уның тышкы киәфәтенә карап, күҙ карашы аша, хәрәкәте, үҙ-үҙен тотоуы менән уның ниндәй характерлы кеше булыуын аңлауға ирешә әҙип. Шунан сығып, геройҙың асылы билдәләнәлер ҙә. Очерк геройы Мөнир Сәлишев, мәҫәлән, аҙ һөйләп, күп эшләүселәр рәтенән: ул совхоз директорын аптырауға калдырып, бер кәтғилек менән үҙ фекерен белдерә: «Риза. Тик шул шарт: агротехника минеңсә булырға тейеш». Ошо шарты бо­ йомға ашырылыуы була, герой моратына ирешә: хеҙмәтсән кешенең тәжрибәле, тупланған белеме уңышка ғына килтерә. Шулай итеп, очерк жанрының мөһим үҙенсәлектәренең береһе —уның художестволы-документаль булыуында. Xикәйә, корреспонденция, мәкәлә, репортаж менән сағыштырғанда шундай күренеш хасил була: репортажда, тимәк, факт һәм вакиғалар анализлана, хәбәрнамәлә теге йәки был коллек­ 48

тивтың, айырым кешенең өлгәшкән уңыштары бәйән ителә, ә корреспонденция ж анрында ошо хеҙмәт һөҙөм тәһенең сәбәптәре анализлана. Хикәйә менән сағыштырғанда, очерк­ тың хикәйә һымаҡ структураһы булыуы, ваҡиғалар үҫеше, сюжетҡа бәйле икәнлеге күҙәтелә. Шулай уҡ тормошта бул­ ған хәл һәм конкрет кешегә бағышланыуы мөһим роль уй­ най.

2.3. Очерк-портретта композицион төрлөлөк З. Ишмаевтең «Очерк тураһында һөйләшеү» тигән мәҡә­ ләһендә «яҡшы һәм кәрәкле теманы һайлап ала белеү генә етмәй. Очерк яҙыу өсөн уның төҙөк сюжетын һәм компози­ цияһын да тыуҙырырға кәрәк», тигән һүҙҙәре бар21. 80—90-сы йылдарҙа ижад ителгән очерктарға күҙәтеү яһа­ ғанда, шундай һығымтаға килергә була: бик бай һәм мауыҡ­ тырғыс сюжет, композицион төрлөлөк, хәҙерге шәхес обра­ зының төрлө автор тарафынан төрлөсә асылышы. Ижадтары тураһында һүҙ барған авторҙарҙың һәр береһе очерк жанры­ ны ң үҫеш енә ҙур өлөш индереп, яңы са йүнәлеш биреүе күҙәтелә. Берәүҙәр яҙмаларында хат-иҫтәлектәрҙе, икенселә­ ре тәбиғәт күренештәрен, геройҙың уйланыуҙарын, ә ҡайһы берҙәре халыҡ ижады өлгөләрен, архив документтарын уңышлы ҡуллана. Очерктың композицион яҡтан уңышлы сығыуы яҙыу­ сының оҫталығына бәйле. Мәғлүм булыуынса, очерк-портреттарҙа геройҙың эш һө­ ҙөмтәләрен һөйләп биреү мөһим түгел, ә геройҙың характер һыҙаттарына баҫым яһала. Шул осраҡта ғына әҫәрҙең публицистикалыҡ юғарылығы тураһында һүҙ алып барырға мөмкин. Ш ун дай ге р о й ҙа р ҙы ң б ереһе булы п ауыл хуж алы ғы хеҙмәтсәндәр тора. Р. Солтангәрәевтең «Характер» тип аталған әҫәрендә һүҙ Федоровка районының «Пугачев» исемендәге совхоздың баш агрономы Мөнир Ибраһим улы Сәлишев хаҡында бара. Автор 21 Ишмаев 3. Очерк тураһында һөйләш еү / / Совет Башҡортостаны. 1958, 4 июль. 49

ошо үҙгәртеп ҡороу осоронда яңыса фекерләп, уйлап эшләргә тырышҡан яңы шәхес образын сағылдыра. һәр яҡшы ниәт, ғәҙәттә, ҡаршылыҡтарға осраусан булған кеүек, Сәлишевкә лә үҙ маҡсатына өлгәшеү өсөн байтаҡ һикәлтәләр аша үтергә тура килә. Геройының характер һыҙатын асыу өсөн уны киҫ­ кен ситуация алдына ҡуя: — Сәсеүҙе туҡтатып торорға тура килер. Кәмендә бер аҙ­ наға, — ти Сәлишев. Бүлексә управляющийы, яңылыш ишетәмме әллә, тигән шикеллерәк тора. Гел ниңә, ниңә һуңлайһығыҙ, иртәрәк ҡуҙ­ ғалырға кәрәк ине, тип башты ҡаңғырта торғайнылар, ә был киреһен һөйләп тора. — Кәмендә бер аҙнаға! — тине баш агроном. — Нисек инде бер аҙнаға?! Ер кипкән дә баһа. Ана ҡара, Мө­ нир Ибраһимович, трактор ҙа, сәскес тә һин дә мин бара! —Бүлексә управляющийы, һаман ышанмаған һымаҡ, быға ҡараны. — Кипһә лә, ер өлгөрмәгән. Ҡара һолонан ҡайһылай яф а­ ланғаныңды беләһең бит! Нисә йыл интектерә шул. Бына ҡара һоло, үлән башын ҡалҡытһын, күренһен, шунан уны юҡ итә­ беҙ ҙә сәсәбеҙ. Ҡара һолонан ҡотолорға кәрәк тә баһа!.. ... Ә аҙаҡ йәй етеп, әлеге ерҙә тулҡынланып үҫеп ултырған бойҙайҙы күргәс, Петр Дмитриевич ауыҙын йырып баш агро­ номға үҙе килде. — Иген шәп бит, Мөнир Ибраһимович!22 Xарактер — кешеләге иң мөһим, баһалауға иң лайыҡлы сифаттарҙың береһе. һәр дәүерҙә лә шулай булған. Ә бөгөн, «кеше факторы» тигән төшөнсә алғы планға ҡуйылған осорҙа бигерәк тә. «Мин, әлбиттә, баш агроном Мөнир Сәлишевтең характерын асып еткерә лә алмағанмындыр, — ти автор. — Xәйер, быға ынтылманым да». һүҙен йомғаҡлап, ул Достоевскийҙың һүҙҙәрен миҫалға килтерә: «Кеше — ул сер, кешене ғүмер буйына өйрәнергә һәм ғүмер буйына аса алмаҫҡа мөмкин». Ысынлап та, бер очеркта ғына кеше характерын бөтә тулы­ лығында асып бөтөү мөмкин түгелдер. Әммә бер генә ситуация 22 Солтангзрев Р. Яҙмыш . Очерктар. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1991. — 48-се б. 50

аша ғына ла уның профессионаллеген, үҙенсәлек, камиллыҡ һыҙаттарын баҙыҡландырып була. Яҙыусының оҫталығы, ху­ дожестволы фекерләүе, уның ситуацияны ҡулдан ысҡындырмайынса уҡыусыға оҫта еткерергә тырышыуы мөһим. Диалог алымын һайлаған автор үҙенсәлекле композиция төҙөп, арты­ ғына юл ҡуймайынса сюжет камиллығына ирешә. Күп һынауҙар үткән, төрлө ҡаршылыҡтарҙы еңеп сыҡҡан, үҙенең хаҡлы булыуын ныҡышмалы хеҙмәт менән иҫбат иткән Сәлишев образын Сулпан Иманғолов та «Ҡырҙарға һин һыҙ­ ған бураҙналар», «Тыуған яғым — серле йомғаҡ» очерктарын­ да уңышлы һүрәтләй алған. Иң мөһиме, был әҫәрҙәр бербереһен ҡабатламай, һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле, хатта автор­ ҙың үҙе яҙған шиғырҙары менән аралашып килә. Артабанғы миҫалдарҙан Ғ. Дәүләтовтың «Уның йондоҙо» очеркына туҡталайыҡ. Бында һүҙ Социалистик Хеҙмәт Ге­ ройы, республиканың танылған һауынсыһы Эльвира Гулина хаҡында бара. Автор очерктың композицияһын хаттар форма­ һында төҙөй. Гулинаның Флорида һеңлеһенә төбәп яҙған хат­ тарын иҫтәлектәр рәүешендә ҡора. Был ниндәйҙер дәрәжәлә кәңәш кеүек ҡабул ителә һәм уҡыусыла ышаныс тойғоһо уята. Ғәлим Дәүләтовтың очеркын хат формаһында яҙыуы, бер яҡтан, үҙенсәлекле алым һымаҡ ҡабул ителһә лә, Эльвира Гулинаның образын тулыһынса асырға мөмкинлек бирмәй. Сөнки Гулинаның тормошона бәйле ваҡиғалар күберәк ста­ тистик рәүештә генә һөйләп кителә. Мәҫәлән, «1941 йылдың иң оҙон көнө —иң ҡайғылы көнө, ҡәбер ташындай ауыр көнө ята халыҡтар иңенә. Ошо ҡайғы менән башлана оҙон ҡара көн, 1945 йылдың 9 майындағы салют уттарынан яҡты рҙы .», йә булмаһа, «Эльвира ултырған поезд ҡом бурандары уйнап торған ҡаҙаҡ далаһына килеп туҡтай. Алма-Атанан алыҫ түгел ерҙә сығып ятҡан Аҡһыу йылғаһы үҙәне Кавказ ҡыҙының яңынан йәш әйәсәк төбәгенә әүерелә»23. Автор геройының образын тулыһынса асыуға өлгәшмәһә лә, очерктың хат формаһында яҙылыуы был жанрҙы үҙенсә­ лекле итә, уның форма төрлөлөгөнә ишаралай. Очеркын та­ 23Дәуләтов Ғ. Уның йондоҙо / / Ағиҙел. — 1985. —№ 10. — 73—77-се бб. 51

мамлап, автор Эльвира Гулинаның балалары менән Тыуған иленә, Башҡортостанға ҡайтып донъя көтөүен, улай ғына түгел, алдынғы һауынсы булып китеүен дә бәйән итә. Бының менән ул ҡыйынлыҡтарға, ауырлыҡтарға бирешмәгән ҡыйыу, көслө ихтыярлы ҡатын-ҡыҙ образын һынландыра. Р. Хажиев та «Фазаловка ҡайҙан башлана?» тигән очер­ кында геройының образын асыр өсөн шулай уҡ үҙенсәлекле алым ҡуллана. Геройҙың шәхес булараҡ формалашыу проце­ сын күрһәтеү ниәте менән автор геройҙың бала сағын һәм үҫмер ваҡытын хәҙерге тормошондағы төрлө ваҡиғалар аша параллель рәүештә алып бара. Был художестволы дөрөҫлөккә өлгәшергә булышлыҡ итә. Ауыл малайының Мәсетле районы Яңы Мөслим ауылы егете Гаҡый Таһир улы Фазаловтың, СССР-ҙың фән һәм техника буйынса Дәүләт премияһы лау­ реаты, «РСФСР-ҙың атҡаҙанған шахтеры» нисек итеп ябай таусынан Кузбастағы исеме илдә киң билдәле Междуреченск күмер сығарыу разрезының директор вазифаһына тиклем үрләүе, үткән ғүмере күҙ алдынан үткәрелә. В.Г. Белинский әй т к ә н сә , «кеш енең ы сы н сифаты тормош тоң иң ауыр мәлдәрендә генә асыла». Ошо хәҡиҡәтте раҫлағандай, автор сағыу ваҡиғалар аша бала саҡтан ауыр тормош мәктәбен үткән, үҙ һүҙле, яңыса йәш әргә һәм эш ләргә ынтылған аҡыллы кешенең сифатта­ рын һүрәтләй. Гаҡый Фазалов кешеләрҙең тормош -көнкүре­ шен, йәш әү кимәлен күтәреү хаҡында ҡайғырта. Был уның яуаплы кеше булыуын дәлилләгән мөһим фактор. Бер йыйылышта Гаҡый Фазалов (тау мастеры, тау участ­ каһы начальнигы, баш инженер урынбаҫары, ә һуңғы алты йылда баш инженер вазифаларын башҡарған) берекмәнең ге­ нераль директоры Виктор Иванович Кузнецов тарафынан Междуреченск күмер разрезының директор вазифаһына тәҡдим ителә. Үҙ һүҙле Гаҡый Фазалов, йоҡоһоҙ төндәр, тынғыһыҙ көндәр кисереп, төрлө һүҙҙәр ишетһә лә, теләген тормошҡа ашыра. Бер йорт ҡына түгел, ә меңдәрсә таусылар, шахтерҙар йәш әгән эшселәр ҡасабаһын күтәртә ул. Бөгөн иһә уның исе­ мен йөрөткән ҡасаба һаман үҫә, матурая, күркәмләнә, тирәяҡҡа, Мәсетле егетенә дан йырлағандай, нур һибеп, балҡып ултыра. 52

Очеркта урын алған геройҙың балалык дуҫы Н әки Сәбиғиәр улы Әмировтың (Мәсетле районы ауыл хужалығы идара­ лығы начальнигы, район советы башкарма комитеты рәйесе) иҫтәлектәре, үҙенең (Фазаловтың) Н әки Әмировка төбәп яҙ­ ған хаттары, хәтерләүҙәре, уйланыуҙары, монологы һәм ав­ торҙың лирик сигенеүҙәре, һығымталары, оҫта сағыштырыуҙары геройҙың эске донъяһын нығырак асырға ярҙам итә. Уның тыуған яктарына булған хис-тойғоларын Нәби Әмиров­ ка яҙған хаттары аша ла аңларға була: «... Минең ситкә бәхет эҙләп сығып киткәнгә бына илле йыл тула, — тип яҙа ул хаттарының береһендә. — Теге сакта, ауылымды мәңгегә калдырырмын, тип кем уйлаған инде? Xәҙер тик бала сак хәтирә­ ләре менән генә йәшәйем. Олоғайған һайын, йәшлек йылда­ ры йышырак иҫкә төшә икән ул. Тыуған яктарҙы һағыныу бик етди тойғо һәм мин уны башкаларға, хатта дошманыма ла, һынап карарға тәкдим итмәҫ инем. Тик һинең һәм Фәһимдең (Ф әһим Садыков та Фазалов менән бергә үҫкән һәм укыған, философия фәндәре докторы, политология һәм эти­ ка өлкәһендә Рәсәйҙә киң билдәле белгес — Ф.Ю.) хаттары ғына был изге тойғоно бер аҙ кәметә төшә, миңә эликсир һымак тәьҫир итә. Рәхмәт һеҙгә!»24 Очеркта шулай ук герой тарафынан бер нисә тапкыр иҫкә алынған «Кеше араһында кәм-хур булып йөрөмә, балам!», — тип әсәһенең әйткән васыяты, үҙ сиратында, лейтмотив ро­ лен үтәй. Был фәлсәфәүи һәм тәрбиәүи һүҙҙәрҙә ҙур мәғәнә ята. Сөнки тап ата-әсәһенең һүҙенә тоғро калған намыҫлы һәм абруйлы шәхесте күрәбеҙ ҙә инде. Кеше исеме менән дә, зат-ырыуы биләгән вазифаһы менән дә күркәм була алмай. Кешене кеше иткән һәм хөрмәт иткән, бейеклектәргә күтәргән нәмә — хеҙмәт. М. Ҡотлоғәлләмов «Изгелек орлоктары» очеркында тап үҙенең хеҙмәте менән өлгө булы рҙай ш әхес образы н һүрәтләй . Бы л очеркты фәлсәфәүи-тәрбиәүи тип атарға мөмкин. Композицион яктан да үҙенсәлекле һәм уңышлы. Автор герой образын тыуҙырыу­ ҙы уның шәхси хәтерләүҙәре һәм фәлсәфәүи уйланыуҙары аша кора. Бында шулай ук авторҙың лирик сигенеүҙәре, 24 Хажиев Р.З. Ж урналист булып ҡалам... Повесть-хроника, очерктар, юлъяҙмалар, публицистика. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1999. —269-сы б. 53

һығымталары, герой менән булған диалогтары ла урын алған. О черкты ң «И згелек орлоҡтары» тип аталыуы сим волик мәғәнәгә эйә. Әҫәрҙең геройы Әбйәлил районы Йәнгел урта мәктәбе директоры Юлай Иҙрис улы Xәсәнов талапсан, тура һүҙле, тормошҡа айыҡ ҡарашы һәм заманса фекерләүе менән айырылып тора. Й әш кенә көйөнсә мәктәпкә математика фәнен уҡытырға килгәс тә тәжрибәле, оҙаҡ йылдар эшләгән оло уҡытыусыларҙан «уҡытыусы был» тигән беренсе баһаны ала ул. Бер уйлаһаң, ошо ябай ғына әйтелгән был һүҙҙә ҙур мәғәнә ята: тырышлығы менән уны иҫбатлаған, был исемгә тап төшөрмәй, етәксе булғас та тоғро ҡалып, талапсанлыҡ, игелеклек кеүек сифаттарҙы һаҡлап ҡала ул. Быны автор ху­ дожестволы дөрөҫлөк менән уның ауыр бала сағын, бик иртә ата-әсәһенән етем ҡалыуын, ниндәй генә ауырлыҡтарҙы ки­ сергәндә лә ҙур йөрәкле кеше булыуына ишаралай. Геройҙың үҙенең әйткән һүҙҙәре лә быны тулыһынса дәлилләй: «Үҙең тормош мәктәбен үтмәйенсә, башҡаларға ла тормош дәрестәре биреп булмайҙыр ул. Балаларға үҙ йөрәгең кисермәгән нәмәне һөйләү — ергә һис ҡасан да шытып сыҡ­ маҫ орлоҡ һибеү менән бер. Балалар күңеле ихласлыҡты ла, яһалмалылыҡты ла иң камил электрон машиналарҙан да былайыраҡ тойоп ала»25. М. Ҡотлоғәлләмов, геройының педагог булараҡ балаларҙы тәрбиәләүҙәге ролен диалогтар аша сағылдыра. Ғөмүмән, шәхес образын күрһәтә алырлыҡ портрет-очерк­ тар байтаҡ. Ҙур уңыштар яулаған шәхес образын Т. Бикмаев «һалдат — һаман һалдат» очеркында ла һынландыра. Автор Рифҡәт Еникеев образын асырҙай ваҡиғаларҙы ғына һайлап ала. һуғыштан ҡултыҡ таяғына таянып ҡайтҡан саперға ауыл­ даштары ҙур ышаныс күрһәтә, бригадир итеп ҡуя. «Ҡултыҡ таяҡлы бригадир үтә тынғыһыҙ булып сыҡты, ауылға йоҡо бирмәне. Шуға игене лә, картуфы ла ваҡытында йыйып алын­ ды, фермалағы малы имен ҡышланы, фронтҡа ебәреләһе аҙыҡтүлек заданиенан арттырып оҙатылды». Оҙаҡламай тынғыһыҙ бригадир ҙур колхоздың рәйесе булып китә. «Был сапер сама­ 25 Ҡотлоеәлләмов М. И згелек орлоҡтары. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1989. —60-сы б. 54

һыҙ эш йөкмәй үҙенә, идара итеп өлгөрә алмауы билдәле. Канатлы ғына кеше булмаһа», —тип шикләнеүселәр ҙә табы­ ла. Әммә рәйес, ысынлап та, ҡанатлы булып сыға. «Уның бөтә ергә, бөтә эшкә ҡулы етте, күҙе күрҙе, һулышы бөркөлдө. Быға ябай ғына юл менән ирешә алмаҫ ине ул. Колхоздар ойошторолған мәлдән бирле йәш әп килгән, үҙгәрмәҫлек тип танылған тәртиптәрҙе тамырынан үҙгәртеүҙең инициаторы булырға тура килде уға»26. Яңылыҡты тоя белгән, иҫке ҡалыптарға йәбешеп ятмаған етәксе образын Т. Бикмаев үҙенең очеркында уңышлы һүрәтләй алды. Тынғыһыҙ председатель йәштәрҙең ауылдан китеүенә борсола: «Ваҡыты еткәс, өйләнешергә, башлы-күҙле булырға кәрәк бит йәштәргә. Был — тәбиғәт законы. Ә өйләнер өсөн, ғаилә ҡороп, ауылда тамыр йәйер өсөн квартирҙар етмәй, — ти ул. —Өйләнешәйек, бына беҙҙең өй асҡысы, тип егет һөйгән ҡыҙына кеҫәһенән асҡыс сығарып күрһәтһә, бер кем дә үҙ бәхетен ситтән эҙләп йөрөмәҫ ине»27. Мәғлүм булыуынса, һәр кешенең тормошонда яратҡан эше, һөнәре ҙур әһәмиәткә эйә. һәр эш (ниндәй һөнәр булыуға ҡарамаҫтан) кешелә яуаплылыҡ тойғоһо уята. Бындай осраҡ­ та конкрет һөнәргә ылығыу, уны яратып китеү ҙә үҙ яйы менән килеүсән. Р. Солтангәрәевтең «Яҙмыш» очеркы ошо мәсьәләне күтәреүе менән мөһим. Әҫәрҙең геройы —Социалистик Хеҙмәт Геройы, КПСС-тың ХХУ съезды депутаты, заманыбыҙҙың ле­ гендаға ә й л ә н гән , республиканы ң алдынғы һауынсы һы Шәүәли Вахитов. Автор был шәхестең образын ике мөхиттә күҙәтеп, осра­ шыуҙарға таянып яҙа. «Шәүәлиҙе мин йәй Өфөлә күргәйнем. Бында ул Башҡортостандың үҙ ирке менән Рус дәүләтенә ҡушылыуына 425 йыл тулыу тантанаһына килгәйне. Өҫтә ма­ тур итеп үтекләнгән модалы костюм, ялт итеп торған аҡ күлдәк, галстук, ә күкрәктә, аҙ ғына шымартып әйткәндә, энә төртөр урын юҡ — орден, миҙалдар тулған, Социалистик Хеҙмәт Ге­ 26 Ҡотлогәлләмов М. Изгелек орлоҡтары. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1989. — 55-се б. 27 Ш унда уҡ. — 70-се б. 55

ройҙарына бирелә торған Алтын Йондоҙ миҙалы, БАССР Верховный Советы депутаты знагы, социалистик ярышта еңеү­ се икәнен белдергән знактар. Ыҫпай итеп алынған таныш терпе сәс, аяҡта ялтыр шиблит... Уны оло тантана түрҙәрендә, баш ҡалабыҙҙың зиннәтле залдарында күреп, Верховный Совет сессияларына килгән саҡта йә Мәскәүҙән күргәҙмәнән ҡай­ тып килешләй осратып, ғорурланып та, эстән генә маһайып та ҡуям. Бына бит беҙҙең яҡ кешеһе илебеҙҙең ҡайһылай аб­ руйлы шәхесенә әүерелеп китте, тип уйлайым»28. Геройы менән икенсе осрашыуын автор Ш әүәлиҙең һыйыр һауырға әҙерләнеп йөрөгән сағында тасуирлай: «Был инде мин Өфөлә күргән Шәүәли түгел, теге ваҡыттағы «интеллигент­ лыҡ» ҡиәфәтенең әҫәре лә юҡ, ул әле тик эш кешеһе, ә үҙе хатта бер аҙ шиңеберәк ҡалғандай күренә. Үтекле костюм, галстук урынында ҡара беше әйберҙән тегелгән эш халаты, аяҡта резина итек, башта өҫтән тамсы тамғанда һыу үткәрмәҫ күн кепка. Кәйефе бер сама буғай, артыҡ һөйләшеп-нитеп бармай, эш менән булып йөрөй»29. Алдынғы һөнәр эйәһе бала сағынан уҡ һауынсы булырға хыялланмай. Әммә фермала эшсе ҡулдар етмәгән бер мәлдә уға ышанып йөкмәтелгән ғәйәт ауыр вазифаны ул бар ты­ рышлығын һалып башҡара. Тәү сиратта тәүәккәллек һәм яуап­ лылыҡ йөрөтә уны. Автор геройы тураһында: «Ғүмер бу­ йына эшенә тоғро ҡалған ирҙәрҙең береһе. Ысын герой, ысын хеҙмәт батырына әүерелә», — ти. «Был ҡатын-ҡыҙ эше» тигән психологик тышауҙы өҙөп ташлап, һыйыр һауырға тотонған Ш әүәли Вахитовтың хеҙмәт һәм тормош юлы ла башҡалар өсөн өлгөгә әйләнә. Очеркын тамамлап, Р. Солтангәрәев яҙмыш тураһында тәрән уйланып, мәғәнәле һәм фәлсәфәүи һүҙҙәр әйтә: «Ысын­ лап та, яҙмышты һайлап алып булмайҙыр. Ундай мөмкинселек бар икән, күптәр, бәлки, башҡа юл, башҡа яҙмыш эҙләргә тотонор, һайлана торғас, һаҙға ла эләгер ине. Ирҙең иң ҙур 28 Солтангәрев Р. Яҙмыш . Очерктар. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1991. — 73-сө б. 29 Ш унда уҡ. — 75-се б. 56

ирлеге — өлөшөнә төшкәнде көмөш итеү, ысын ҙур яҙмыш һай­ лауҙа»30, —ти. Тимәк, һауынсы Вахитов та яҙмышы менән киле­ шеп, ҡасандыр бурыс итеп йөкмәтелгән һөнәре ғүмерлек булып ҡалған, «өлөшөнә төшкән көмөш» итеп ҡабул иткән ул уны. Яҙыусы Р. Солтангәрәевтең «Иманы әҙәбиәт ине» тигән очеркында үҙенең шағир Рәми Гарипов менән бергә редакция­ ла эшләгән мәлдәрен һүрәтләй. Авторҙың геройҙы ярайһы уҡ яҡшы белгәне, уның менән һәйбәт мөнәсәбәттә булыуҙарын да яҡшы тойомларға була. Геройҙың тышҡы ҡиәфәтен, йәғни художестволы портретын Р. Солтангәрәев ҙур оҫталыҡ менән сағыштырыуҙар аша бирә алған: «Был ҡыҫҡараҡ буйлы, ныҡ­ лы кәүҙәле, арыҫлан ялы шикелле ҡалын бөҙрә сәсле кеше­ нең эре һырҙар ятҡан йөҙөнән былай ҙа һәр саҡ уй, фекер, һағыш һырҡырап торған һымаҡ ине. Шиғыр уҡыған сағында был һыҙаттар айырта сағыуланып китә»31. Автор геройын ҡатмарлы тормошондағы көсөргәнешле һәм киҫкен ситуацияларҙа ғәҙеллеген юғалтмаған көслө ихтыяр­ лы, ҡыйыу шағир итеп һүрәтләй. Рәми Гариповтың эше менән бәйле эпизодтарҙа, уның әйтеүенсә, шағир эшкә һәлкәүерәк булған, ә инде эшләһә, еренә еткереп эшләгән. Тағы ла ша­ ғирҙың холҡонда — үҙһүҙлелек, уйлаған уйын кире ҡаҡмаҫлыҡ төплө һәм нигеҙле фекерҙәр менән нығытып ҡуйыу ке­ үек сифаттар урын алыуын, белемле булыуы, донъя әҙәбиә­ тен, әле беҙҙең илдә рәсми өйрәнелмәгән Иран, һиндостан, боронғо Ҡытай, Япония, ғөмүмән, Көнсығыш әҙәбиәтен яҡшы белеүен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Очерктағы тағы бер эпизод, атап әйткәндә «Совет Башҡортостаны» гәзитендә эшләгәндә баш мөхәррир Абдулла Исмәғилев, хеҙмәт тәртибенә буйһонмай, эшкә ваҡытында йөрөм әй тип, редакция хеҙм әткәрҙәрен й ы ­ йып, Рәми Гариповтың тәртибен тикшереүе, өс тапҡыр саҡыр­ тып һорау алғас, үҙе кереп: «Комедианттар һеҙ, өсөнсө шаршау бөттө!», — тип «аҡһаҡалдар»ҙың үҙҙәрен әрләп сығып китеүен әҙип уның ҡатмарлы холоҡло кеше булыуына ишаралай. 30 Солтангәрев Р. Яҙмыш. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1991. — 90-сы б. 31 Ш унда уҡ. — 197-се б. 57

Шағирҙы белгән ҡайһы бер кешеләрҙең: «Күбеһендә үҙе ғәйепле бит, әҙәм ыңғайлы булһа, үҙенекен генә һөрөп йәш әмәһә лә, ул көнгә ҡалмаҫ ине», — тип әйтеүҙәренә, ав­ торҙың «ул көнгә ҡалмаҫ ине, әммә ул саҡ Рәми Рәми ҙә булмаҫ ине», тип әйткән һығымтаһында шағир портретының мөһим штрихы билдәләнә. Сөнки Алма-Атала ҡаҙаҡ телендә баҫылып сыҡҡан йыйынтығы өсөн алған гонорарға Ғарипов шатлығынан ҡаҙаҡтарҙың үҙҙәрен һыйлап ҡайта. Был да тап Рәмисә булған. Эштән эшкә ҡыуылып йөрөгән, үҙ халҡының, үҙ теленең, үҙ мәҙәниәтенең патриоты, 1963 йылдарҙа республикаларҙа милли гәзиттәрҙе бөтөрөү, ябыуға ҡаршы булған яҙыусылар­ ҙың бер вәкиле, балаларын башҡортса тәрбиәләргә, баш­ ҡорт балалар баҡсаһы, уҡытырға башҡорт мәктәбе кәрәк, тип даулашып йөрөгән Ғарипов — милләтселектә ғәйепләнгән үҙ заманының ҡорбаны. Әммә ул, көслө ихтыярлы шәхес була­ раҡ, үҙ идеалдарына, теленә, иленә хыянат итмәй, шул ки­ леш хәтерҙә ҡала. Авторҙың шағир холҡоноң мотивтарын яҡшы белгәне, шуға уны тәнҡитләмәүе асыҡ күҙаллана. Сөнки ул ошо осор бю­ рократик машинаның халыҡ шағирын аяуһыҙ талауын оҫта сағылдырған. Әҫәрҙең идея-йөкмәткеһе лә шуға бәйләнгән. Былар барыһы ла яҙыусының художестволы оҫталығы һәм стиле хаҡында һөйләй. Ошо оҫталыҡ Р. Солтангәрәевкә Рәми Ғари­ пов кеүек көслө ихтыярлы, ныҡышмалы шәхестәрҙе уңышлы һүрәтләүгә ярҙам итә. Р. Солтангәрәев «Томан» тигән очеркында Учалы төбәгенән сыҡҡан мәшһүр йырсы Абдулла Солтанов тураһында яҙғанында әкиәт формаһына мөрәжәғәт итә. Xалыҡ йырҙарын оҫта, үҙен­ сәлекле йырлаған кеше үҙе лә халыҡ ауыҙ-тел ижадынан сыҡ­ ҡандай тойола, булһа кәрәк. Xалыҡтан сыҡҡан халыҡ йырҙа­ рын йырлап, халыҡҡа еткерә. Тимәк, тормошо ла әкиәттәй хозур, мөғжизәле, илаһи моңдай тойола. Автор уның тормо­ шонан мөһим бер ваҡиғаны художестволы оҫталыҡ менән ет­ керә: «...Йәш егет яланда көтөү көтә — малдарын таратып ебәрә лә бер түмәләскә ултырып алып йырлай. Нимә теләй, нисек теләй, шулай йырлай. Ялан иркен, тыңлаусы кеше юҡ, әйҙә моңлана бир тартынмайынса. 58

Шулай тиһәң дә, йырға ҡолаҡ һалыусылар ҙа булған икән. Бер көн көтөүсе егет янына ҡыҙҙар килеп сыға. Улар ошо тирәлә еләк йыйып йөрөгәндәр икән. Ҡыҙ менән егеткә аңла­ шыу өсөн күп кәрәкме инде, ҡайһы ваҡыт бер күҙ һирпеп алыу ҙа етә. Абдулла янына килгән өс ҡыҙҙың береһен үҙ итә. Былар тағы йыр тыңларға килергә булалар. Ә бер аҙҙан инде бер-береһенә күңелдәре ятҡан егет менән ҡыҙ, өйләнешеп, донъя көтөп алалар ҙа китәләр»32. Очерк образлы сағыштырыуҙарға, диалогтарға, эпитеттар­ ға бай. Автор тәбиғәт күренештәрен төрлө сағыштырыуҙар аша бына нисек тасуирлап күрһәтә: «...Яңы ғына ямғыр яуып үткән, әйтерһең, тәбиғәт йылы мунсанан һуң кибенә — бөтә ергә күкшел томан таралған. Бер ҡарағанда, ул томан да түгел һымаҡ, әйтерһең, күкшел аҡ мамыҡты күҙгә күренмәҫлек итеп, ваҡ ҡына итеп теткәндәр ҙә ер өҫтөнә һибәләгәндәр, шунан ул мөһабәт тараҡ тештәре шикелле сурайып сығып торған ағас баштарына эләккән, уйһыуҙарға һылашҡан да китә ал­ май тора... Томан... Бер ҡарағанда, ул ысынлап та тәбиғәттең хозурлығы...»33 Авторҙы тәүҙә геройҙың ихласлығы, бер ҡатлылығы, би­ тарафлығы икеләндерһә лә, һуңынан был шикле уйҙары юҡҡа сыға. Был ҙур йөрәкле, йыр-моңға мөкиббән киткән, талант­ лы һәм аҡыллы кешенән һоҡланыуын йәшерә алмай. Уның моңон баҫалҡы ғына ағып ятҡан Яйыҡ йылғаһына оҡшата. Сөнки, Абдулла Солтанов һымаҡ, «Томан»дағы мөхәббәт фа­ жиғәһен, «Абдрахман»дағы —көнкүреш, «Ҡолой кантон» менән «Бейеш»тәге социаль фажиғәне, «Урал»дағы Тыуған илгә бул­ ған мөхәббәтен тоймай, ата-олатайҙарҙың ҡаһарманлығы менән һоҡланмай, һәм шуларҙы кисермәй тороп йырлаған кеше юҡтыр, тигән уй ҡалдыра был очерк. Ҡаралған очерктан күренеүенсә, автор һүрәтләгән тәбиғәт күренештәре аша геройының образын бик оҫта аса алған. Бында иң мөһиме — герой менән тәбиғәттең тулы гармония­ һы бирелә. 32 Солтангәрев Р. Яҙмыш. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1991. — 264-се б. 33 Ш унда уҡ. — 259-сы б. 59

З. Биишева, мәҫәлән, «Юлдағы уйланыуҙар» тигән сәйә­ хәтендә тәбиғәт күренештәрен бик оҫта бирә алған: «... Ә унда, алыҫта, беҙҙең үтә һағыныуҙы, һоҡланыуҙы тойғандай, йәмйәшел ҡуйы таллыҡтар, мөһабәт тирәктәр, өйәңкеләр араһы­ нан, уҡалы елән шикелле йымылдап, Оло Эйек шат йылмай­ ып ята. Уны буйлап Сәйетҡол, Сапыҡ, Исем, Бире һәм ба­ шҡа матур-матур ауылдар теҙелеп к и т к ә н . Оло Эйектең яҙынкөҙөн ике-өс саҡрымғаса йәйелеп ташыуы арҡаһында ҡоро­ лоҡ белмәҫ сабынлыҡтарында уйым-уйым булып, томбойоҡ­ ло, ҡамышлы күлдәр, күләүектәр, Оло Эйек бөгөлдәре йәшел хәтфәгә баҫҡан көмөш тәңкәләр шикелле балҡып осҡонла­ н а . Ниндәй киңлек, ниндәй иркенлек, ниндәй ҡабатланмаҫ хозурлыҡ был яҡтарҙа...»34 Очерк-портреттар байтаҡ, һәм беҙ уларҙың барыһын да һөйләп сығыу, йә һанап сығыуҙы маҡсат итеп ҡуйманыҡ. Бары ҡайһы бер иң уңышлыларына туҡталдыҡ. Әйтергә кәрәк, был осорҙа республика матбуғат биттәрендәге очерктар тейешле кимәлдә яҙылған тип әйтеп булмай, кәмселектәре лә бар, әлбиттә. Бындай әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе һай, күберәк факт­ тар урын алған һәм комментарий формаһында ҡабул ителә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, 80-се йылдар очерктарының да камиллашыу процесы, үҙенсәлектәре төрлөсә булып, 90-сы йылдар очерктарына ҙур этәргес биргән. Ғөмүмән алғанда, үткән быуаттың 90-сы йылдары очерк үҫешенең емешле осоро була. Сөнки был осор очерктары бай йөкмәткеле, композицион, форма һәм тел-стиль йәһәтенән дә төрлө-төрлө булыуы менән айырылып тора. Публицистиканың өҫтөнлөк итеүен дә билдәләп үтергә кәрәк. Ә яңы системаның төҙөлөшө, яңы идеялар менән яныуҙар, патриотик рух, рухи күтәрелеш һәм башҡалар — барыһы ла очерктарҙа сағылыш таба. һәр быуын очерксылары үҙ заманының тормошо, күтәргән проблемалары, образдары менән үҙенсәлекле, новаторҙарса хеҙмәт итеүсән. Әммә һәр һөнәрҙең мәктәбе, өлгөһө лә була. Шунан сығып, Р. Хажиев «Жанрҙың үҫеш йүнәлештәре» тигән мәҡәләһендә: «Ғ. Ш афиҡов, М. Чванов, Р. Солтангәрәев, 34 Биишева 3. Юлдағы уйланыуҙар / / Ағиҙел. —1984. —№ 10. —108—116-сы бб. 60

Р. Паль, Д. Валиев һәм Р. Шәкүрҙе кыйыулыктары, тос проб­ лемалар күтәреүҙәре менән 20-се йылдар публицистикаһына тиңләр инем», — тип яҙа. 2.4. Очерктарҙа фольклор мотивының сағылышы Төрлө-төрлө жанрҙарға (әкиәт, эпос, кобайыр, йыр, бәйет, мәкәл, әйтем, йомак, көләмәс, сеңләү һ.б.) ифрат бай булған башкорт халык ижадының әҙәбиәтебеҙҙең формалашыуында һәм артабан үҫеүендә ыңғай йоғонто яһауы билдәле. М. Горькийҙың Совет яҙыусыларының I Бөтә Союз съезында күрәҙәлек иткән һүҙҙәре лә бар: «һүҙ сәнғәтенең башы — фольклорҙа. Үҙегеҙҙең фольклорығыҙҙы йыйығыҙ, уны өйрәнегеҙ, уны эшләгеҙ. Ул һеҙгә лә, беҙгә лә — Союздың шағир һәм проза­ иктарына ла күп материал бирә»35. Ғөмүмән, һәр осорҙа ла үҙенсәлекле әҫәрҙең барлыкка килеүендә фольклорҙың идея-эстетик йоғонтоһо ҙур була, стиль төрлөлөгөнә, кешенең рухи донъяһын тасуирлау алымда­ рын камиллаштырыуға булышлык итә. Әҙәби ижадта фольк­ лор традицияларын файҙаланыу — ул халыксанлык, милли колорит, характерҙы тулы һәм асык итеп һүрәтләү күренеш­ тәре менән туранан-тура барып тоташа. Боронғо һәм урта быуаттар әҙәбиәтендә фольклор мотив­ тары яҙма әҙәбиәт менән айырылғыһыҙ булып йәшәгән. Әҙип Ғ. Рамазанов әйткәнсә, яҙма әҙәбиәт халык ижады традиция­ ларына тоташкан кеүек, прозаны барлыкка килтергән сығанактарҙы ла башкорт халкының бөтмәҫ-төкәнмәҫ бай ижад шишмәһе — фольклорынан эҙләргә кәрәк. Героик эпос, ле­ гендалар, әкиәттәр, тарихи йырҙарҙа шиғри формалар ғына түгел, ә эпик хикәйәләүҙең башланғысы ла ята. Бөгөнгө көндә лә фольклор публицистика жанрҙарында, айырыуса очерк­ тарҙа, әһәмиәтле урын алып тора. Башкорт яҙыусыларының үҙ очерктарында халык ижады өлгөләрен кулланыуы —отошло алымдарҙың береһе. Әйтәйек, С. Бәҙретдиновтың ниндәй генә очеркын алһак та нәфис әҫәр 35 Горький М. О литературе. — М.: СПб., 1953. — С. 729. 61

һымаҡ ҡабул ителә, сөнки унда мәҡәл, әйтем һәм легендалар ярылып ята. М әҫәлән, «Башҡорт ҡурайы» очеркын ҡурайға бәйле легенданан башлап ебәрә. «... Бер ваҡыт, ныҡ арығандан һуң, ташты яҫтыҡ, үләнде түшәк итеп, ағас күләгәһендә хәл йыйып ятҡанда, егеттең ҡолағына ниндәйҙер моңло бер тауыш ишетелгән. Ул урыны­ нан тора һалып, шул тауыш сыҡҡан яҡҡа табан киткән. Бара торғас, егет һорғолт ҡая ташта бер тау түбәһенә ҡурайҙы өҙөп алып, эсенә өрөп ҡараһа, баяғы моңло тауыш тағы ла көслөрәк ишетелгән. Шунда ул таҡыя башлы бер ҡыу ҡурай ултырға­ нын күргән... Шул ҡурай ел өрөүҙән моңло бер тауыш сыға­ рып, һыҙғырып ултыра икән. Егет быға бик ҡыуанған. Ҡурай­ ҙы өрә-өрә үҙе белгән көйҙәрҙе лә уйнарға оҫтарып киткән. Егеттең йөрәген өйкәгән сер, ҡайғы-хәсрәте таралып, күңе­ ленә еңел булып киткән»36. Автор легендаға таянып, ҡурайсы яҙмышы һәм сәнғәт ҡора­ лы булған ҡурайҙың тарихын һөйләй, йәғни кеше яҙмышын­ да уның әһәмиәтен, хәл иткес ролен фольклор мотивтары яр­ ҙамында асып бирә. Легенда был осраҡта уҡыусыларҙың иғти­ барын нығыраҡ йәлеп итеү сараһы. Ысынлап та, нәҫелдән нәҫелгә тапшырыла килгән ҡурай, мираҫ булараҡ, һүҙ барған әҫәрҙә ике быуын вәкиленең ғүмерен фажиғәле хәлдән ҡот­ ҡарып ҡала. Эш былай була: һаҡмар буйының данлыҡлы ҡурайсыһы Гәзиз Ҡәҙерғолов өсөнсө мәртәбә М әккәгә бар­ ғанда караптары диңгеҙ хайуандарына осрай һәм уларға ҡор­ бан бирелергә тейеш була. Ҡәҙерғолов ҡорбан булырға тейеш була, әммә Ҡолбаҡты исемле бер юлдашы: «һин — ҡурайсы, һин йәшәргә тейеш, мин ҡорбан булам, минең иҫтәлеккә ҡайт­ ҡансы ҡурай тарт»,— тип үҙен ҡорбан итә. Ҡурайға бәйле был эпизод ниндәйҙер дәрәж әлә халыҡ әки әтен ең сю жетына барып тоташ а (Ә йтәйек, АТ 654В (АА 6541. Купеческий сын. Аминбек. Б. Н. С., с. 28—34) ти­ бындағы әкиәттәр шуға миҫал була ала. Габдрахман исемле сауҙагәр улын ҡалаға килгән каруан­ дарға эйәртеп: «Мин ҡартайҙым, һин ошо сауҙагәрҙәр менән 36 Бәҙретдинов С. Ғүмер артында — ғүмер. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1996. —22-се б. 62

барып, сит мәмләкәттән мал алып ҡайт»,—тип өс тапҡыр бер меңләп аҡса биреп, оҙатып ҡала. Ләкин Иблиәмин был аҡсаға бер ҡалала — скрипкала, икенсе тапҡыр бильярдта уйнарға өйрәнә, ә өсөнсөһөндә юғары синыфты бөтөрөп, диплом алып ҡайта. Был ваҡытта атаһы бөлгөнлөккә төшә һәм Иблиәминдең тәҡдиме буйынса уны бик бай сауҙагәргә, каруан хужаһы­ на һатып ебәрә. Юл ыңғайында И блиәминде бик тәрән ҡоҙоҡҡа һыу сығарыу өсөн төшөрөп ебәрәләр. һыу алған ва­ ҡытта Иблиәмин ҡоҙоҡ төбөндә алтын таба. Егерме силәк алтын тултырып сығара. Ш унан һуң үҙе силәккә ултырып сығып килгәндә, сауҙагәр көнсөллөгөнән арҡанды киҫә. Иб­ лиәмин ҡоҙоҡ төбөндә ҡала. Күпмелер ваҡыт үткәс, бер ишекте күреп ҡалып, асһа, хәле бөтөп Ғифрит ята. Стенала скрипка элеүле тора. Ғифриттең рөхсәте буйынса ул скрипкала бик моңло көйҙәр уйнап, уға йән индерә. Үҙен үлемдән ҡотҡарға­ ны өсөн Ғифрит Иблиәминде ҡоҙаҡтан сығара һәм каруанға илтеп ҡуя. Әлеге сауҙагәр ҡатынына, Иблиәминде үлтертергә ҡушып, хат яҙа. Иблиәмин сауҙагәрҙең хатын уҡып, бойоро­ ғон үҙгәртә: «Ошо егетте, мин килгәнсе, беҙҙең ҡыҙға өйләнде­ реп ҡуй». Шулай итеп, ул сауҙагәрҙең кейәүе булып китә. Сау­ ҙагәрҙең килеүенә ошо ҡаланың батшаһы менән бильярдта уйнап, уның батшалығын ота. Вәзирҙәр Иблиәминдең бо­ йороғо буйынса каруанды ҡаршылап, сауҙагәрҙән бөтә алтын­ ды ала. Иблиәмин байҙың ҡыҙына өйләнә, алтынды ла ала һәм ата-әсәһен янына алдырып, рәхәт донъя көтә башлай. «Иблиәмин» әкиәтендә герой, тик үҙенең һөнәрҙәре, һәләте ярҙамында ғына бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, иҫән-һау ҡала. Әлеге очерктағы ҡурайсы һәләк булһа, уның оҫталығы ла һәләк буласаҡ, шуны яҡшы аңлаған юлдашы. Уның был батырлығы мәңгелек, үлмәйәсәк һәм халыҡ хәтерендә һаҡла­ насаҡ. Күреүебеҙсә, «Башҡорт ҡурайы» очеркының үҙенсәлеге шунан ғибәрәт: автор әҫәрен фольклор мотивтарына ҡороп, шуның менән уның идея-эстетик йөкмәткеһен художестволы яҡтыртыуға өлгәшә, композицияға төрлөлөк өҫтәй. Ул арта­ бан да был алы м дан тай п ы лм ай , ф аш и сти к Герм ания ғәскәрҙәрен убыр образы менән сағыштыра, ә совет армияһы һалдаттарын батыр образына тиңләй. «Ҡурайҙың осонан берсә 63

ҡан тама, берсә бал тама», тигән әкиәт формулаһы ошо аяныс­ лы һуғыштың символы итеп алына. Ошо урындан автор оҫта ғына итеп ҡурайсы Ғәзиздең, ейәненең олатаһы юлынан китеүен, йәғни үҙен сәнғәткә бағышлауын һәм хәҙер инде таныл­ ған ҡурайсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәтк­ әре Мөхәммәт Ҡәҙерғоловҡа әйләнеүен, уның һуғышта булған бер ваҡиғаға бәйле эпизодты үҙенсәлекле алым менән очеркка индереп ебәрә. Автор бында гвардия капитаны Иван Констан­ тинович Гусаровтың яҙмаларынан өҙөктәр килтерә. «Немец фашизмы тарафынан мәкерле рәүештә башланған емергес һуғыш икенсе йыл ҡоторона. Башҡортостандан Көньяҡ Урал, Бөрйән башҡорттары ла 225-се уҡсылар дивизияһы са­ фында 1942 йылда Сталинградты һаҡланы. Баймаҡ районы “Ударник” колхозы бухгалтеры, һәләтле музыкант-ҡурайсы Мөхәммәт Нурғәли улы Ҡәҙерғолов был ваҡытта минометсы ине. Уның минометы һәр саҡ һөжүм итеүсе һәм оборона то­ тоусы ғәскәр сафында булды... Әммә теләһә ниндәй шарттар­ ҙа, ашығыслыҡта минометын бухгалтерҙарса дөрөҫлөк менән тоҫҡай, дошманды пыран-заран килтерә»37. Ҡурайға бәйле ваҡиғаны тасуирлағанда автор диалог алы­ мын да уңышлы файҙалана. — һи н шулай ҡурай тартаһыңмы ни? — тип өндәшеүенә башын күтәреп ҡараһа — комбриг Йосопов. Үҙе Татарстандан, Бөгөлмәнән. Мөхәммәт һикереп тора. — Ҡурай түгел, көнбағыш, иптәш подполковник. Көй бик һәйбәт сыҡмай. — Ә нимәлә яҡшы сыға? — һис юғында — торбала. Самолеттарҙа бар ҙа бит, улар һауала оса. — Торбаны табырбыҙ, Ҡәҙерғолов. Тик һин уйна, боецтар­ ҙың рухын күтәр38. Комбриг Абдулла Ибраһимович һүҙендә тора: разведка алю­ мин торба табып килтерә, һәм шул ваҡыттан Ҡәҙерғоловтың ҡурайы фронтовиктарҙың юлдашына, айырылмаҫ дуҫына әйләнә. 37 Бәҙретдинов С. Ғүмер артында — ғүмер. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1996. —25-се б. 38 Ш унда уҡ. — 26-сы б. 64

Авторҙың һүҙ барған очеркындағы ҡурайға бәйле был эпи­ зоды С. Ҡудаштың «Фронтҡа» исемле әҫәренә ауаздаш. «... Сирбаев (ҡурайсы, артист) — көслө юморға эйә булып, һис ҡасан юғалып ҡалмай торған кавалерист. Украинала ҡурай таба алмағас, аптырап тормай, ҡурайҙы бәреп төшөрөлгән немец самолетынан алынған еҙ торбанан яһай»39. Был әҫәрҙә геройҙың ҡурайҙы бәреп төшөрөлгән немец самолетының еҙ торбаһынан эшләүе лә ҙур художестволы­ лыҡҡа әйә. Бындай күренеш халыҡ ижадына ғына бәйле түгел, тигән һығымтаға килергә була. Бында ҡурай (етмәһә еҙ бит әле!) совет һалдаты рухылай һынмаҫ, ныҡлы, сыныҡҡан, би­ решмәҫ, ә бәреп төшөрөлгән дошман самолетынан булыуы — совет һалдатының, айырыуса башҡорт һалдатының, фашис­ тарҙан өҫтөн булыуы, физик һәм рухи еңеүенең символы бит ул! Шунда күренә лә инде авторҙың художестволылыҡ оҫта­ лығы һәм маһирлығы. Ошо мөһим идеяны үткәрер өсөн бәләкәй генә деталь — еҙ ҡурай ярҙам итә. С. Бәҙретдинов геройының образын тулыраҡ асыр өсөн ә ҫә р е н ә халы ҡ йы рҙары н да индереп еб әрә. Геройҙы ң хис-тойғоларының, кисереш тәренең тәрәнлеген күрһәтеп, уның һуғыш ваҡытында тыуған ерен һағынып йырлаған йы­ рын ала. Ул түбәндәге йән өҙгөс юлдарҙан ғибәрәт: Урал гына таулың, ай, башынан Күренеп кенә тора күп ерҙәр. Тыуган илкәйенән айырылып, Ьәләк кенә була күп ирҙәр. Япраҡ ҡына төшә, ай, ерҙәргә Көҙгө генә ҡаты елдәрҙә. Ьагынамын, дуҫтар, һаргаямын, Моңаямын алыҫ илдәрҙә40.

39 Баш ҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар проблемаһы / яуаплы мөх. Ғ.Б. Х ө­ сәйенов. — Өфө: СС СР ФА БФ АН, 1973. — 74-се б. 40 Бәҙретдинов С. Ғүмер артында — ғүмер. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1996. —26-сы б. 65

Авторҙың тағы бер очеркын миҫалға алайык. «Донъя биҙәп, күңел н урлап .» исемле очеркта һүҙ бейеүсе Әлфирә Сафиул­ лина тураһында бара. Автор яҙм аһы нда шулай ук эпос, рәүәйәттәрҙе уңышлы куллана. Был алым герой образын асыр өсөн оҫта кулланылған: «Алтын тәхет өҫтөндә алтын сәстәрен һалындырып, бер кыҙ сәс тарап ултыра, уның тирәһендә күк күгәрсендәр уйнай. һарайы матур күл булған кыҙ ай нурына мансылып, көн дә коштай койона, ер к о яшы сыкканда, көлөп, йөҙөп кыуана. Ул — нурҙан яралған, һыу илендә рәхәт ғүмер иткән һыуһылыу». Әкиәттәге һыуһылыуға тиңләп, «Мифик һыу кыҙындай ер һылыуҙары ла булыр: айҙай якты йөҙлө, кыйғас кара кашлы, оҙон керпекле, көмөштәй тешле, бал кортондай билле, күңеле нурлы, көлөүе наҙлы, йөрәккә ятышлы»41, — ти ул. Күңелендәге тәьҫораттарын автор бына нисек еткерә: «Ҡояштай йылмайып, йәйғорҙай йәмләнеп, ләйсән ямғырҙай күңелде һуғарып, фәрештәләй бер һын сәхнәлә тирбәлә. «Йәдкәр» фольклор-эстрада ансамбле бейеүсеһе Әлфирә Ғариф кыҙы Сафиуллина “һыуһылыу” бейеүе менән нур булып балкый. Ул йәншишмәләй һыуҙы тылсымлы күнәге менән һөҙөп алып, тирә-якка һибә, тәбиғәтте уята, үҫемлектәрҙе йәшәртә, тереклек донъяһын терелтә. Яңырған ерҙә тормош йәмләнә, халык түлләнә»42. Әлфирә Сафиуллинаның «Сыңрау торна» бейеүен башкарғанда иһә С. Бәҙретдинов боронғо ырым-ышаныуҙарға бәйле тыуған риүәйәттәрҙең береһе — «Сыңрау торна»ның тарихына туктала. Был үҙ сиратында инеш ролен үтәй. Автор легенданы һөйләгәс, бейеүсенең хозурлыкты һәм тәрән һағыш­ ты, сафлыкты һәм серлелекте, кыуанысты һәм кайғы-хәсрәтте кәүҙәләндергән тылсымлы коштоң художестволы образын, ру­ хын ҙур оҫталык менән башкарып, тамашасыны хайран итеүен һыҙык өҫтөнә ала. Тамашасы тын кала, онотола, ти ав­ тор. «Сыңрау торна сыңрауы, бейеү хозурлығы һәм мөғжизә­ һе илаһи тылсымы менән арбап, моңһоу ауазы, тойғоһо менән йөрәкһетә, тәрән һағышы менән сорнай. Изге торна илемде, 41 Бәҙретдинов С. Ғүмер артында — ғүмер. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1996. —163-сө б. 42 Ш унда уҡ. —164-се б. 66

еремде ҡурсып, халҡымдың йыуанысы булып, быуаттарҙанбыуаттарға талпына». Бында авторҙың шулай уҡ Рәми Гариповтың «Сыңрау торна»ға арналған шиғыры ла үҙ сиратында леймотив рәүешендә ҡабул ителә. Өҙөк килтерәйек: Сыңрай-сыңрай осоп килде Сыңрау торнаҡай. Уралыңдан сәләм, тине Сыңрау2 торнаҡай. Уралҡайым, Уралҡайым, Тыуган Уралҡай! Ысынлап та, Әлфирә Сафиуллина ҡайһы ғына илдә гас­ тролдә булмаһын (Анкара, Истамбул, Ҡаҙағстан һәм башҡа илдәр), «Сыңрау торна» бейеүенә һоҡланмаған кеше ҡалма­ ғандыр. «Сыңрау торна ҡайҙа? Сыңрау торна! Сыңрау тор­ на!», тип уны ҡат-ҡат саҡыралар сәхнәләрҙә. Очеркын тамамлап С. Бәҙретдинов тарих фәндәре канди­ даты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лидия Нагаеваның Әлфирәнең бейеү оҫталығына биргән баһаһын кил­ терә: «Әлфирәлә — Урал характеры. Уның кешелек һыҙатта­ ры һәм сифаттары Урал тәбиғәтенән айырылғыһыҙ. Ул — уй­ сан, нәфис, үтә лә тыйнаҡ, баҫалҡы һәм шул уҡ ваҡытта ро­ мантик рухлы натура. Уның ритмик тән хәрәкәттәре яһау оҫта­ лығы, һығылмалылығы, зифалығы милли характерҙы аныҡ һәм зауыҡлы сағылдыра»43. Был һүҙҙәргә дәлил булып, Әлфирә Сафиуллина башҡарыуында «Сыңрау торна», «Йы­ лан арбау» «Заһиҙә», «һинд ҡыҙы», «һыуһылыу» һ.б. бе­ йеүҙәр торалыр. Ошо рәүешле, авторҙың бер-ике очеркы миҫалында фольк­ лор мотивтарының оҫта ҡулланылыуы һөҙөмтәһендә, очерк­ тың йөҙө үҙгәреүен, йөкмәткеһе тәрәнәйеүен, баҙыҡланыуын, образлылығының артыуын күрергә мөмкин. Фольклор мотивтарына әленән-әле мөрәжәғәт итеү әҫәрҙе халыҡсан итә, юҡһа ул уҡыусылар араһында үтемле, уҡымлы, иҫтә ҡалыр­ лыҡ булмаҫ ине. 43 Бәҙретдинов С. Ғүмер артында — ғүмер. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1996. —166-сы б. 67

Очерктарҙа әкиәт, әйтем, мәҡәл, легендаларҙан тыш, сәсмә шәжәрәне ҡулланыу күренеше лә күҙәтелә. Мәҫәлән, С. Иманғоловтың «Тыуған яғым — серле йомғаҡ» очеркында һүҙ ер хаҡында бара. Агроном Л. Сәлишев АҠШ-тың игенселек бу­ й ы нса тан ы лған ғалим дары ҡ атн аш лы ғы н да М әск әү ҙә үткәрелгән һөйләшеүҙәрҙә ғалим Питр Чиколчук менән ос­ раш ҡ анда ер м ә с ь әл ә һ е н ә ҡағы лы п, ҡаты бәхәсләш еп китәләр. Американлының башҡорттар «борон иген игеү генә түгел, икмәк тә ашамағандар икән» тиеүен, Ашҡаҙар буйы уҙаманы Линир Сәлишев инҡар итә һәм төрлө дәлилдәр кил­ терә: — Әфәндем, еребеҙ тарихы был уйҙырманы кире ҡаға. Күптән түгел археологтар беҙҙең хужалыҡтың үҙәге Бала Сы­ тырман ауылы эргәһендә Айырғол тауы курганын ҡаҙып, эре һәм оҙон һөйәкле бәһлеүәндең һөлдәһенә юлыҡты. Уның уң яғында хәнйәр, һул тарафында ураҡ, ә балсыҡтан яһалған оҙон муйынлы сүлмәктә бойҙай орлоғо таптылар... Ә күмәк хужалыҡтар мәсьәләһенә килгәндә инде, беҙҙең ата-бабалар әүәл-әүәлдән община булып көн иткәндәр, сөнки улар хеҙмәт төбө — бәрәкәт икәнен яҡшы аңлағандар. Ошо осрашыу Линир Ибраһим улына ныҡ тәьҫир итә һәм, ысынлап та, ул ер хаҡында уйҙарға сума, автор геройҙың хистойғоларын, иленә, халҡына булған мөхәббәтен легенда һәм шәжәрә аша асып бирергә тырыша. Авторҙың археологтар асышын миҫалға килтереүе, герой­ ҙың тыуған ере, халҡы өсөн булған ғорурлыҡ тойғоларын көсәйтә төшә. «Талҡыбыҙ борон-борондан уҡ ил ҡәҙерен дә, ер ҡәҙерен дә яҡшы белгән, улар өсөн ҡанын ғына түгел, йәнен дә аямаған, илен ҡурсыған ил ағаларын хәтер дәфтәренә улар рухында тәрбиәләгән», — тигән мөһим тезисты үткәрә. Яҙыусы геройҙың поезда тыуған яҡтарына ҡайтып етеп барғанда Ю рматы ырыуы ш әж әр әһ ен юҡҡа ғы на и ҫкә төшөрмәй. Унда башҡорт аҫаба ерҙәрен үҙ-ара бүлешеү һәм шунда хужа булыу хаҡында һүҙ бара. 1550 йылдарҙа уҡ баш­ ҡорт игенселек менән шөғөлләнгән. Тик XIX быуатта Рәсәйҙә колониаль сәйәсәт үҫеш алғанда, ерҙәр тартып алына, күсмә халыҡ ултыраҡ тормошҡа һәм игенселеккә көсләп күсерелә башлай. 68

Әҫәрҙә герой, халҡының һәм тыуған еренең дәһшәтле һәм данлыҡлы осорҙарын кинокадр һымаҡ күҙ алдынан үткәреп, тәрән уйҙарға сума. Тарих ниндәй генә булыуына ҡарамаҫтан, халыҡ өсөн ер — изге, ерһеҙ уның тормошо юҡ. Ошо йәһәттән очерк геройының ГУ быуаттан килеп еткән бөйөк Төрки ҡағанатының руник серле яҙмаларынан УГГ бы­ уаттың 30-сы йылдарында һәләк булған атаҡлы ғәскәр баш­ лығы, Билге ҡаған менән уның ҡустыһы Күлтәгин ҡаған ҡәберендәге яҙылған юлдарын иҫкә төшөрөүе лә идея-эстетик әһәмиәткә эйә. ...Төрки халҡы һәм бәктәре, Әйткәнемде ишетегеҙ! Төрки халҡын йыйып, Ил итеп тотогоҙ,— Бында шуны ырып яҙҙым, Яңылышһагыҙ, үләсәкһегеҙ, — Тагы шуны бында ырҙым44. Был һүҙҙәр киләсәк быуынға васыят рәүешендә ҡабул ителә һәм, тарихыбыҙҙан күреүебеҙсә, уның вариҫтары — башҡорт ырыуҙары уға тоғро ҡала. Тимәк, очеркта автор тотош леген­ да сюжетын, шәжәрә мотивын, хатта руник яҙмаларҙы бушҡа килтермәй, улар очеркта билдәле художестволы әһәмиәткә эйә булып, геройҙың хис-тойғоларын, кисерештәрен, ер ха­ ҡындағы уйланыуҙарын асып бирергә ярҙам итә. Ер темаһына арнап яҙылған очерктар С. Поварисов ижа­ дында ла урын ала. Ул да әҫәрҙәрендә фольклор үрнәктәрен ҡуллана. Уның «Ерҙең йәме иген менән, ирҙең йәме белем менән» очеркының исеме лә әйтем менән аталыуы шул хаҡта һөйләй. Автор ғибрәтле легендаға мөрәжәғәт итеп, ер һәм бәхет төшөнсәләрен аңлатырға тырыша, бының өсөн ул үтә үҙенсәлекле алым ҡуллана. Аҡ һаҡаллы бабай уға ғибрәтле хикәйәт һөйләй. Очерктың төп өлөшөнә ер хаҡындағы мәсьәлә инеш булып китә. Леген­ даның ҡыҫҡаса йөкмәткеһе былай: Никтыуҙы тигән егет (әсәһе 44 Иманголов С. Ашҡаҙар таңдары. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 2000. — 18-се б. 69

уның, атаһынан калған байлыктың кәҙерен белмәй ю кка сы­ ғарғаны өсөн, шулай тип атай — Ф.Ю.) тыуған төйәген таш­ лап, бәхет эҙләп сығып китә. Бәхетем күктә икән тип, айҙар, йылдар буйына каяға үрмәләй. Бәхет күренмәй. Шунан бер бөркөткә ултырып, күккә осалар. Ай осалар, йыл осалар, ти былар. Эҙләгән бәхет табылмай. Бөркөт хәлдән тайған. Никтыуҙы кош ка бот иттәрен, балтырҙарын телеп ашата. Ә үҙе бөркөттөң елкә тамырынан каны н һурып, туклана икән. Бөркөт артка әйләнеп караһа, Никтыуҙы үҙенең канын һур­ ғанын аңлап ала һәм ғәрлегенән: «Ниңә бының тәтәй теленә ышандым, ер кешеһенең бәхете нишләп күктә булһын, был мәхлүк бәндә минән көлә икән», — тип, уны даръя һыуына ырғыта45. Легендала бөркөткә бәйле сюжет С ак менән Сук бәйетен хәтерләтә. Ҡоштоң канын һурып барыуы, аҫкы донъяны өҫкө донъяға бәйләүсе изге коштоң изгелегенә яуызлык менән яуап биреүсе тиҫкәре геройҙың зы ян күреүе һүрәтләнә (герой коштоң канын һура — фольклорға хас мотив). Легенда аҙа­ ғында Никтыуҙы якш ы һәм ярҙамсыл кешегә әүерелә. К е­ шеләр уға хатта Батыр-Илһам тигән исем куша. Ул ер кеше­ һенең бәхете ерҙә, бер-береңә ярҙам итешеп йәшәүҙә икән­ леген аңлай. С. Поварисов очеркында фольклор мотивтарын хәҙерге көнгә ялғай. һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ябай һалдат Илеш райкомы инструкторы, бүлек мөдире, һуңынан райком секретары булып эш ләгән, С оциалистик X еҙмәт Геройы Тәлғәт Лотфулла улы Рахманов менән таныштыра. Геройы­ ның образын асыр өсөн автор уның тормошондағы вакиғаларҙы бер-бер артлы үҫтереп, уның уйҙары, тәбиғәт күренеш­ тәре, диалогтар аша һәм лирик сигенеүҙәре менән очеркты художестволы кимәлгә еткерә. Тәүәккәл, тәжрибәле етәксе күп һөйләргә яратмай. Күп эшләгәндең һөйләр һүҙе кыҫка, ер кәҙерен белергә тейеш, ти ул. Шуның өсөн иген үҫтереүҙә хужалығын алға ебәреү өсөн бөтә көсөн һәм тырышлығын һала, тәжрибәләр үткәрә, 45 Поварисов С. Бәхет тураһында легенда. Публицистик яҙмалар. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1983. — 146-сы б. 70

көнө-төнө халыҡ (механизаторҙар) араһында була. Тәртипте лә ҡаты ҡуя. Секретарь булып эш ләһә лә, бөтә булмышы менән Рахманов — игенсе. Куйбышевтан килгән делегаттар­ ҙың береһе менән булған диалог та быны дәлилләй. Рахмановтың ҡулын киң елкәле, таҙа кәүҙәле бер кеше килеп ҡыҫты: — Хәтерегеҙҙәме, Мәскәүҙә һеҙ үҙегеҙҙе «игенсе» тип та­ ныштырғайнығыҙ? Ә һеҙ герой — секретарь икәнһегеҙ! Был тыйнаҡлыҡ һаҡлауҙыр инде? Тәлғәт Лотфуллович еңел генә йылмайып ҡуйҙы. Киң күкрәкле кешегә оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо ул. — Эйе, әйткәйнем шул. Мин уны хәҙер ҙә әйтәм. «Секре­ тарь һүҙенә ҡарағанда «игенсе» көслөрәк түгелме? М иңә бит Герой исемен секретарь булғаным өсөн түгел, иген үҫтергә­ нем өсөн биргәндәр! Икмәк — бөтә донъяның нигеҙе!»46. Автор очеркында ер ҡәҙерен белгән, ер һулышын тойған игенсе-шәхес образын һүрәтләй. Легенданы уңышлы ҡулла­ нып, ер кешеһенең бәхете күктә түгел, ә ерҙә, эшләгән эше менән бәхетле тигән фәлсәфәүи, шул уҡ ваҡытта тәрбиәүи фекер үткәрә. Ҡаралған очерктарҙан күренеүенсә, төрлө авторҙар ижад­ тарында фольклор традициялары өлгөләре уңышлы сағылыш тапҡан. Бындай алымдар ҡулланыу, үҙ сиратында, әҫәрҙе үҙен­ сәлекле итә, уның бәҫен күтәрә һәм әһәмиәтен арттыра. Был күренеш, әлбиттә, күберәк портрет-очерктарҙа күҙәтелә. Бын­ да, һис шикһеҙ, яҙыусының фантазияһы ла, һүҙ оҫталығы ла ҙур роль уйнай. Эйе, фольклорҙың әҙәбиәтебеҙҙә генә түгел, публицистикабыҙҙа ла ҙур урын алыуы оло тарихи-эстетик күренеш. Киләсәктә лә был традиция дауам ителер һәм халыҡ ижады өлгөләре очерк жанрында үҙенең әһәмиәтен юғалт­ маҫ, тип ышанабыҙ.

46 Поварисов С. Бәхет тураһында легенда. Публицистик яҙмалар. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1983. —27-се б. 71

III б ү л е к ОЧЕРК ЖАНРЫНДА - ТАРИХИ ШӘХЕСТӘР «Һәр кемгә, уҙ автобиографияһы кеүек ук, туган халҡы ның тарихын белеу ҙә кәрәк. Ш унһыҙ кеше нәҫел-нәсәбен онотҡан, т арихи хәтерен ю галт ҡан бер бәндәгә әйләнер ине... Тарихты кеше тыуҙыра. Уны халы ҡ тарихы итеп батыр улдары, аҡы л эйәләре ҡул, зиһен көсө менән яҙа. Ундайҙар ил агалары , ил-йорт азам ат т ары булып т аны ла, исем аттары, дан-шөһрәттәре ха лы ҡ хәтерендә, тарих биттәрендә ҡала». Ғайса Х өсәй ен ов

3.I. Очерктарҙа — Салауат Юлаев образы Салауат Юлаев — башҡорт халҡының легендар батыры, шағир-импровизатор, 1773—1775 йылдарҙағы милли-азатлыҡ хәрәкәтенең һоҡланғыс етәкселәренең береһе. Салауат тураһында тарихсылар, шағирҙар, прозаиктар, драматургтар күп яҙҙы. Бөйөк Пушкин үҙенең «Пугачев тарихы»нда башҡорттоң милли батырына иң юғары баһа бирә. Крәҫтиәндәр һуғышының күп юлбашсыларынан өҫтөн ҡуя һәм китабының бер бүлеген «Ажар Салауат»ҡа арнай. Совет яҙыусыһы С. Злобин Салауат Юлаевты данлыҡлы һуғышсы, легендар шәхес дәрәжәһенә күтәрҙе, ә ошо роман нигеҙендә төшөрөлгән кинофильмы менән кинорежиссер Я. Протазанов Салауатты донъя кимәленә алып сыҡты, Баязит Бикбай либ­ реттоһына яҙылған операһында З. Исмәғилев Салауатты ҡаһар­ ман һуғышсы, ә халыҡ шағиры М. Кәрим үҙенең трагедия­ һында уны оҫта ғәскәр башлығы, ҡурҡыу белмәҫ ҡаһарман һуғышсы һәм әбей батша Екатерина II менән ҡапма-ҡаршы ултырып, тәрән фекер йөрөткән аҡыл эйәһе итеп күрһәтте. Тарих фәндәре кандидаты И. Гвоздикова үҙенең «Салауат 72

Юлаев» тип аталған ғилми монографияһында Салауаттың ба­ тырлығы, бөйөклөгө, саф күңелле, һынмаҫ рухлы кеше бу­ лыуы тураһында иҫ киткес һөйөү, һоҡланыу, ғорурлыҡ менән б әйн ә-бәйн ә һөйләп бирҙе. Филология фәндәре докторы М. Иҙелбаев Салауат тураһында «Юлай улы Салауат» тигән ҙур күләмле тарихи-документаль романын ижад итте. Салауат Юлаев образы хәҙерге очерктарҙа ла төрлө быуын яҙыусылары тарафынан бик оҫта һәм киң яҡтыртыла. XX быуаттың 20-се йылдарында Салауат Юлаев шәхесен өйрәнеү буйынса яҙыусылар һәм публицистар Ғ. Вилданов, С. Сәлимов, А. Ғафаров, Ш. Типеевтар ҙур эш башҡара, һуңыраҡ был тикшеренеүҙәрҙе Ә. Усманов, М. Буранғолов, Ә. Харисов һәм башҡа ғалимдар дауам итә. Ғ. Ш афиҡовтың 1993 йылда донъя күргән «Ҡабырғанан аҫыу» («Крючья под ребро») китабында милли батырыбыҙға арналған «Салауаттың ҡара үҙәне», ә 1998 йылда «Тарихты өтөүсе һулыш» китабында «Салауаттың дуҫтары һәм дошман­ дары» очерктары иғтибарға лайыҡ. Автор бөйөк шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышын документаль материалдарға нигеҙләнеп, яңыса объектив һүрәтләй. «Салауаттың ҡара үҙәне» исемле очеркта ла был принцип­ тан ситкә тайпылмай. Автор Салауатҡа булған мөнәсәбәтен белдерә, буйы менән үҙенең уға оҡшауына ғорурлана. Сала­ уаттың тыуған тирмәһе урынлашҡан үҙәненә төп иғтибарын йүнәлтә. Был ҙур үҙән ҡара аспид таҡтаһына әйләнгән. Ав­ торҙың Ҡаратау башынан үҙәнгә ҡарап, Малевичтың данлыҡлы «Ҡара квадрат» менән оҡшашлығын күрә. «Ерҙе үртәнеләр, напалм менән яндырған кеүек ҡара көйҙөрҙө», —ти ул1. Арта­ бан Шафиҡов поручик В. Лесковскийҙың махсус язалау экс­ педицияһына нәфрәтен белдерә. Сөнки ул экспедиция стар­ шиналар Мөҡсин Әбсәләмов һәм Сөләймән Диваев һымаҡ һатлыҡ йәндәрҙән тора. Тап Мөҡсин Әбсәләмов бер туған ағаһы Замгур менән Салауатты тоттороуҙа туранан-тура ҡат­ наша. Ошо эпизод рәссам А.П. Лежневтың картинаһында са­ ғылыш тапҡан. Ғ. Ш афиҡов рәссамдың «Салауатты тотоу» картинаһындағы Салауат образын ярһыған арыҫланға тиңләй. 1 Шафиков Г. Крючья под ребро. — Уфа: Китап, 1993. — С. 69. 73

Салауаттың мәмерйәлә булған әрнеүле уйҙары буйынса баты­ рыбыҙҙың ҡотолорға мөмкинселеге булған, әммә ул халҡына хыянат итмәгән, тип тағы бер тапҡыр Салауаттың үҙ халҡы өсөн йәнен аямаған батыр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Эстониянан килтерелгән ҡылысына бәйле тарихын иҫкә төшөрөп, республика йәмәғәтселегенең берҙән-бер ҡәҙерле ҡомартҡыға битараф булыуына авторҙың күңеле ҡырыла. Быны ул Сала­ уат һәйкәленә бәйле ваҡиға менән дә иҫбатлай: осетин скульп­ торы Сосланбек Тавасиевҡа, икенсе милләт кешеһе булғанға, ныҡ ҡаршы төшәләр. Ләкин ошо ҡаршылыҡтарҙы еңеп, ба­ тырыбыҙға Сосланбек Тавасиев үҙенең мәғрүр һәйкәлен ҡоя. Артабан автор тарих фәндәре кандидаттары И. Гвоздикованың Салауат Юлаевтың тормошон һәм хәрби етәкселегенә ар­ налған «Салауат Юлаев» хеҙмәтен, В. Сидоровтың «Шағир һәм яугир Салауат» китабын, Баязит Бикбайҙың «Салауат» траге­ дияһын иҫкә төшөрә, Г. Ибраһимовтың «Кинйә» романына айырым туҡтала, сөнки был романда тәүге тапҡыр рус чинов­ никтары, яҙыусылары объектив тасуирлана. Очеркта шулай уҡ Салауат Юлаевтың һуғышта ҡатнашҡан ваҡиғалары художество дөрөҫлөк менән яҡтыртыла. Әҙип Г. Хөсәйеновтың 1998 йылда тарихи шәхестәргә ар­ налған «Ил азаматтары» исемле китабының «Кинйә абыз» очер­ кында Салауат образы ла сағылыш тапҡан2. Автор 19 йәшлек Салауаттың отряды менән Пугачев ғәскә­ ренә барып ҡушылыуын ентекле һүрәтләй һәм ғәскәр баш­ лығы Кинйә Арыҫлановтың Салауатҡа ҙур ышаныс белдере­ үенә баҫым яһай. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, ул Сала­ уаттың ташып торған ғәйрәтен, хәрби һәләтен билдәләй. Уны башта туранан-тура үҙ ҡулы аҫтындағы командала тота, хәрби өйрәнеүҙәрҙә һынай, унан үҙ отряды сафында Ырымбур ҡәлғәһе ҡырындағы яуға индерә. Салауаттың хәрби һәләтен баһалап, Пугачев менән Кинйә Арыҫланов яуҙа күрһәткән ба­ тырлығы өсөн уға поход полковнигы исеме биреп, Себер да­ руғаһында, Урал эсендә яңы отрядтар туплау һәм яңы алыш майҙаны өсөн тыуған яҡтарына оҙаталар. 2Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 321-се б. 74

«Бельские просторы» журналының 2003 йылдың тәүге һа­ нында И. Кәримовтың «Үтелмәгән бер арауыҡ» очеркында Салауаттың хәрби эшмәкәрлеге асылған. Был очеркта автор Салауат Юлаевтың нисек хәрби етәксе булып китеүен, ошо үтелмәгән бер арауыҡтың уның артабан­ ғы яҙмыш ында ҡырҡа боролош яһағаны н уңышлы тотоп алған. И. Кәримов очеркын әкиәт алымы менән башлай. «Йәшә­ гән, ти, бер бай. Ул бик йәш булған, уға бары 19 йәш. Уның өс ҡатыны, ике улы һәм бер нисә ҡыҙы булған. һ әм ул бик көслө булған, 14 йәшендә үк көрәштәрҙә ҡатнашып, батыр булған ...»3 Бына шундай булған Салауат. 1773 йылда Ш айтан-Көҙәй олоҫо старшинаһы Юлай Аҙналинға, Пугачев ихтилалын баҫтырыу буйынса генерал ғәскәренә ярҙам кәрәк, тигән бойороҡ килә. Оҙаҡ уйлағандан һуң Аҙналин улы Салауатты ғәскәр башлығы итеп ҡуя. Оҙат­ ҡанда уға Польша походында алған миҙалын да тапшыра. Ун биш к өн бара Ш а й т а н -К ө ҙ ә й ол о ҫо һ ы б ай л ы л ар ы . Билдәләнгән урынға, Стәрлетамаҡ пристаненә барып етмәй, Салауат кинәт борола һәм баҫҡынсылар Пугачев ғәскәренә ҡушыла. Очерктав Салауаттың батырлығы, хәрби етәксе һәм һәләтле ойоштороусы булыуы Ырымбур, Красноуфимск, Көңгөр яҡта­ рында булған бәрелеш күренештәре аша оҫта һүрәтләнә. Ә Салауаттың сыҙамлылығын, иҫ киткес түҙемлелеген, атаһы менән ҡулға алынып, ҡаты язаға дусар ителеп, Рогервиктағы һөргөнгә бәйле ваҡиғаларҙы художестволы дөрөҫлөк аша күрһәтә алған. Автор фаразлауынса, Салауат Пугачев ихтилалын баҫты­ рып, өйөнә ҡайтып, старшина булыр ине, ҡартайғансы ты­ ныс йәш әр ине. Т ирм әһендә ултырып, ш иғырҙар уҡып, кәңәш тәр биреп, һимеҙ һарыҡ ите ашап, ҡымыҙ эсер ине, бәлки. Әммә беҙ ул Салауатты белмәҫ инек. Сөнки ошо бер арауыҡ уның яҙмышын ҡырҡа үҙгәртә һәм Салауаттың исе­ мен тарихыбыҙҙа мәңгеләштерә. 3 Каримов И. Одна непройденная верста / / Бельские просторы. —2003, № 1. 75

Шулай итеп, каралған очерктарҙа милли батыр төрлө яклап яктыртыла, баҙыкландырыла. Ғ. Xөсәйенов Салауаттың Кинйә Арыҫланов менән осрашканын, уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәтен һуғыштағы вакиғалар аша тасуирлай. Ғ. Ш афиков үҙенең һәм йәмәғәтселектең Салауатка булған мөнәсәбәтен тарихи факт­ тарға таянып, бөгөнгө күҙлектән объектив баһаларға тырыша. И. Кәримов иһә кы ҫка ғына бер вакыт арауығында Салауат­ тың яҙмышы кы рка үҙгәреүен, Пугачев ғәскәрҙәренә кушылыуына бәйле вакиғаларҙы, башта әйткәнебеҙсә, уңышлы тотоп алған. һ ә р быуын яҙыусылары милли батырыбыҙҙы ү ҙе н с ә кү р еп , уға ү ҙе н с ә баһа б и р ер гә ты ры ш кан. Үрҙә тикшереп үткән әҫәрҙәр, ғөмүмән алғанда, Салауат Юлаев образын байытыуға, тулыландырыуға булышлык итә, бөгөнгө һәм киләсәк быуындар алдына геройҙың камил һынын күҙ алдына баҫтырырға ярҙам итә. Бында яҙыусыларҙың да, һәм ғалимдарҙың да роле, һис шикһеҙ, ҙур.

3.2. Яҙыусылар яҙмаһында Зәйнулла ишан Билдәле ғалим Р. Шәкүр 1998 йылда донъя күргән «Арҙаклы б аш к о р ттар » и сем л е о ч ер к тар һ әм м ә к ә л ә л ә р йыйынтығында яҙған баш һүҙендә шәхестәр хакында былай ти: «Илдең, милләттең рухи көсөн, кеүәтен, кешелек донъя­ һында тоткан урынын иң элек уның бөйөк кешеләре, оло акыл эйәләре, илем, халкым тип йәш әгән каһарман рухлы заттары билдәләй. Ә халык үҙенең данлыклы улдарын һәм кыҙҙарын белергә, улар өлгөһөндә тәрбиәләнеп, фәһем алып үҫергә тейеш». Зәйнулла Рәсүлев —Мифтахетдин Акмулла, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов һымак арҙаклы шәхестәре­ беҙҙең береһе, милләтебеҙҙең мәғрифәтсеһе, дин әһеле, фило­ софы һәм атаклы табибы. Ошо шәхес хакында тулыһынса әҙәбиәт ғилемендә лә, публицистикала ла яктыртылды тиер­ лек. Әлеге көндә лә Зәйнулла Рәсүлевтең шәхси тормошо, эшмәкәрлегенә арналған айырым мәкәләләр, очерктар ижад ителә. 76

Миҫал өсөн Р. Шәкүрҙең арҙаҡлы шәхесебеҙгә арналған очеркына туҡталып үтәйек. Э нциклопедик планда яҙы л­ ған был әҫәрҙә иң тәүҙә Зәйнулла ишандың биографияһы килтерелә һәм уның тормошона, яҙмышына ҡағылышлы хәлваҡиғалар тарихи документтар нигеҙендә бәйән ителә4. Артабан очеркта Зәйнулла Рәсүлевкә арналған Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр» китабындағы иҫтәлектәрен һыҙыҡ өҫтөнә ала. Унда З. Вәлиди атаһы Әхмәтйәновтың һәр йыл һайын бесән эштәре бөтөү менән, дуҫтарына һәм шәйехтә­ ренә оҙон сәйәхәткә юлланыуы телгә алына. « .һ ә р сәйәхәт минең фекер хаятыма ҙур йоғонто яһаны», —тип яҙа З. Вәли­ ди. 1906 йылдағы сәйәхәтебеҙҙә Зәйнулла ишан миңә ныҡ илтифат итте. Йәш булыуыма ҡарамаҫтан, миңә төрлө һорау­ ҙар биреп, яуабымды диҡҡәт менән тыңланы, йүнәлеш би­ реүсе һүҙҙәр һөйләне. һ әр хәлдә, төрлөсә һынап ҡ ар ан ы .» Шуның кеүек дәртләндереүсе хәл-ваҡиғалар булмаһа, бәлки, тормошом ғилемдән башҡа бер юлдарға йүнәлеш алыр ине. Ы сынлап та, ишандың изге һүҙҙәре Зәйнулла Рәсүлевтең З. Вәлидиҙең артабанғы яҙмышына ҙур йоғонто яһаған шәхес. Очеркын тамамлап, Р. Шәкүр бөйөк шәхестәргә һоҡланыуын түбәндәге юлдар аша белдерә: «Башҡортостанда баш­ ҡорт халҡының Зәйнулла Рәсүлев, Әхмәтзәки Вәлиди кеүек бөйөк һәм илаһи заттарҙың рухы мәңге йәшәй». Яҙыусы Р. Насиров Зәйнулла ишанға арналған очеркын иҫтәлектәр, архив документтарына таянып, төплө күҙәтеүҙә­ ре аша художество кимәлгә еткерә5. Яҙмала Зәйнулла ишан образы «Тауҙар яуап ҡайтармай», «Тәрәнгә киткән тамыр», «Тотҡонлоҡта», «Үҙебеҙ булып ҡала­ йыҡ» кеүек бүлексәләрҙә тулыһынса асыла. Тәүге бүлексәлә Зәйнулла ишандың донъяға килеүе, күрәҙәселәп әйткәндәй, уның зирәк, олуғ йән эйәһе булыуына баҫым яһала. Ир ҡорона еткәнсе ғилем эйәһе, шәйех һәм

4Шәкүров Р. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. —71-се б. 5 Насиров Р. Уҙамандарҙы эҙләйем. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1997. — 41-се б. 77

Нәҡшбәнди тигән юғары дәрәжәгә өлгәшеп, исламиәт донъя­ һында шөһрәт ҡаҙаныуы бәйән ителә. Илдең төрлө тарафтарынан йәйәүләп, ат йә иһә дөйәгә атланып, Троицкиға — Зәйнулла Рәсүлев кәңәш тәрен тың­ ларға, унан фатиха алырға ағылған хисапһыҙ мөриттәр, бар­ лыҡ мосолман төбәктәре, олоҫтары, ишандың абруйын бермәбер көсәйтә. Й әнә автор 1917 йылда донъя күргән «Шәйех Зәйнулла хәҙрәттең тәржемәи хәле» йыйынтығын миҫалға килтерә. Унда бөйөк башҡорт ғалимы һәм тарихсыһы Ризаитдин Фәхретди­ нов төҙәтмәһендәге яҙмала бына ни тиелә: «Зәйнулла хәҙрәт эске Русиялағы мәшһүр заттарҙың иң олоһо һәм абруйлыһы... Ғасырыбыҙ уның ҡәҙәр мәшһүр һәм абруйлы зат күрмәгәндер тиелһә, ялғыш булмаҫты р. Троицкиҙағы Зәйнулла хәҙрәт эске Русияла иң мәшһүр вә иң атаҡлыларҙандыр. Заманында уның һүҙе һәр кемгә закон-шәриғәт и н е . Ахыры ғүмеренә ҡәҙәр һәр кем уны олуғ бер шәйех, мөғтәбәр бер ғалим һанап хөрмәт и тте .» Шулай уҡ атаҡлы рус академигы Владимир Бартольд уның эшмәкәрлеген юғары баһалап: «Ул үҙ халҡының рухи короле булып һанала», — ти. Артабан Р. Насиров Зәйнулла хәҙрәттең тормошона бәйле төрлө мәлдәрҙе тулыраҡ асыҡлар өсөн, яҡташтарының һәм ейән-ейәнсәрҙәре иҫтәлектәренә таянып эш итә (Яҙыусы һуңғы йылдарҙа хәҙрәттең туған-тумасалары менән йыш хат алышҡан — Ф.Ю.). Миҫалға килтерелгән мәғлүмәттәр буйын­ са, Зәйнулла ишандың ейән-ейәнсәрҙәренең Башҡортостан­ да ғына түгел, хатта сит өлкәләрҙә йәшәүҙәре, уларҙың исемшәрифтәре, ҡайҙа һәм кем булып эшләүҙәре хаҡында мәғлүмәт бирелә. «Тәрәнгә киткән тамыр» тип исемләнгән бүлексәлә автор З. Рәсүлевтың бай шәжәрәһенә байҡау яһай, уны тау-таш ара­ һында мәңгегә нығынып ҡалған мөһабәт ағас менән сағыш­ тыра. Шуны ла әйтеп китеү мотлаҡ: иң тәүҙә Зәйнулла ишандың шәжәрәһен Ахун ауылы имамы Муса хажи Р. Фәхретдиновҡа «Аҫар» журналында баҫтырыу өсөн әҙерләп бирә. «Мин Муса әфәнде тарафынан тәртипкә килтерелгән яҙмаларҙы баҫтырыу­ ҙы муафиҡ күрҙем», ти был хаҡта Р. Фәхретдинов. 78

Артабан автор Рәсүлевтәрҙең шәжәрәһенә ентекле туҡта­ лып, ҡатындары, балаларының балалары тормошон тәфсирләп һүрәтләй. «Тотҡонлоҡта» тигән бүлексәлә автор, донъя ҡаршылыҡ­ һыҙ булмай тигәндәй, Зәйнулла ишан тормошона бәйле хәлваҡиғаларҙы ентекле һүрәтләй. Был күренеште иһә ул, Рәсүлевтең үҙ мөхитенән айырылып йәш әгән иң ҡыҙғаныс осоро, тип атай. Ни өсөн тигәндә, хәҙрәт үҙен күрә алмаусы ке­ шеләр арҡаһында, хөкүмәт ҡараштарына тап килмәгән ҡотҡо таратыуҙа ғәйепләнә һәм Вологда губернаһына һөргөнгә ебә­ релә. һуң ы нан Н икольск ҡалаһында һаҡсы-күҙәтеүселәр ҡулында тотола. Ете йылдан ашыу ғүмерен Зәйнулла Костро­ ма ҡалаһында уҙғара. Ниндәй генә ауырлыҡтарға, ҡаршылыҡтарға дусар булма­ һын, ул үҙ халҡына, үҙ эшенә, бар булмышына тоғро ҡала һәм тыуған иленә һау-сәләмәт әйләнеп ҡайта. «Үҙебеҙ булып ҡалайыҡ» бүлексәһендә һүҙ нәҡ ошо хаҡта алып барыла. Тотҡонлоҡтоң һуңғы осоро, йәғни 1884 йылдан алып Зәйнулла ишан өсөн тормошоноң өр-яңы «Троицк» осоро башланыуы тасуирлана. Был осорҙа З. Рәсүлевтең ҙур тырыш­ лығы менән «Рәсүлиә» мәҙрәсәһе һалыныуы ил тормошонда иң мөһим ваҡиғаға әүерелә. Быны иһә автор «Ваҡыт» гәзи­ тендә (2184-се һаны) баҫылған Ғ. Исхаҡовтың түбәндәге яҙма­ һы аша асыҡ иҫбатлай: «“Рәсүлиә” мәҙрәсәһе Рәсәйҙә иң ҙур уҡыу йортона әүерелә һәм ул мосолман диненең ҡырғыҙ да­ лаларында таралыуына ҙур йоғонто яһай». Яҙыусы билдәләүенсә, был яңы мәҙрәсәлә милли мәҙәниәт­ тәрҙең күренекле эшмәкәрҙәре тәрбиәләнеп сыға. Улар ара­ һында Мәжит Ғафури, ҡаҙаҡ әҙәбиәтенә нигеҙ һалыусылар­ ҙың береһе — Солтанмәхмүт Торайғыров, күренекле ҡарағал­ паҡ шағиры Ажнияз К осы бай улы һәм башҡа демократ әҙиптәр ҙә бар. Очерк «Мәңгелек әхирәткә» тигән бүлексә менән тамам­ лана. Автор Рәсүлишандың исемен республика кимәлендә ныҡ­ лап күтәрергә, халҡыбыҙ йылъяҙмаһында уның лайыҡлы уры­ нын билдәләп ҡуйырға саҡыра. Шулай итеп, ҡаралған очерктарҙан күренеүенсә, Зәйнулла Рәсүлев образы төрлө яҡлап яҡтыртыла һәм баҙыҡландыры79

ла. Р. Шәкүр очеркын энциклопедик планда яҙһа ла, тарихи документтарҙы, иҫтәлектәрҙе ҡулланыуы очерк жанрының үҙенсәлеген арттыра. Р. Насиров иһә реаль факттарға, архив документтарына, шулай уҡ иҫтәлектәргә баҫым яһай. Халҡыбыҙ ғорурлығына әйләнгән Зәйнулла Рәсүлев обра­ зы шәхес булараҡ киләсәктә лә очерктарҙа яҡты сағылыш табыр, моңайын. Йомғаҡлап әйткәндә, һәр быуын яҙыусылары Зәйнулла ишанды үҙенсә күрә, уға үҙенсә баһа бирергә тырыша. Үрҙә тикшереп үткән яҙмалар, Рәсүлев образын байытыуға һәм ту­ лыландырыуға булышлыҡ итә, бөгөнгө һәм киләсәк быуын­ дар алдында мәшһүр шәхесебеҙҙең камил һынын булдырырға ярҙам итә. Бында, һис шикһеҙ, яҙыусы һәм ғалимдарыбыҙ тос өлөш индерә.

3.3. Әҙип ижадында тарихи шәхестәр Күренекле ғалим һәм әҙип Г. Хөсәйенов ижади һәм фәнни тикшеренеүҙәре менән башҡорт әҙәбиәтенә һәм ғилеменә ҙур өлөш индергән, башҡорт әҙәбиәте тарихын өйрәнеү өлкәһендә үҙенең ф ән н и м әктәбен булдырған үҙе бер оло ш әхес. Тиҫтәләгән ғилми хеҙмәт, тәнҡит-биографик очерктар бул­ һынмы, әҙәби күҙәтеүҙәре, теоретик мәҡәләләре, йылъяҙ­ малары, лирик-философик эсселары, парсалары — былар ба­ рыһы ла әҙип ижадының күп яҡлы икәнен дәлилләй. Автор­ ҙың «Ил азаматтары» исемле китабы ндағы баш һүҙендә А. Баһуманов әйткәнсә: «Филология аҡһаҡалының әҙәбиәт тарихын һәм ғилемен, әҙәби тәнҡитте һәм тарихи прозаны үҫтереүгә индергән өлөшө ифрат та тос, уны ҡапылда баһалауы ла ауыр»6. Художестволы әҙәбиәт ғилемендә үҙен парсалар оҫтаһы итеп танытҡан әҙип очерк жанрына ла үҙ өлөшөн индерҙе. Очерк хаҡында авторҙың күрәҙәселек итеп әйткән һүҙҙәре лә 6 Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 8-се б. 80

бар: «Тикшерелмәгәне менән художестволы очерк үҙе бер донъя». Әҙиптең очерктары башлыса тарихи шәхестәргә арнал­ ған. Шәхес тигәндәй, автор үҙе бына ни ти: «Шәхес булып етешеү кешенең донъяға караш системаһының, әҙәп, әхлак принциптарының тамам нығынып, үҙ характеры, рухи нату­ раһы асыкланып етеүе менән туранан-тура бәйле»7. Авторҙың 1998 йылда донъя күргән «Ил азаматтары» кита­ бы тарихи повестарҙан һәм тарихи портрет-очерктарҙан тора. Әгәр ҙә тарихи әҫәрҙәрҙә Иҫәнгилде батыр, Пугачев фельд­ маршалы Бәҙәрғол Юнаев, рудасы Исмәғил Тасимовтарҙың тормошо һәм көрәш юлы һүрәтләнһә, «Тарихи портреттар» бүлегендә иһә йөҙәрләгән ил азаматтары араһынан егерме икеһенең әҙәби-тарихи һыны кәүҙәләндерелә. Әҙип халыкка аҙ билдәле тарихи шәхестәрҙе, улар тураһында мәғлүмәттәрҙе йәмәғәтселеккә еткереүҙе максат итеп куя. Бында беҙ Ҡараһакал, Батырша, Кинйә, Ҡаранай тигән батырҙар, кантондар нәҫеленән булған Ҡыуатовтар, Буранбай сәсән һәм башка арҙаклы шәхестәр менән танышабыҙ. Авторҙың ниндәй генә очеркын алма, әҙәби әҫәр һымак укыла, кы ҙы к һәм мауыктырғыс. Әҙип үҙенең яҙмаларын ю кка был жанрҙың бер үҙен­ сәлекле формаһына индереп, әҙәби портрет очерктары тип атамай. Сөнки бында үҙе күҙәтеүсе лә, тарихсы ла, ғалим яҙыу­ сы ла ролендә сығыш яһай. һәр бер шәхес яҙмышын, уның хәрби эш мәкәрлеген, каҙаныш тарын, еңеү-еңелеүҙәрен ул төрлө хәл-ситуацияларға куйып, тәрән һәм төплө күҙәтеүҙә­ ре аша тарихи сығанактарға таянып, художестволы дөйөм­ ләштереүгә ирешә. Мәҫәлән, Ҡараһакал тураһында үҙ заманында легендалар сығарылған, йырҙар йырланған, бәйеттәр ҙә әйтелгән. Әҙиптең «Ҡараһакал» исемле очеркында Ҡараһакалдың хәрби эш мә­ кәрлеге бәйән ителә. Автор үҙе әйткәнсә, Ҡараһакал батыр­ ҙың шактай серле һәм ғибрәтле шәхесен, катмарлы ғүмер һәм яу юлдарын күпмелер белмәй тороп, XVIII быуаттағы Баш­ кортостан тарихын, уның героик, трагик биттәрен, көрәш 7Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 8-се б. 81

майҙанына сыҡҡан яугирҙарын, ниһайәт, милли ғорурлығы­ быҙ Салауат Юлаевты тыуҙырыуға килтергән социаль-тарихи шарттарҙы, героик традицияларҙы аҙағынаса төшөнөүе ҡыйын. Тарихсы, телсе Ә. Бейеш тә ошо осор ваҡиғалары тура­ һында үҙенең «Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше» исемле китабында былай тип аңлатма бирә: «ХУГГГ быуаттың 30-сы йылдарындағы ихтилалдарҙың төп сәбәбе Башҡортос­ тандағы колонизациялауҙың, милли-колониаль иҙеүҙең арта­ бан көсәйеүендә. Был осорҙа батша хөкүмәте Көньяҡ Уралда күп заводтар, ҡәлғәләр һалдыра башлай, бының өсөн бик күп башҡорт ерҙәрен тартып ала, ул урындарға рустарҙы күсереп ултырта, яһаҡ, штрафтарҙы арттыра. Быларға ҡаршы башҡорт­ тарҙың баш күтәреүе — тәүге утлы дауыл ҡуҙғалышы Ырымбур экспедицияһы менән бәйләнешле»8. Ғ. Хөсәйенов «Яҙмышыма яҙғаны» автобиографик яҙмала­ рында әйтеүенсә, ул әле 70-се йылдарҙа уҡ «Ҡараһаҡал хаҡын­ да һүҙ» тигән тарихи очеркын яҙып, «Ағиҙел» журналына тәҡдим иткән була, ләкин ул заманда башҡорт ихтилалдарына ҡарата улар реакцион хәрәкәт тигән ҡараш йәшәүенән баш мөхәррир Ә. Мирзаһитовтың уны журналда баҫтырып сығарыуға ҡыйыу­ лығы етмәй, ҡулъяҙма журнал архивында ятып ҡала. Б. Рафи­ ҡов уны архивтан табып алып, Ғайса Хөсәйеновтан уның яҙ­ маһына нигеҙләнеп, роман яҙырға рөхсәт итеүен һорай. Шулай итеп, роман яҙылыуға этәргес материал биргән очерк ун йылдан һуң ғына «Ағиҙел» журналында донъя күрә. Ғ. Хөсәйенов очеркында ике төп ваҡиғаны — 1740 йылдың 10 авгусындағы һәм 1740 йылдың февраль урталарындағы хәлваҡиғаларҙан башлап, тәүге Ырымбур губернаһының генераллейтенант князь Василий Алексеевич Урусов менән бәйләп һүрәтләй. Әүәлдән үк ҡанһыҙлығы м енән яманаты сыҡҡан был түрәнең ихтилалда ҡатнаш ҡан яу башлыҡтарына һәм баш күтәреүселәргә ҡарата ҡот осҡос яуызлығын тасуирлай автор. Майҙанға йыйылған халыҡ алдында Ҡараһаҡалдың иң яҡын яу ярандары башҡорт Йыһанғол Иҫәкәевте, Яныш Исмәғи8 Бейеш Ә. Баш ҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәш е. Очерк. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1993. — 141—146 бб. 82

левте, Ҡарабаш Уғлыйәновты, Яҡуп Ҡасимовты, татар Ҡап­ тырҙы, сыуаш Максимовты ҡаҙаҡҡа ултыртып үлтертә. Баш күтәреүселәрҙең күбеһен шулай язалау — башҡорт тарихының иң фажиғәле биттәренең береһе. Автор кенәз Урусов һәм ге­ нерал Соймонов бойороғо менән эшләнгән бындай ҡот осҡос язаларҙы ң А.С. П уш киндың «Пугачев тарихы» әҫәрендә ҡәһәрләнеүен, был хаҡта Мамин-Сибиряктың да үҙәк өҙгөс әрнеү менән ләғнәтләп яҙып үтеүен билдәләй. Ә 1740 йылдың 10 февралендәге ваҡиғала иһә Тырнаҡлы олоҫоноң Мөхәммәт ауылында Йәрмөхәммәт ҡарттың өйөн­ дә йыйылған күп кенә старшиналарҙың, батырҙарҙың кәңәш ­ мәһе тасуирлана. Әҙип был кәңәш мәнең әһәмиәтен юғары баһалап, тарихтағы бер бәләкәй ҡоролтайға тиңләй. Кәңәш ­ мәне алып барған Әйле олоҫо старшинаһы Әләнйейәнғол ха­ лыҡты яуға күтәреү, ғәскәр туплау кәрәклеген, ил-йортҡа баш булыр хан табыу, хан исеменән яуға әйҙәгән Ҡараһаҡал менән таныштыра. Ул Солтангәрәй-Ҡараһаҡалдың бик уҡымышлы һәм диндар, тәҡүә әҙәм булыуын, хажилығын һөйләй, уны үҙе күреп белеүен, батырлығын, аҡыллылығын дәлилдәр менән үҙенсә раҫлай. Xандың үҙе артынан ярҙамға ҡаҙаҡ, ҡалмыҡ­ тарҙы ла эйәртә аласағына ышандыра. Әҙип башҡорт түрә-батырҙарының Ҡараһаҡал менән ос­ рашҡандан һуң тыуған тәьҫораттары аша, уның әҙәби пор­ третын бына нисек оҫта һүрәтләй: «Алдарында баштан-аяҡ ҡоралланған бына тигән ун биш һыбайлы, шуның башында йылҡылдап торған ҡара атҡа атланған, өҫтөнә йылы тун, ба­ шына төлкө бүрек кейгән ҡоңғорт йөҙлө, матур һаҡаллы мөһабәт кәүҙәле Ҡ араһаҡал баҫып тора. А тының эй әр өпсөндәре затына тиң булғандай көмөш менән нағышланған, батырҙың билендәге көмөш ҡынлы кәкре ҡылысы фирүзә таш­ тар менән биҙәлгән»9. «Ҡараһаҡал — алыштарҙа ал бирмәҫ батыр, һүҙ ярышта­ рында ҙур ғилем эйәһе, хатта “аҫыл заты” менән хан булып танылған уҙаман». Уның төрлө илдәр гиҙеүен, бик күп телдәр белеүен, үткер илсе — дипломат булыуын бәйән итеп: «Яҙ­ WХөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. —262-се б. 83

мыш елдәре уны көтөүсенән аяныс ҡолға, ҡолдан ғәййәр ба­ тырға, батырҙан затлы ханға тиклем күтәреп төшөрөп, өйрөлтөп йөрөткән», — ти ул. Очеркта Ҡараһаҡалдың рухи донъяһы тулы сағылыш таба. Быны беҙ ҡоролтайға йыйылған түрәләр, батырҙар алдын­ дағы сығышында күрәбеҙ. Уның ил хәстәре менән йәшәүе, халҡының ирекле тормошо өсөн янып йөрөүе, етди ҡарашы, ғәскәр алдындағы телмәрендә лә сағыла. Үҙен Солтангәрәй хан итеп таныштырғандан һуң Ҡараһаҡалды халыҡ ышанысы менән ҡоролтайға йыйылған башҡорт түрәләре Ҡөрьән үбеп, анттар биреп, Ҡараһаҡалды хан итеп күтәрә. Ә. Бейеш, тарихти сығанаҡтарға таянып, ихтилал башлан­ ғанға тиклем Ҡараһаҡалдың шәхси тормошо һәм эшмәкәрле­ ге тураһында мәғлүмәттәрҙең тарихта аҙ һаҡланғанын үҙенсә дәлилләй. Шуныһы ла мәғлүм: ул ялланма эшсе булып, Се­ бер даруғаһындағы Барын-Табын һәм Ҡара Табын олоҫонда йәшәгән. 1739 йылда ҡаҙаҡтарға бер нисә тапҡыр тотҡондар­ ҙы һатып алыр өсөн бара, Себер даруғаһындағы олоҫтар буй­ ынса махсус сәфәр ҡыла, бер нисә тапҡыр буласаҡ ихтилал­ дың етәкселәре Әләнйейәнғол Ҡотлоғужин, Мәндәр Ҡараба­ ев менән осраша. Килтерелгән факттар Миңлеғол Юлаевтың (Ҡараһаҡалдың) башҡорт төркөмдәренең ҡулында уйынсыҡ түгел икәнен иҫбатлай. Ул — халыҡ көрәше етәкселәренең береһе. Г. Х өсәйенов Ҡ араһаҡалдың төп сығышын һәм уның 1740 йылдағы яуҙы ойоштороу мәлен тарихи сығанаҡтар­ ға таянып, үҙенсә фаразлай. Бында Р. Игнатьевтың бай ғына архив материалдары нигеҙендә яҙылған «Ҡараһаҡал — Баш­ ҡортостандың ялған ханы» мәҡәләһендә башҡорт батырының шәхесе һәм тормошо күҙаллана. Шулай уҡ П.И. Рычковтың «Ырымбур тарихы» тигән китабында Ҡ араһаҡалды ң бер ниндәй ҙә хан улы түгеллеге, ҡаҙаҡ та булмауы, бәлки бер башҡорт икәнлеген иҫбат итеүе телгә алына. Ҡараһаҡал яуҙа­ рын үҙ күҙе менән күргән был рус тарихсыһы башҡорт баты­ рын йәшләй тыуған яҡтарынан сығып китеп, Урта Азия, Ку­ бань, Волга буйҙарын күп ҡыҙырыуын һәм шунда ҡалмыҡ тайшаһы Солтангәрәйҙең яҙмышын белеп, шуны аҙаҡ үҙе итеп танытыуын раҫлай. Гәмәлдә, ҡалмыҡ ханы Ҡонташлы улы 84

Солтангәрәй үҙ атаһынан Волга буйындағы ҡалмыҡтарға ҡас­ ҡан була һәм шунда кемдәрҙер тарафынан үлтерелә. Ә үлгән йә үлтерелгән хан-батша урынына ялған хан-батшалар пәйҙә булыуын автор тарихта киң таралған ялған Дмитрий, Петр III батша, Пугачевтар менән бәйләй, артабан Караһаҡал ихтила­ лының сәбәптәрен, тарихи шарттарын төплө анализлай. Яуҙа уның ойоштороу һәләте, халыҡтың уға ҡарата ышанысы, их­ тилалда ҡатнашыусыларҙың тоғролоғо һүрәтләнә. Шулай итеп, Караһаҡал башҡа яу башлыҡтарынан күпкә айы­ рылып торған. Берҙән, алда әйтеп үткәнсә, заманы өсөн бик уҡымышлы кеше, оҫта дипломат, батыр һәм сәсән. Икенсенән, уның төрлө халыҡ, йорт-ерҙәр менән бәйләнеше көслө. Өсөнсөнән, «Караһаҡал — нисектер үтә йылғыр, үҙен һис ҡулға төшөртмәҫ, үҙ абруйын ниндәй хәлдә лә һаҡлап ҡала алыр таҫыллы ир». «Батырша мулла» очеркында автор 1755—1756 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының идеологы һәм етәксеһе Ғабдулла Ғәлиев тураһында һүҙ алып бара. Очерктың инеш өлөшөндә ҡыҫҡаса Батыршаның Ш лис­ сельбург утрауындағы яманаты сыҡҡан ҡот осҡос таш төрмәлә биш йыл ултырып аҡыл етмәҫлек тәүәккәллеккә баҙнат ите­ үе, бығаса бер кем дә ҡасып ҡотола алмаған даръя уртаһын­ дағы таш ҡапсыҡтан ҡулы, аяғы бығаулы көйө ҡасырға уйлауы, әммә һаҡсылар менән алышҡанда һәләк булыуы ҡыҫҡаса бәйән ителә. Батыршаның төрмәлә батшаның үҙенә төбәп яҙып ҡал­ дырған хаты очеркта төп функция үтәй. Әҙип Батыршаның тасуирлап яҙған хаты аша параллель рәүештә уның образын ошо осор ваҡиғаларында һәм хәл-ситуацияларында художе­ стволы үҫтереп, тулы асырға ынтылған. Ҙур-ҙур түрәләрҙән уҙып, аҡ батшаға барып юлыҡмаған был табаҡ-табаҡ хат, дәүләт архивтарында һаҡланып, быуаттар аша беҙҙең көндәргә килеп еткән. Автор был хатты, ХУШ быуат уртаһының ҡиммәтле бер яҙма ҡомартҡыһы ғына булып ҡалмауын, шул үткән замандың тарихын, халҡыбыҙҙың көнкүре­ шен, уйҙарын һәм теләктәрен йәнле итеп хикәйәләгән ҙур әҙәби-тарихи бер әҫәргә тиңләй. Очеркта Батырша башҡорт халҡының аһ-зарҙарын яҡшы аңлаған, башҡорттарҙың ирекле һәм етеш тормошта йәшәүе 85

өсөн ниндәй сәйәси, иктисади шарттар тыуҙырылырға те­ йешлеген аңлаған шәхес буларак һүрәтләнә. Батырша — халык тарафынан яратып кушылған исемкушамат. Тирә-якта ҙур белем эйәһе булыуы менән танылған атаһы Т у ктарғәл и ҙән баш ланғы с белем алған Баты рш а Бөгөлмә өйәҙенең Тайһуйған, Ташкисеү мәҙрәсәләрендә атаклы имам, мөҙәристәр Абдрахман хәҙрәт һәм Әбдесәлләм Ураевтарҙан белем ала. Ул ун йылға якы н ҙур тырышлык менән ғәрәп телен һәм ислам дине канундарын өйрәнеп, үҙ заманы­ ның иң белемле кешеләренең береһенә әүерелә. Әҙип Батыршаның әкиәт батырҙарындай көрәш майҙа­ ны на сығыу күренеш ен ш улай һы нланды ра: «Ошондай бөткөһөҙ ыҙа-яфаларҙан халыктың сабырлығы бөтөп, үс-асыуы кабара бара. Урал буйҙарында йәнә кара болоттар куйыра. Бер сакма сак, кыҙған һауа капыл дөрләп китер кеүек. Бына шул мәл ук-һаҙак түгел, кауырый кәләм алып көрәш майҙа­ нына Батырша сыға»10. Батырша халыкты яуға күтәрергә сакырып, атаклы өндәмә­ һен яҙа һәм якы н шәкерттәре аркылы уны сапкындар ебәреп, Башкортостандың һәр тарафына тарата. Ҡазан татарҙары, шу­ лай ук каҙактар менән ныклы бәйләнеш урынлаштыра. Яуыз түрәләрҙән ыҙа сигеүҙән түҙемлеге тамам бөткән халык, Батыршаның өндәмәһендә касан баш күтәрергә тәғәйен көндө көтөп тә тормаҫтан, стихиялы рәүештә күтәрелеп сыға. Был куҙғалышты автор ниндәйҙер йыһат характерында түгел, ә иҙелгән халык массаһының иҙеүселәргә, батша түрәләренә, һатлык старшиналарға каршы көрәше төҫөндә һүрәтләй. 1755 йылдың август айында иһә ихтилал Бөрйән олоҫон, Урал аръяғын соғап ала, оҙакламай Тамъян, Үҫәргән, Түңгәүер, Ҡыпсак олоҫтарына ла йәйелә. Баш күтәреүселәр Әүжән-Петров, Йылайыр кәлғәләренә һөжүм итә, Покров заводын кыйрата. Артабанғы вакиғалар барышында Батыршаның йомшак, сикләнгән яктары, каршылыклы караштары беленә. Әйтәйек, башкорт халкы азатлык көрәшенә күтәрелгәндә, көтмәгәндә 10Хөсәйенов Ғ. И л азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. —271-се б. 86

Батырша ҡаушап ҡала, ҡурҡыуға төшә һәм үҙ башын һаҡлап ҡалыу өсөн ш әкерттәре менән ҡасып китә. Был уның ҡат­ марлы һәм ҡаршылыҡлы сәйәси шәхес булыуы тураһында һөйләй. Уның бындай ҡылығы бер нисә тапҡыр ҡабатла­ на. Әгәр ҙә ул беренсе тапҡыр ихтилалға етәкселек итеү урынына, үҙен көтөп торған ҡораллы яҡташ тарын ташлап ҡасһа, икенсе тапҡыр ғаиләһенә хыянат итеп, уларҙы ят­ тар ҡулына ҡалдыра, һуңғы хәл-ситуацияла ш әкертен дә ташлап ҡаса. Үҙенең көтөлмәгән ҡылығын Батырша Әбей батшаға яҙ­ ған хатында аҡларға тырыша. Батыршаның табаҡ-табаҡ яҙған хатының башынан аҙағынаса лейтмотив булып уҙған бер идея бар — ул башҡорт халҡының аһ-зарын яҡшы аңлаған шәхес булыуында, уның үҙ ирке, хоҡуҡтары өсөн көрәшен яҡлауында асыҡ күренә. Батыршаның 1755 йылғы ихтилалдағы тари­ хи роле ошо ихтилалдың идеологы һәм ойоштороусыһы булыуында. Ғөмүмән, Ғ. Xөсәйенов очеркында Батыршаның ҡатмар­ лы характерын аныҡ хәл-ваҡиғаларҙа ауыр һәм фажиғәле яҙ­ мышын психологик яҡтан тәрән асып бирә алған. Әҙиптең «Кинйә абыз» очеркында иһә 1773—1775 йылдар­ ҙағы К рәҫтиән һуғышында башҡорттарҙың азатлығы өсөн көрәшкән арҙаҡлы идеолог, Пугачевтың уң ҡулы, армияның милли полктарының баш атаманы Кинйә Арыҫлановтың хәрби эшмәкәрлеге һүрәтләнә. Автор, тарихи сығанаҡтарға таянып, ҡаһарман образын ышандырырлыҡ итеп аса. Кинйә Арыҫлановтың тарихи документтарҙа төрлө вазифаларын аңлатҡан исем-дәрәжәләрен ғилми күҙлектән үҙенсә дәлилләй. Берҙән, Кинйә Арыҫланов — заманаһының иң уҡымышлы кешеһе. Ғилемле, абруйлы аҡыл эйәһен халыҡ ололап, «абыз» тип атай. Ә ил күләмендәге тарихи эшмәкәрлеге менән Кинйә Арыҫлановты тарих үҙе абыздарҙың абызы итеп күтәргән. Ил ағаһы булып китеүендә, бүтән халыҡтар араһында абруй ҡаҙаныуында ғилемлеге, бер нисә тел белеүе лә этәргес булғандыр. Икенсенән, «Кинйә мулла» тигән исемен дә киңерәк аңларға кәрәк. Кинйә мулла исеме вазифаны түгел, дини ғилемлеген, белем леген хөрм әтләп әй тел гән атам а булы рға тейеш . Өсөнсөнән, Кинйә Арыҫланов — Нуғай даруғаһы Бошман87

Ҡ ыпсаҡ олоҫоноң күренекле старшинаһы. Иләү башлығы хоҡуғы уға әүәлгесә нәҫелдән бирелмәгән, бәлки ил-йорт ал­ дында ҡаҙанған хеҙмәттәре, халыҡтың хөрмәттәре менән яулап алынған11. Автор, документтарға нигеҙләнеп, Кинйәнең исемен тәү башлап 1754 йылда купчий ҡағыҙы, ер һатыу мәсьәләһенә бәйләнгән булыуын иҫбатлай. Кинйә Арыҫланов иләү исе­ менән вәкил булып йөрөй. Икенсе документтарҙан күрене­ үенсә, Кинйә Арыҫланов Нуғай олоҫоноң бер нисә иләү баш­ лыҡтары һәм иң абруйлы старшиналары араһында Ырымбур губернаторы Д.В. Волковтың фармандары буйынса башҡорт­ тарҙың ер эшкәртеү, иген игеү мәсьәләләре менән мәшғүл. Йәғни, ил ағаһы дәрәжәһенә эйә булараҡ, ҙурыраҡ админи­ стратив эш тәр менән дә шөғөлләнә. Губернатор исеменә Кинйә ҡулы менән яҙылған бер хатта башҡорттарҙы ҡыҫыу, хоҡуҡтарын сикләү, ерҙәрен тартып алыу, артыҡ һалымдар, хәрби хеҙмәт менән йөҙәтеү кеүек ҙур сәйәси, хоҡуҡи, иҡти­ сади мәсьәләләр күтәрелә. Авторҙың фаразлауынса, батшабикә Екатерина II указы буйынса 1767 йылда ойошторолған яңы закондар төҙөү ко­ миссияһына Өфө өйәҙе башҡорттарынан наказдар әҙерләүҙә, Нуғай даруғаһынан иң уҡымышлы һәм иң абруйлы старши­ наларҙың береһе булараҡ, К инйә Арыҫланов ҡәтғи, тура йөкмәткеле тәҡдимдәр индереүе менән сыҡҡан. Наказдарҙа ер-һыу, хоҡуҡ, аҫабалыҡ, һалым, хәрби хеҙмәт мәсьәләләре ҡуйылған. Шулай итеп, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы осорона Кинйә Арыҫланов ир уртаһына еткән, оло ғилемгә эйә, ҙур тәжрибә туплаған аҡһаҡал, ил ағаһы. Автор юҡҡа ғына «ил ағаһы» тип баҫым яһап әйтмәй, сөнки артабанғы ваҡиғаларҙа уның ойоштороу һәләте, оҫта етәксе сифаттары асыла. Кинйә Арыҫлановтың Пугачев менән тәүге осрашыу эпи­ зодында автор уның тәьҫораттары аша Пугачевтың портре­ тын да оҫта һүрәтләй: «...Иркен түрҙә яңы оҙон, әммә тәпәш 11Хөсәйенов Ғ. И л азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 311-се б. 88

һике рәүешендәге келәм йәйеүле урында тәхеткә оҡшашыраҡ ҙур артлы креслола батша хәҙрәттәре ултыра. Ялтырап торған уҡалы оҙон карамзин кафтан кейгән, башында папаха, яурын аша яңы аҡһыл таҫма һалынған. Казакка оҡшап торғанса түңәрәк һаҡаллы, күтәренке ҡуйы мыйыҡлы икән, үткер күҙле. Емельян Пугачев тигәндәре шулдыр»12. Г. Хөсәйенов әйткәнсә, берәүҙең үҙе батыр, берәүҙең һүҙе батыр. Кинйә Арыҫланов баш полковниктың хәҙер батырлыҡ өлгөһөнән дә битәр һүҙ батырлығы хәжәт ине. Кешеләрҙе хәтәр ҡанлы алыш ҡа күтәрм әгә рухтарҙы ҡуҙғатырлыҡ, йөрәктәргә үтерлек ялҡынлы һүҙҙәр, идеялар күтәреп, Кинйә ҙур эштәр башҡара. Төрлө милләт халыҡтарын батша исе­ менән үҙ туған телдәрендә йәки дөйөм төрки яҙма телендә манифестар, указдар иғлан итеп, таныш абруйлы старшина­ ларға, аҡһаҡалдарға тәғәйенләп хаттар яҙып, киң аңлатма, өндәмә сараларын ҡуллана. Очеркта шулай уҡ дәүләт архивында һаҡланған К инйә­ нең дуҫы һәм теләктәше Әлибай Мырҙағоловтың уға төбәп яҙған хаты миҫалға алыныуы Пугачев тарафынан төҙөлгән хәрби советта Кинйә Арыҫланов иң ышаныслы һәм абруй­ лы заттарҙың береһенә әйләнгәнен дәлилләгән факт булып тора. Әҙиптең художестволы дөрөҫлөк менән тасуир ителгән һуғыш картинаһында ла Кинйә Арыҫлановтың ни дәрәжәлә оҫта етәксе булыуы, көтөлмәгән ситуацияларҙа үҙен айыҡ аҡыл менән эш итеүе аныҡ сағыла. Уның был һуғыштарҙағы ролен ҙур баһалап, автор былай ти: «Әгәр Кинйә Арыҫланов ғәскәрһеҙ ҡалған П угачевты йәш ереп ҡотҡары п ҡалмаһа, яң ы нан ғәскәрле итмәһә, аҙаҡ ярты Рәсәйҙе үтеп сыҡҡан өҙлөкһөҙ яу һуғышлы оло рейд булыр инеме лә, Пугачев бөйөк шәхестәр рәтенә күтәрелер инеме икән?». Очерк сәсәндәрҙең Кинйә Арыҫлановҡа арналған бәйете менән тамамлана. XVII—XVIII быуаттарҙа дауам иткән төрлө халыҡ хәрәкәт­ тәренең иң юғары нөктәһе булған 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы еңелеү менән тамамлана. Башҡортос­ 12Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 314-се б. 89

танда ижтимағи тормоштоң тағы ла ауырыраҡ яңы этабы — кантонлыҡ осоро башлана. Кантон системаһы башҡорттоң бөтә тормошон ауыр хәрби хеҙмәт шарттарына ҡуя. XIX бы­ уатта һәм ХХ быуат башында башҡорттар хаҡында яҙған этнограф Д.П. Н икольский һәм тарихсы В.И. Ф илоненконың кантон заманын «иң ҡара осор» тип атауҙары юҡҡа түгел. Кантонлыҡ осоро башҡорт халыҡ поэтик ижадында ла са­ ғылыш тапмай ҡалмаған. Халыҡ йырҙарында, бер яҡтан, рәхимһеҙ яуыз кантондарға ҡарата нәфрәт сағылһа, икенсе яҡтан, ил-йорт хәстәрен күргән, халҡының мәнфәғәттәрен ҡайғыртҡан ғәҙел кантондарға хөрмәт, маҡтау һүҙҙәре ише­ телә. «Кеүәтле кантондар» исемле очерктар серияһын Ғ. Хөсәйе­ нов ана шундай ғәҙел, ҡеүәтле кантондар династияһына ар­ най. Улар иһә бер нисә быуын: Кыуатов, Өмөтбаев, Азаматов, Төрөмбәтов, Солтанов, Сыртланов, Тәкәев һәм Дәүләтшиндәр. Кыуатов кантондар очеркы серияһында Үҫәргән ырыуы­ нан данлыҡлы Кыуатовтарҙың бик уҡымышлы һәм ғәҙел булыуҙарын дәлилләп, ырыу-ҡәбиләләрен ололап, аҫыл затта­ рының исемдәрен һәм яҡшы эштәрен баһалап, автор «Үҫәргән тәуарихы», «Үҫәргән шиғри шәжәрәһе» ҡомартҡыларына ла мөрәжәғәт итә, уларға бағышланған йырҙарҙы уңышлы фай­ ҙалана. Кыуатовтарҙың кантонлыҡ осоронда төрлө кимәлдәге түрәләр, төрлө чиндағы хәрби кешеләр үҫеп сығыуын, улар араһынан кантон башлығы, кантон ярҙамсыһы, поход стар­ шинаһы булыуҙары, был исемдәрҙе хәләл көс менән ғүмер буйы хеҙмәт арҡаһында алыуҙарын бәйән итә. «Кыуат старшина» очеркында әҙип фольклор алымын ҡул­ ланып, үҫәргән ырыуы ерҙәренең ниндәй бай, иркен булыу­ ын йәнле тасуирлауҙан башлай («Дала тиһәң, икһеҙ-сикһеҙ далалары. Урман тиһәң, өҫкә ауып килер ҡара урмандары, ул тоҙ алыр, һыулар күлдәре, тулы һыулы, емеш-еләкле киң туғайы, кейек-ҡоштарға бай тауҙары») һәм кантонлыҡ зама­ нының ҡәтғи көнкүреше, тарихи ваҡиғаларын һүрәтләүгә күсә. Аныҡ хәл-ваҡиғалар аша Кыуат старшинаның аҡыллы һәм оҫта етәксе, хәстәрлекле ил ағаһы, үҙ халҡы өсөн яныуы, ыры­ 90

уының ысын патриоты буларак асыла бара. Мәҫәлән, 1753 йыл­ да Ҡыуат кантон, үҙ ерҙәрен урыҫ колонизаторҙары баҫып ала башлағас, хөкүмәткә протест белдереп хаттар яҙа, улар­ ҙың ярҙамы теймәгәс, халыкты ер һәм үҙ хокуктарын яклап көрәшкә күтәрә. Яулашып та еңә алмағас, Ҡыуатов үҙ илендәге ете йөҙләп халкы, ир-аты, көтөү-көтөү малдары, йорт-ер әйберҙәрен тейәгән йөҙгә якы н ылауы менән Я йы к йылғаһы аша каҙак далаларына касып китергә мәжбүр була. Ҡыуат старшинаның шулай ук оҫта сәйәсмән булыуын автор түбәндәге вакиғала күрһәтергә ынтыла: «Ҡыуат стар­ шина йәшәгән Кесе Урҙа менән Урта Урҙа араһына сығып, ырыуҙаштарын эҙләү, бәйләнеш булдырыу ғәмәлдәрен күрҙе, уларҙың арҙаклылары менән осрашып, ырыу-ара бағлаштырҙы, юлға һалышты, хатта кы рғы ҙ-кайсак ир-егеттәре башкорттар менән берләшеп, Яйык сик һыҙығының Разбойний редутына, Орскиҙан үрҙә калмак редутына ике тапкыр сапкын яһаны, казак отрядтарын кыйратып бер көтөү һыйыр малы, бүтән улъя алып кайтты»13. Тыуған иленә кайткандан һуң бер нисә йылдан уға стар­ шина вазифаһын яңынан йөкмәтеүҙәре, халыктың уға ыша­ ныс һәм ихтирам менән карауын тағы бер тапкыр иҫбатла­ ғандай итә. «Буранғол кантон» очеркында һүҙ Ҡыуат старшинаның кинйә улы Буранғол тураһында бара. Бында Буранғолдоң хәрби етәксе образы кәүҙәләнеш таба. Бер йыл һынауҙы үткән Бу­ ранғол Ҡыуат 1799 йылдың башында бөтә кантон вәкилдәре, старшиналары, сотниктар, яҫауылдар, акһакалдар йыйылы­ шында шартына килтереп, 9-сы кантон башлығы итеп һай­ лана. Уға яҫауыл чины бирелә. Буранғолдоң хәрби эштәргә лә өлгөр һәм йылғыр булыуын, көс-ғәйрәте ташып тороуын, тәүгеләрҙән булып Баш корт ғәскәре командалары төҙөп, милли кейем-мундирҙарын булдырыуҙағы ролен юғары ба­ һалай. Был очеркты тарихи-героик очерк тип атарға мөмкин. Сөнки бында 1812—1815 йылдарҙағы Ватан һуғышы сәбәптәре, 13Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 373-сө б. 91

Буранғолдоң үҙ башҡорт атлылары менән М әскәү янынан Парижға барып еткән хәрби яу юлы ошо һуғыш картиналары аша ентекле һәм тулы асыла. Оҫталығы, үҙенең батырҙарын ҡайғыртыуы, көрәшкә рухландырыуы, халҡы өсөн борсолоуҙары асыҡ күҙаллана. Шулай уҡ француздарҙың башҡорт ба­ тырҙарын «Төньяҡ амурҙары» тип атауын очерк авторы бик оҫта тасуирлай. «Ҡаһарман кантон» очеркында Буранғолдоң улы, атаһының юлын дауам итеүсе Ҡаһарман тхаҡында бәйән ителә. 1812 йыл­ ғы Ватан һуғышынан һуң Ҡаһарман 9-сы кантонда атаһының ярҙамсы — кантон урынбаҫары вазифаһын башҡара. Автор Ҡаһарман образын асыр өсөн мөһим тарихи осрашыуҙарға, уның генерал-губернатор Эссен Петр Кириллович, граф Сухтелен Павел Петрович һәм император Александр I менән бул­ ған диалогтарынан һуң тыуған тәьҫораттары ярҙамында бирә. Уҡымышлы Ҡаһарман кантон халҡының белемле булыуы өсөн күп эштәр башҡара. Ике губернатор ҙа уның кантон эштәре буйынса тәҡдимдәрен, башҡорт балаларын гимназияларға, университеттарға ебәреп уҡытырға кәрәклеге хаҡындағы үте­ нестәрен хупларға мәжбүр. Улай ғына түгел, махсус ҡарар сы­ ғартып, Ҡазан гимназияһында, университетында уҡыясаҡ баш­ ҡорт балалары өсөн 20 һум стипендия тәғәйенләтә, йыл һайын ҡаҙнанан 12 мең һум аҡса бүлдертә. Ҡаһарман кантондың ғилем-белем бирҙереү буйынса тырышлыҡтарын, ҡыйыу баш­ ланғыстарын, оло баһаға эйә булыуын автор шул заманда сыҡҡан «Оренбургские ведомости» гәзитенән түбәндәге юл­ дарҙы миҫалға килтерә: «Мысли его, инициатива Куватова Кагармана должны были служить колыбелью башкирской цивилизации. Замыслы были обширные, а результаты ми­ зерные. Только 50 мальчиков башкир были отправлены в Москву и Казань и другие города для обучения разным ремеслам...»14 Ҡаһармандың белемгә булған һөйөүен дәлилләп, әҙип уның һуңғы француз яуынан ҡайтып, ике иркен ҡуш йорт һалды­ 14Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 400-сө б.

92

рып, береһен ҡунаҡ өйө, икенсеһен китапхана иткәнен бәйән итә. «Китапхана тигәне бер музейға, ҡалаларҙағы салонға оҡшабыраҡ китте: стена буйлап быялалы шкафтар, ҡупшылап эшләнгән китап кәштәләре. Улары күбеһе күп сәхтиән тыш­ лы ҡалын ҡулъяҙма һәм баҫма китаптар менән тулды. Арала­ рында үҙе Көнбайыш Европанан алып ҡайтҡандары ла, хажға барыусылар бүләк иткәндәре, үҙе йәрминкәләрҙән һатып ал­ ғандары ла бар»15. Ҡаһарман кантондың сәсәндәр тотоуы ла тарихҡа билдә­ ле. Бүтән кантондарҙан күрмәксе, үҙҙәренә йыр сығартыр, данлатыр өсөн түгел, халыҡтың борондан килгән һүҙ маһир­ лығын ололағаны, һәләтлеләрҙе танығаны, күңел зауығы өсөн. Маҡтанырға, маҡталыуға хаҡлы булһа ла, Ҡаһарман кантондың үҙенә махсус көй сығартҡаны мәғлүм түгел, ти автор. Яуҙашы, атаҡлы ҡурайсы Буранбай сәсәндең Ҡаһарманға дуҫ-әшнә булыуын уға бағышлап сығарған йыры дәлилләй: Урал буйҡайы ла, ай, ер икән, Ҡосам тиһә, ҡуйыны киң икән, Урал буйҡащарын, ай, иңләгән, Ҡаһарман да кантон, һин икән. Әҙиптең сираттағы «Таһир кантон» очеркында герой об­ разы уның уйҙары, монологы аша асыла. Башҡа кантондар­ ҙан айырмалы рәүештә, автор Таһир кантондың Рәсәй бат­ шаларына хеҙмәт итеүен, кордондарҙа, яу-походтарҙа, кан­ тондың күҙгә күренмәҫ һанһыҙ эштәрендә губернатор фар­ мандарын үтәп, тормошоноң данһыҙ-ниһеҙ үтеүен яҙа. Уның тураһында Башҡортостан дәүләт үҙәк архивында һаҡланған шәхси формуляр исемлегенән башҡа мәғлүмәт юҡлығына баҫым яһай. Халыҡ хәтерендә исеме лә ҡалмаған, йыр ҙа сығарылмаған, исмаһам, ти. Күрәһең, ни маҡтар, ни яман­ лар яҡтары булмағандыр, вазифаһын мыштым ғына башҡар­ ғандыр. 15Хөсәйенов Ғ. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормошо. —Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 401-се б. 93

Ғ. Хөсәйеновтың «Ил азаматтары» китабының «Тарихи портреттар» тигән ҙур бүлегендә 24 атаҡлы башҡорт тарихи шәхестәренә бирелгән очерк-портреттарҙың тик алтыһына ғына күҙәтеү яһаныҡ. Йомғаҡлап шуны әйтке килә: Ғ. Хөсәйе­ новтың тарихи портреттарында хәл-ваҡиғалар, тарихи факт­ тар документаль дөрөҫлөгөндә асыла, уларға фәҡәт тормош­ сан йәнлелек, һүрәтләнеш, художестволы кәүҙәләнеш сифат­ тары ҡушыла. Шуға күрә ул портреттар тере һындар, хәлваҡиғалар, күренештәр рәүешле күҙ алдына баҫа. Шуның менән Ғ. Хөсәйенов әҙәбиәтебеҙҙә тарихи порт­ рет һәм тарихи очерк жанрҙарын нығытып, уларҙың артабан үҫешенә ҙур этәргес бирҙе.

3.4. Публицистикала репрессия ҡорбандары Шағир, драматург, прозаик, киносценарист һәм публицист Ғ. Шафиҡов әҙәбиәт һөйөүселәргә яҡшы таныш. һуңғы йыл­ дарҙа уның ижадында публицистика алғы планға сыҡты. 1989 йылдың 30 сентябрендә «Ленинсы» гәзитендә баҫыл­ ған И. К инйәбулатов м ен ән булған «Илсе — ил ҡоро» әңгәмәһендә лә автор: «Публицистика өлкәһендә эшләү миңә күп нәмә бирҙе. Байтаҡ ҡыҙыҡлы архив материалдары менән таныштым, тарихыбыҙҙың төрлө мәлдәрен күҙ алдынан үткә­ реүселәр менән һөйләштем. Былар барыһы ла яңы әҫәрҙәрем өсөн ҡеүәтле этәргес булыр, тип уйлайым», — ти. Авторҙың ғәҙелһеҙ репрессия ҡорбандары булған 3. Вәли­ ди, Ш. Бабич, М. Мортазин, һ. Дәүләтшина, М. Буранғолов һымаҡ ҡаһарман шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышын докумен­ таль материалдарға нигеҙләнеп, яңыса, объектив һүрәтләгән очерктары республикабыҙҙа киң таралды һәм әҙәбиәтебеҙҙә ҙур баһаға лайыҡ булды. һөҙөмтәлә, Ғ. Шафиҡов тарафынан оло шәхестәр М. Мортазин, яҙыусылар һ. Дәүләтшина, Д. Юл­ тый, Т. Йәнәби, М. Буранғолов ижады һәм яҙмышы хаҡында аяныслы биттәр асылды. Авторҙы быны яҙырға нимә мәжбүр итте икән? Ғ. Ш афиҡовтың атаһы генерал М. Мортазин менән бергә Граждандар һуғышында ҡатнаша, республикабыҙҙың тәүге етәкселәренең 94

береһе Ш. Манатов менән дуҫ була, атаҡлы йырсы Ғәзиз Әлмөхәмәтов менән осраша. Ошо аҫыл шәхестәрҙең барыһы­ ның да нахаҡҡа ғәйепләнеп, ваҡытынан алда ғүмер өҙөлә. Бәләкәй Ғәзим атаһының Сталин хаҡында рәнйеп, Мортазиндың батырлығы тураһында ғорурланып һөйләгәнен яҡшы хәтерләй. Ул саҡта Шафиҡовтар ғаиләһе алыҫ Кырғыҙстанда йәшәй. Ана шунан бирле атаһының Башҡортостандың күре­ некле кешеләренә ҡарата мөнәсәбәтен Ғәзим күңеленә кескәй саҡта уҡ һеңдерә. «Ленинсы» гәзите редакцияһында эш ләгән йылдарында автор Муса Мортазиндың ҡыҙы, режиссер Шәүрә Мортазина менән таныша, яңы материалдар туплай. Тик генерал хаҡын­ да дөрөҫлөктө яҙыр, уны халыҡҡа еткерер өсөн бик күп ваҡыт үтергә, бөгөнгө демократия кәрәк була. Айырыуса, һ . Дәүләтшина тураһындағы мәҡәлә, яҙыу­ сының әҙәби мираҫына ҡағылышлы мәғлүмәттәр республи­ кала шау-шыу тыуҙыра. Күрәһең, бындай дөрөҫлөк, әллә күпме йылдар уҙһа ла, ҡайһы бер кешеләргә оҡшап етмәй. Ғ. Шафиҡовҡа яла яғыусылар ҙа табыла. Әммә, көтөлмәгәндә, авторға йөҙәрләгән хат килә башлай. К еш еләр яҙыусы күтәргән мәсьәләгә ҡарата фекерҙәрен, рәхмәттәрен белдереп кенә ҡал­ май, яңынын-яңы мәғлүмәттәр бирә, шул ваҡиғаларҙың ша­ һиты булған өлкән быуын вәкилдәренең адрестарын һала, был эште киләсәктә лә дауам итеүҙе үтенеп һорай. Башҡорт мәғрифәтсеһе М. Аҡмулла һәм әҙәбиәтебеҙҙең классигы Ш. Бабич хаҡында ул бала саҡтан уҡ ҡыҙыҡһынған була. Ижад м енән Ғ. Ш афиҡов студент йылдарында актив шөғөлләнә башлай. Шул уҡ йылдарҙа шиғырҙары, поэмала­ ры республика гәзиттәрендә баҫыла килә. «Эйәр өҫтөндә тыу­ ғандар» (1971) тигән тәүге йыйынтығы авторға 30 йәш тигәндә донъя күрә. Авторҙың ижади һәләте проза өлкәһендә лә тулы асыла. 1986 йылда XIX быуатта йәш әгән башҡорт мәғрифәтсеһенә арналған Аҡмулла һәм Бабич тураһында «Шәмдең һуңғы бал­ ҡышы» тигән повестары донъя күрә. Улар — милли әҙәбиәте­ беҙҙең ошо һоҡланғыс вәкилдәре тураһындағы тәүге художе­ стволы әҫәрҙәр. 95

Шиғырҙар яҙыу менән бер үк вакытта публицист тәржемә менән дә актив шөғөлләнә. Уның тел оҫталығы менән поэзи­ ябыҙҙа һәм прозабыҙҙа беренсе тапкыр халкыбыҙҙың бай ха­ зиналары (кобайыр, әкиәт, легенда, хикәйәттәр, бәйет, мәкәл, әйтемдәр) рус теленә тәржемә ителә. Xалыҡ эпостарынан «Урал батыр», «Акбуҙат», изге коштар һәм хайуандар тура­ һы н дағы — «Ҡ ара ку ң ы р » , «А лпамы ш а», «Ҡ уҙы йкүрпәс», «Күҫәк бей», «Маянһылыу». Шулай ук Р. Назаров, P. Xh саметдинова, 3. Ҡотлогилдина, X. Назаров, Р. Бикбаевтың шиғырҙары руссаға тәржемә ителә. Башкортостандың халык шағиры Мостай Кәримдең: «һәр яҙыусыға үҙен төрлө жанрҙарҙа һынап карау файҙалы, тип иҫәпләйем. Сөнки ижадка ул яңы боролош бирә», — тигән һүҙҙәре бар. Ғ. Ш афиков үҙен драматург буларак та күрһәтте. Уның эпоска нигеҙләнеп яҙылған «Урал батыр» әҫәре Башкорт дәүләт курсак театры сәхнәһенән төшмәй. Ә Башкорт академия драма театрында әҙиптең «Иҫке фатир», «Опера­ ция», «Бында минең төйәгем», «Мәмерйә» кеүек әҫәрҙәре куйыла. Автор репрессияланған башкорт яҙыусылары һәм сәйәси эш мәкәрҙәре тураһында яҙыуҙы көнүҙәк тема итеп алмай. Ул — бары тик ғәҙәти булмағанса мөһим тема. Ғ. Ш афиковтың публицистика кәләме ысын мәғәнәһендә көн, заман каҙағына һуға торған темалары — экология, милли мәсьәлә, әҙәби процесс закондарын да урап үтмәй. Ә бында мөһим эштәр тураһында әҙәби оҫталыкка ғына түгел, ә тарихи тикшере­ неүсе һәләтенә эйә булған, нәфислеккә мөкиббән бирелгән кеше генә фекер йөрөтә ала. Автор 1991 йылда нәшер ителгән «Замандың намыҫы һәм корбандары» («И совесть, и жертвы эпохи») исемле китабына бирелгән баш һүҙендә былай ти: «Бөгөн мин был очерк­ тарҙы былтырғыға карағанда бөтөнләй икенсе төрлө яҙыр инем. Бөгөн әллә ни яңылыш булып тойолмаған дөрөҫлөктө лә асмаған булыр инем, ләкин ул вакытта былар бөтәһе лә асыш ине. Сталин заманының канһыҙлығы, тапалған яҙмыш­ тар, «халык дошманы» балаларының хәле... Ул вакытта үҙемдең асыштарымдан котом осоп, сәстәрем үрә торҙо. Бөгөн ул вакиғаларға кағылғанда коро һәм кы ҫка һүҙле булыр инем. Шуға 96

ҡарамаҫтан, мин редактор ҡушыуы буйынса, бөгөнгө көн күҙлегенән үткәреп, үҙгәртеп яҙмаҫ инем. Сөнки улар үҙҙәре үк шул ваҡыттың документы булып тора. Ә документтарҙы үҙгәртергә, яһалмаландырырға ярамай. Улар үҙҙәренсә бире­ леше менән ҡәҙерле»16. Репрессияланған яҙыусыларҙың яҙмышы бер төрлө генә булмауын беҙ хәҙер яҡшы аңлайбыҙ. Ҡайһы берҙәренең ғәйеп­ һеҙ ыҙа сиккәндәре, бәғзе берәүҙәренең үҙҙәрен аҡлар өсөн, түбәнселеккә төшөп, дуҫтарын, хеҙмәттәштәрен, хатта туған­ дарын һатҡандары билдәле. Ә бындай кеш еләрҙең аңлы рәүештә башҡарған ҡара эштәрен ғәфү итерлекме һуң? Автор Т. Йәнәбигә яла яғыусыларҙың береһе булған Иҙрисовты ми­ ҫалға килтерә: «Хеҙмәттәштәрен ҡурҡытыу ысулы менән үҙ аллы хакимлығын нығытырға уйлаған Иҙрисовты тиҙҙән үҙен дә ун йылға иркенән мәхрүм итәләр. Ә төрм әнән ҡ айт­ ҡас, ғаиләһен, дуҫтарын юғалта, тирәһендәге кешеләрҙә ерә­ неү, күрә алмаусанлыҡ тойғолары ғына уята. һөҙөмтәлә, ул үҙ-үҙенә ҡул һала. Кем ул — йыртҡысмы, әллә заман ҡорба­ ны?» Бына ни өсөн авторҙың очерктарын яҙылыу ваҡытына хас булған рухта ҡабул итергә кәрәк. Был яҙыусының күңе­ лендә тетрәндергес һәм һоҡланғыс яҙмышлы очерк геройҙа­ рының уй-тойғоларын яҡшыраҡ аңларға ярҙам итә. Ғ. Шафиҡовтың очерктар тупланған «Ҡабырғанан аҫыу» исемле икенсе китабында авторҙың башҡорт халҡы яҙмышы тураһында, Башҡортостан тарихында яҡты эҙ ҡалдырған бөйөк шәхестәр хаҡында эссе, уйланыуҙары ингән. Китапта автор­ ҙың төп нөсхәләге шиғырҙарынан тыш, Ш. Бабич, Р. Ғари­ пов, Ф. Иҫәнғолов, Ж. Кейекбаев һәм башҡорт халыҡ ижады­ ның күп кенә тәржемә әҫәрҙәре бирелгән. Автор тәүге кита­ бында яҙған геройҙарына хыянат итмәй, уларҙың яҙмышы менән артабан да ҡыҙыҡһыныуын дауам итә. «Замандың на­ мыҫы һәм ҡорбандары» тип бирелгән тәүге очеркында автор революция һәм унан һуңғы йылдарҙа ижтимағи-сәйәси эш ­ тәрҙең уртаһы нда ҡайнаған яҙы усы Д. Ю лтый образы н кәүҙәләндерә. Был көслө шәхесте уҡыусы күҙ алдына кил­ терә алһын өсөн, ул яҙыусының башҡорт әҙәбиәтендә ҙур 16 Шафиков Г. И совесть, и жертвы эпохи. —Уфа: Китап, 1991. — С. 3. 97

урын алып торған «Ҡан» романы тураһында бер ни тиклем һүҙ алып бара. Публицист Д. Юлтыйҙың был әҫәрен француз яҙыусыһы Анри Барбюстың «Ут» романы менән сағыштыра, һуғышҡа ҡаршы булған төп идеяларының оҡшаш һәм айырмалы яҡта­ рын анализлай. Очеркта «Ҡан» романына хас булған, бығаса башҡорт әҙәбиәтендә аҙ сағылыш тапҡан ҡоро, йән өшөткөс реализмдың булыуы дөрөҫ күрһәтелгән. Әҫәрҙәге натурализм һыҙаттарының ысын һүҙ рәссамы тарафынан сәнғәт бейекле­ генә күтәреп һүрәтләнеүе ышандырырлыҡ итеп уҡыусыға ет­ керелә. Авторҙың ни тиклем донъяуи күҙәтеүҙәр офоғо киң булыуын үҫмер сағында тормоштан алған тәьҫораттарын анализлауы асыҡ күрһәтә. Яҙыусының характерын билдәләгәндә уның кешелекле, яҡты күңелле булыуын һүрәтләр өсөн конкрет документтар — шул осорҙа Д. Юлтый менән аралашып йәшәгән кешеләрҙең иҫтәлектәрен килтерә. Мәҫәлән, яҙыусының тормош иптәше Фатима апай иҫтәлектәрен өйрәнеп, былай тип яҙа: 1921 йылда кешеләрҙе аслыҡ ҡырған саҡта, көтмәгәндә холера ауырыуы ябырыла. Яңы ғына Дауыт Исхаҡовичҡа кейәүгә сыҡҡан Фа­ тима ханым да ауырып китә. Был ауырыуҙың тирә-яҡтарға тиҙ күсеүен белеп, иренә, эргәмә килмә, тип үтенә, ә үҙе үлергә әҙерләнә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Д. Юлтый өс аҙна уның эргәһенән китмәй, уны ҡарай, дауалай. Иренең ҡайғыртыуы арҡаһында ғына Фатима апай аяҡҡа баҫа. Шәхестең патриотик һәм интернационалистик тойғоларға тоғро булыуын татар яҙыусыһы Нәҡи Иҫәнбәт хәтирәләре аша күрһәтә: «Яҡшылыҡ һәм ҡайғыртыусанлыҡ — яҙыусының бе­ ренсе сифаттары, — ти ул. — Торор урын юҡлығын белеп, Д. Юлтый мине үҙенә саҡырҙы. Ысын мәғәнәһендә демок­ рат, кешелеклелек өсөн көрәшеүсе булараҡ, үҙ халҡының пат­ риоты ла ине». Ә йтергә к ә р әк , автор геройы ны ң асы лы н тулы һы н ­ са асыуға иреш ә алған, образдағы сағыуыраҡ сиф аттар­ ҙы оҫта күрһәткән. Ғ. Ш афиҡовтың Д. Ю лтыйҙың ҡайһы бер шиғырҙарын рус теленә тәржемә итеп, очеркта ҡулланыуы хаҡлы һәм урынлы күренеш тип әйтергә була. Шулай уҡ авторҙың үҙенең Д. Юлтыйға арнап яҙған шиғыры ла 98

очерктың мәртәбәһен генә арттыра. Миҫалға өҙөгөн килте­ рәйек: Я говорю: Даут агай... А он Лет на пять или шесть меня моложе, Кто право дал мне прах его тревожить И рвать из рук НКВД патрон? Что проку, коль свинец давно истлел И ржавчиной испепелилась гильза?.. А он успел совершить так много дел, Что невозможно их составить список11. Революцион Башҡортостан үҙ тарихына ғүмерлеккә инеп ҡалған күп кенә эшмәкәрҙәрҙе үҫтерә. Ҡайһы бер исемдәрҙе атағанда, шул осор, дауыллы йылдарға бәйле теге йәки был ваҡиға ап-асыҡ күҙ алдына баҫа: Ш әһит Хоҙайбирҙин, Баһау Нуриманов, Бәхтегәрәй Шәфиев... улар менән милли сәйәсәтте асыҡлауҙа байтаҡ эш башҡарған Ш әриф Манатовтың да яҙ­ мышы һуңғы ваҡытта ярайһы ғына асыҡлана төштө. Әммә шундай исемдәр ҙә бар: улар ниндәйҙер кимәлдә осорҙоң ҡатмарлылығын, ҡапма-ҡаршылығын үҙендә туплап, үҙенә күрә бер йомаҡ булып ҡала килә, һәм уларға бөтәһенән дә элек өс Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры, Граждандар һуғышы геройы комкор Муса Лут улы Мортазинды индерергә була. Ғ. Шафиҡов «Дауыл уртаһында» тигән очеркында халыҡ телендә оҙаҡ йылдар буйы тыйылырға мәжбүр ителгән, Граж­ дандар һуғышы ҡаһарманы, ҡурҡыу белмәҫ командир, үҙ хал­ ҡының аҫыл улы, репрессия ҡорбаны Муса Мортазин хаҡын­ да бәйән итә. Автор был һоҡланғыс кешенең шәхесен тулы­ раҡ һәм күп яҡлы итеп күрһәтер өсөн, документтарға таянып, тарихи факттарға уның тураһында иҫтәлектәргә нигеҙләнә. Мортазиндың тарихи автобиографияһынан өҙөктәр килтерә: «Беҙҙең ғаилә бик ярлы булды, бер ниндәй мал-тыуар, ҡарал­ 17 Ш афиков Г. И совесть, и ж ертвы эпохи. — Уфа: К итап, 1991. — С. 448. 99

ты-фәлән булманы тиерлек. Шулай ҙа атайыбыҙ беҙҙе кулак­ тарға ҡаршы көнлөккә итеп бирергә теләмәне. Ғорур кеше ине, аслы-туҡлы, күп нәмәнән мәхрүм, зар-интизар булһаҡ та, бергә йәшәүебеҙҙе мең артыҡ күрҙе. Беҙҙе ул ҡырыҫ, әммә ғорур һәм намыҫлы булырға өйрәтте... » Тап ана шулай тәрбиәләнеп үҫеү Мусаны ғәййәр ҙә, ихты­ ярлы ла итә. Был иһә аҙаҡ халыҡҡа кире ҡаҡҡыһыҙ йоғонто яһай, уларға утҡа-һыуға инеү таһыллығын бирә. Уның рево­ люцион аңының формалашыуын, халыҡты әйҙәүен, ҡурҡыу белмәҫ, ҡыйыу булыуын, көрәшсе һәм хәрби етәксе булып сынығыу осорон автор һуғышта булған ваҡиға аша һүрәтләй. Уның һоҡланғыс сифатын — тәүәккәллеген, рухты төшөрмәү, төрлө хәлдәрҙән дә сығыу юлын табырға тырышыуын һәм еңеп сығыуын юғары баһалай. Польша фронтында була был хәл. М иҫал килтерәбеҙ: «...Шул саҡта М уса Лут улы үҙ ғәскәренә ябай, әммә күңелгә һеңеп ҡалыр һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итә: —Иптәштәр, ғәрлек бит был! Бер ҡасан да еңелеү белмәгән Башҡорт бригадаһы ҙур юғалтыуҙарға дусар булды. Был беҙ­ ҙең намыҫыбыҙ, бөтә Кыҙыл Армия намыҫы өҫтөнә төшкән тап. Беҙҙең хаҡта хәҙер ни тиерҙәр? Ант итегеҙ: йәки еңергә, йәки һәләк булырға! һеҙҙе мин йәки яңы еңеүҙәргә илтәм, йәки һеҙҙән бөтөнләйгә китәм. Мин аҡ гвардиясыларҙы ҡый­ рата алмаған яугирҙарҙың командиры булырға теләмәйем. — Ант итәбеҙ! — тип яуап бирә уға йөҙәрләгән тауыш, һинең менән барасаҡбыҙ һәм еңәсәкбеҙ!18. Артабан автор Муса Мортазиндың һуғыш бөткәс, бер нисә йыл үҙенең тыуған илендә — Башҡортостанда, төрлө вазифа­ лар башҡарыуын, Хәрби академияға уҡырға инеүен, унан һигеҙ йыл фажиғәле 1937 йылға тиклем СССР Оборона халыҡ ко­ миссариатының 2-се бүлексәһе начальнигы булыуын яҙа. Шулай уҡ Муса Лут улының ҡыҙы билдәле режиссер, Ста­ ниславский исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Шәүрә Мортазинаның иҫтәлектәрен килтерә: «Атайым йыр-моңдо бик яратты, бигерәк тә халыҡ йырҙарын әҫәрләнеп тыңлай тор­ ғайны, үҙе лә матур итеп йырлай ине. Курай моңдарына ғүмер 18 Шафиков Г. Крючья под ребро. — Уфа: Китап, 1993. — С. 89. 100

буйы ғашик булды. Мәскәүҙә йәш әгән сағында үҙ янына Баш­ кортостандан бына тигән курайсыларҙы йыш кына сакырып ала ине»19. «Мортазиндың арҙаклы исеме оҙак йылдар буйы тыйы­ лып торһа ла, ул касан да булһа беҙгә әйләнеп кайтырға те­ йеш ине. һ әм ул кайтты.. Был исем артабан тыйылып йә күмелеп калмаһын, яңынан-яңы быуындарҙың телдәрендә һәм йөрәктәрендә яңғыраһын өсөн күп эштәр аткарырға кәрәк әле беҙгә. Был беҙҙең выждан бурысыбыҙ. Бөгөн шулай, киләсәктә лә шулай буласак», — тип тамамлай Ғ. Ш афиков очеркын. Авторҙың «һаҙға ырғытылған ыласын» тигән очеркы мәшһүр телсе Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаевка арналған. Жәлил Кейекбаев — тел фәне өлкәһендә күп эш башкарып, байтак хеҙмәттәр ижад итеп, башкорт халкының ғорур­ лығы булырлык шәхестәр рәтенә баҫкан кеше. Башкорт ғали­ мы буларак, русистар, германистар, фин-уғырсылар һәм башкалар алдында үҙенең хеҙмәттәре менән хөрмәт каҙанған, улай ғына түгел, халык-ара исеме булған ғалим. Очерк алдынан инеш рәүешендә яҙылған шиғырҙа шун­ дай юлдар бар: ...А сердцу что! Оно —лишь узелок В кровоточащем мирозданье тела. Ему до суесловий нету дела, Глядишь: на жизнь накинуло замок. Срок отведен ему какой? Я изменить ход жизни не хочу: Велик простор меж адом и меж раем! Я свой рубеж надежный выбираю — Чтоб к свету продираться по лучу! Йөрәкте төйөн менән сағыштырып, автор, был фани донъя­ ла йөрәгебеҙ типкәнсе, Xоҙай Тәғәлә күпме ғүмер бирә, шун­ са йәшәйбеҙ, ти. Йөрәгебеҙ тибә икән, тимәк, беҙ йәшәйбеҙ, 19 Шафиков Г. Крючья под ребро. — Уфа: Китап, 1993. — С. 83. 101

ижад итәбеҙ фәлсәфәүи фекер үткәреп, автор Жәлил Кейекбаевтың хеҙмәтен юғары баһалай, талантлы ғалим, уның оло шәхес булыуын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Автор 1946 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер ултырышындағы стенография отчетын миҫалға килтерә. Унда йәш яҙыусы Жәлил Кейекбаевтың «Туғандар һәм таныштар» тигән романы тикшерелә. Был отчетта оло яҙыусыларҙың сәйер һорауҙары ла бар: — Ҡасан романдар яҙа башланың инде? — һи н бит фән кешеһе, ни эшләп яҙыусылыҡ эшенә ты­ ғылаһың. Рәхәт тип уйлайһыңмы? — Уҡытыусы уҡытырға, ғалим фәнде алға ебәрергә тейеш, теләһә ниндәй яҙыусылыҡ эше менән шөғөлләнергә тейеш түгел. Ж әлил Кейекбаевтың романын юҡҡа сығарып ташлай­ ҙар. Бер уйлаһаң, шул осорҙағы «тәнҡитселәр» һәм партия хеҙмәт-кәрҙәре ваҡытында халыҡ сәсәне һәм билдәле фоль­ клорсы Мөхәммәтша Буранғоловты Яҙыусылар союзынан сы­ ғарғандар һәм төрм әгә ултыртҡандар. Бы на ниндәй к е ­ ш еләргә Ж әлил К ейекбаев үҙенең яҙмаһы н тикш ертергә биргән була. Роман 30 йыл үткәс, 1975 йылда донъя күрә. «Туғандар һәм таныштар» уҡыусылар араһында ҙур танылыу таба. Ро­ манды рус теленә Марсель Ғафуров тәржемә итә һәм Мәскәүҙә «Современник» нәшриәтендә баҫтырып сығарыла. Жәлил Кейекбаев менән бер осрашыуҙа Ғ. Шафиҡов «Әгәр ҙә романығыҙ баҫылып сыҡһа, һеҙ яҙыусы юлын һайлар ине­ геҙме?» тигән һорауҙы бирә. Кейекбаев ҡапыл ғына яуап бирмәй. Күрәһең, был һорау уны һәр ваҡыт борсоп йөрөгән. «Булыуы мөмкин, хәйер, белмәйем... Әҙәбиәт мине йәш саҡ­ тан уҡ үҙенә ылыҡтырҙы. Мин күп кенә шиғырҙар, хикәйәләр, әкиәттәр һәм ҡобайырҙар яҙҙым. Ә шулай ҙа фәнгә булған ҡыҙыҡһыныуым нығыраҡ ине. Педучилищела уҡыған осорҙа Дмитриевтың башҡорт теленә арнап яҙған хеҙмәттәре мине ныҡ ылыҡтырҙы. Рус ғалимының беҙҙең өсөн туған телебеҙҙе камиллаштырыуы беҙгә шелтә түгелме ни?.. Бәлки, фән менән 102

художестволы әҙәбиәтте бер үк ваҡытта алып барыр ҙа инем, б ә л к и .» Эйе, Жәлил Ғиниәт улы Кейекбаев, һис шикһеҙ, фән һәм ижад эшен бергә алып барыр ине, тип әсенеп яҙа публицист. Сөнки ул юғары һәләтле, маҡсатҡа ынтылыусан, ташып тор­ ған энергиялы һәм иҫ киткес булдыҡлы кеше ине. Ул сит ил ғалимдары менән уларҙың телендә иркен һөйләш ә торған, оҫта тәржемәсе ине. Билдәле классиктар Гете, Гейне, Бредель әҫәрҙәрен тәржемә иткән. Шулай уҡ халыҡ йырҙарын йырлап, ҡобайырҙар сығарған. Әйткәндәй, Башҡортостан ра­ дио фондында Кейекбаев башҡарыуында ҡобайырҙарының яҙмаһы ла һаҡланған. Жәлил Кейекбаевтың атаһы үҙ заманы өсөн бик уҡымышлы кеше булған. Башҡортостандың халыҡ шағиры, классигы Мәжит Ғафури менән бергә уҡығандары билдәле. Ауылдағы бөтә кеше хат, ғариза яҙҙырыр, йә булма­ һа кәңәш һорар өсөн дә уға килгән. Ярҙамсыл, шаян, йор һүҙле, һөйләш ендә тик мәҡәл, әйтемдәрҙе генә ҡуллан­ ған. Татар, ҡаҙаҡ, бигерәк тә рус телен яҡшы белгән. Шуның өсөн дә рус утарҙарында һәр саҡ көтөлгән ҡунаҡ булған. Xөкүмәт тарафынан күрһәтелгән ҡаршылыҡтарға, ҡыйын­ лыҡтарға дусар булыуына ҡарамаҫтан, Жәлил Кейекбаев күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәй. Ғүмеренең аҙағынаса ул ең һыҙға­ нып эшләй, эҙләнеүсән, талантлы ғалим, әҙип булып ҡала. Шулай итеп, Ғ. Шафиҡов Жәлил Кейекбаевтың образын архив яҙмаларына, осрашыуҙарға таянып, шәхси күҙәтеүҙәре, борсолоуҙары аша бирергә тырыш ҡан. Бында шулай уҡ 1946 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзының бер ултырышындағы стенография отчеты ла, Ж. Кейекбаевтың Башҡор­ тостан Мәғариф министрлығы рәйесе Ш.Ш. Аҡназаровҡа бу­ лған ғаризаһы ла миҫалға килтерелә. Изге эш, дәртле йыр халыҡ күңелендә оҙаҡ һаҡлана. Жәлил Ғиниәт улының ғилми хеҙмәттәре киләсәктә лә үҙенең актуаллеген юғалтмаясаҡ. Ғ. Шафиҡовтың, үрҙә әйтеп үтелгән «Замандың намыҫы һәм ҡорбандары» исемле китабындағы «Ырғыҙ ҡыҙы» очер­ кын ул һ. Дәүләтшина шәхесенә, уның ижадына һоҡланыу, башҡорт әҙәбиәтендә шундай рухлы кеше булыуына ғорурла­ 103

нып яҙа. «Мин был китапты («Ырғыҙ» романын) уҡый баш­ лағас, бер нисек тә унан айырыла алманым. Әкрен генә үҫте­ релә барыусы сюжет сылтыр шишмә булып ағылыусы йыр­ ҙар. Тик улар минең күңелемдә хакимлыҡ алманы. Әҫәрҙең беренсе биттәренән үк мине уның бай теле сихырланы. Тик бер нәмә генә әйтәм: бындай башҡорт телен осратҡаным юҡ ине әле». Автор һ. Дәүләтшинаның «Ырғыҙ» романы аша үҙ халҡы­ ның тарихы һәм теле өсөн ғорурлыҡ кисереүен, ә туған телен насар белгән яҙыусыларҙың әҫәрҙәре тейешле кимәлдә булмауына һыҙлана. Үткән быуаттың 60-сы йылдар башында Ғ. Шафиҡов ф и­ лолог Марат Минһажетдинов менән таныша. Ул очерк авто­ рының күңелендә шул йылдарҙа уҡ һ. Дәүләтшина яҙмышы менән ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Уның һ. Дәүләтшина тураһын­ да «Совет Башҡортостаны» һәм «Советская Башкирия» (1989) гәзиттәрендә дүрт очеркын баҫтыра. Улар һәр береһе айырым ваҡиғаға арналған. Авторҙың был очерктарында еңелмәҫ рух­ лы, эске донъяһы бай яҙыусы ҡатын-ҡыҙ кәүҙәләндерелә. «Был кешенең түҙемлеге бер ниндәй ҙә сиктәр белмәй: унда ысын көрәшсе ҡыйыулығы, альпинистарға хас бөйөк рух бул­ ған, тип әйтеү арттырыу булмаясаҡ», — ти ул. Ғ. Ш афиҡов, оҫта очерксы булараҡ, һ. Дәүләтшинаның тормошон өйрәнгәндә лә факттарға таянып эш итеүсе булып ҡала. 1993 йылда донъя күргән «Кабырғанан аҫыу» китабын­ дағы «Үҙен ғәйепле һанаманы» очеркында ла автор уның тор­ мошона, аяныслы яҙмышына ҡағылышлы ваҡиғаларҙы тари­ хи документтарға таянып, үткер фекере аша үткәрә. Тормош иптәше Ғ. Дәүләтшин «халыҡ дошманы» тип ҡулға алынғандан һуң күп тә үтмәй, һ. Дәүләтшинаға сират етә. Авторҙың Башҡортостан Дәүләт именлеге комитеты архи­ вынан алынған мөһим документтарҙа НКВД кешеләренең һ. Дәүләтшинанан һорау алғанда уның үҙ-үҙен тотошо, граж­ данлыҡ һәм кешелек позицияһы күҙаллана. Ошо ауыр мәлдә лә яҙыусының намыҫлы кеше булып ҡалыуы күренә. һ. Дәүләтшина биш йылға иркенән мәхрүм ителеп, хеҙмәттөҙәтеү лагерына эшкә ебәрелә. Ул Башҡортостан прокурату­ 104

раһына аппелляция яҙа. Әммә үҙенең яҙыуында иренең контр­ революцион эштәрен белмәүе тураһында, уның тоғро комму­ нист икәнен хәбәр итә, иреккә сығарыуҙарын һорай. «Про­ тест эштәре буйынса килтерелгән һылтанмаларҙың булмауы арҡаһында, һ. Дәүләтшинаның ялыуын ҡәнәғәтләндермәҫкә һәм был турала уға хәбәр итергә», тиелә. Тимер рәш әткәләрҙән ул 1942 йылда бөтөнләй һаулығы насарайып сыға. Темлагтан Өфөгә һигеҙ көндә ҡайтып етә. Ниндәй генә ауырлыҡтар күреп, ниндәй генә эштәр башҡарыуына ҡарамаҫтан, һ. Дәүләтшина бөгөлөп төшмәй. Шуны­ һы ҡыҙғаныс, уның ғәйепһеҙ булыуы 1954 йылда Бөрө ҡала­ һында, үҙе үлгәс, ике йылдан һуң ғына таныла. Билдәле яҙыу­ сы, тыныс, эш һөйәр һәм халҡының аҡыллы ҡыҙы, ошо ҡәһәрле совет ҡағыҙы арҡаһында, үҙенең халҡына һәм партия­ һына тоғролоғон иҫбатлауҙы көтә алмайынса мәрхүм була. һүҙен йомғаҡлап, автор былай ти: «һәр ваҡыт һәҙиә Дәүләт­ шина тураһында яҙған очеркымды, юҡ быныһы «һуңғыһы» тип үҙемә һүҙ бирәм. Әммә тормош яңынан-яңы материалдар ташлай һәм йәнә ҡәләмгә тотонам. Хәйер, был яҙыусының яҡты иҫтәлегенә генә түгел, ә беҙҙең бөтә башҡорт әҙәбиә­ тенә лә мөһим түгелме ни?»20 Ғөмүмән, авторҙың ниндәй генә очеркын алма, Сталин төрмәләре аша үткән, репрессия йылдарынан һуң ҡартлыҡ көндәрендә төрмә тәҙр әһ ен ән ҡарап ултырырға мәжбүр ителгән арҙаҡлы сәсән, яҙыусы М. Буранғолов булһынмы («Ул халыҡ ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалды»), башҡорт әҙәбиәте­ нең бер вәкиле, көслө рухлы, һәләтле яҙыусы Төхфәт Й әнәби­ ме («Ҡаршы тороу»), халыҡ ижадын күңеленә һәм аңына ғына түгел, ә рухына һәм ҡанына һеңдергән фольклорсы-ғалим, күп ҡырлы талант эйәһе Мөхтәр Сәғитовмы («Фольклорсы — уның исеме»), башҡорт әҙәбиәтендә оҙон ғүмерле ижад ҡал­ дырған, талантлы шағир Рәми Ғариповмы («Булмыштан мөһимерәк шағир рухы»), күренекле яҙыусы Ф әрит Иҫәнғолов («һүҙе — телдә, үҙе — күңелдә», «Онотолмаҫ хыялбай») бул­ һынмы, автор геройҙарын тулыраҡ һәм күп яҡлы итеп күрһәтер өсөн, уларҙы сағылдырған документтарға, тарихи факттарға 20 Шафиков Г. И совесть, и жертвы эпохи. —Уфа: Китап, 1991. —С. 391. 105

һәм иҫтәлектәргә таянып яҙа. Ошо ҡоро фактик материалды эшкәртеп, художестволылыҡ кимәленә күтәреп, фәһемле, ғиб­ рәтле һәм ҡыҙыҡлы сюжеттар үҫтереүгә ирешә. Шуға ла ул сюжеттар бер-береһен ҡабатламай. Эйе, Ғ. Шафиҡовтың ижадында публицистика алғы план­ ға сыҡты һәм ул билдәле тикшеренеүсе журналист булып ҡалды. Ш әхес культы заманы нда эҙәрлекләүҙәргә дусар ителгән яҙыусылар һәм республикабыҙҙың күренекле кеше­ ләре тураһында ҡыйыу һүҙҙе беренселәрҙән булып ул әйтте, һәм был, үҙ сиратында, башҡорт әҙәбиәтендә, публицисти­ кала, айырыуса очерк жанрына яңылыҡ өҫтәне. Тәүге башҡорт әҙибәһе, ҡыҫҡа әммә бай ижады менән халыҡ һәм йәм әғәтселек хөрмәтен яулап өлгөргән һ ә ҙи ә Дәүләтшина шәхес һәм яҙыусы булараҡ әлеге көндә лә әҙәбиәт ғилемендә һәм публицистикала төрлө яҡлап яҡтыртыла. Әҙи­ бәнең үҙе хаҡында ла, уның тормош иптәше Ғөбәй Дәүләтшин тураһында ла айырым мәҡәләләр донъя күреп тора. Бөрө социаль-педагогия академияһында йыл һайын «Дәүләтшина уҡыуҙары» уҙғарылып килә. Р. Шәкүрҙең 1998 йылда донъя күргән «Арҙаҡлы башҡорт­ тар» исемле очерктар һәм мәҡәләләр йыйынтығындағы «һәҙиә Д әүләтш ина» очеркы и һә эн ц и к л о п ед и к планда я ҙы л ­ ған. «Үҙенең ижады һәм тормошо менән быуындарҙың бы­ уындарға тиңһеҙ ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәткән һәҙиә Дәү­ ләтшина — башҡорт әҙәбиәтенең һәм башҡорт милләтенең оло ғорурлығы, халҡыбыҙҙың рухи көсөн, ҡеүәтен, сағыу та­ лантын раҫлаусы күркәм шәхестәрҙең береһе ул». Билдәле рус яҙыусыһы Леонид Соболевтың Рәсәй Федерацияһы яҙыусы­ ларының Беренсе съезында һөйләгән докладында (1858) ошо мәшһүр әҫәр хаҡында әйткән һүҙҙәрен миҫалға килтерә. Автор һ. Дәүләтшинаның шәхес культы тоталитар режим осоронда нахаҡҡа хөкөм ителеп, күп йылдар буйы михнәт һәм ғазап сигеп йәшәргә дусар ителеүгә ҡарамаҫтан, үтә ауыр шарт­ тарҙа башҡорт әҙәбиәтенең иң яҡшы ҡаҙаныштарының бере­ һе тип баһаланған аҫыл әҫәре — «Ырғыҙ» романын яҙыуын һәм ш уның м енән ил алдында оло ихтирам ҡаҙаны уы н билдәләй. һ . Дәүләтшинаның шәхесен һәм талантын баш­ ҡорт донъяһында М. Аҡмулла, Ш. Бабич, М. Буранғолов һымаҡ 106

фажиғәле яҙмышка дусар ителгән бөйөк әҙиптәр һәм шәхестәр менән бер рәткә куя ул. Очеркында фольклор алымын кулланып, яҙыусының хәтерләүҙәренә туктала, уның бәләкәй са­ ғында әкиәттәр тыңларға яратыуын, бигерәк тә һомай кош тураһындағы әкиәттең күңелендә ны к һеңеп калыуы хакында бәйән итә. Автор әйткәнсә, ошо илаһи бәхет тураһында хы­ ялдар буласак яҙыусының донъяға карашына, уй-тойғолары­ на өр-яңы йүнәлеш бирә, уның күңелендә изгелек саткыларын токандыра, якы н кеш еләренә карата ярҙамсыл, м әр­ хәмәтле булыу теләген тыуҙыра. Әйтергә кәрәк, һ. Дәүләтшина был сифаттарына ғүмер буйы тоғро кала. Артабан автор хронологик рәүештә һ . Дәүләтшинаның тормошондағы мөһим вакиғаларҙы барлай һәм уның әҫәр­ ҙәренән йөкмәткеле миҫалдар килтереп, төплө анализ бирә. Очеркын тамамлап, автор һ . Д әүләтш инаны ң әйткән һүҙҙәрен килтерә: «Мине якш ы рак белгегеҙ килһә, “Ырғыҙ” романымды укығыҙ»22. «Эйе, — ти автор — башкорт халкының изге һәм саф күңелле, героик характерлы кыҙы ысынысынында халык яҙыусыһы һәҙи ә Дәүләтшинаның йәме лә, йөрәк тибеше лә уның һокланғыс әҫәрҙәрендә, халык тормо­ шоноң һәм яҙмышының икһеҙ-сикһеҙ киңлектәрен айкаған илһамлы “Ырғыҙ” романында». Автор очеркын «Ихтирамлы һәм ябай, шул ук вакытта ғәжәп заттар булып калды улар йылайырҙар хәтерендә. Изге­ лек бер касан да үлмәй икән», — тип тамамлай. Ҡаралған очерктарҙан күренеүенсә, һәр автор һ әҙи ә Дәүләтшинаның образын үҙенсә асырға тырышкан. Ғ. Ш афиков реаль факттарға, архив документтарға баҫым яһай. Р. Шәкүр очеркын энциклопедик планда яҙһа ла, фольклор алымын кулланыуы менән очерк жанрының үҙенсәлеген арттыра. Шулай ҙа башкорт катын-кыҙҙары араһынан сыккан тәүге яҙыусыларҙың береһе булған, ижады менән халкыбыҙҙың ғорурлығына әйләнгән һәҙи ә Дәүләтшинаның шәхес була­ рак образы очерктарҙа әлегә тулы итеп асылмаған.

22 Шәкүров Р. Арҙаҡлы башҡорттар. Ғилми-биографик очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1998. — 85-се б. 107

ҺЫҒЫМТА 80—90-сы йылдарҙа илебеҙҙең ижтимағи һәм сәйәси тор­ мошонда булған мөһим ваҡиғалар башҡорт әҙәбиәтенә һәм публицистикаһына ҙур йоғонто яһаны һәм яңылыҡтар индер­ ҙе. Беренсенән, яҙыусылар үҙгәртеп ҡороуға битараф ҡалмай үҙҙәренең мөнәсәбәтен әүҙем белдерһә, икенсенән, улар яңыса ф ек е р л әү е м енән дә ай ы р ы л ы п то р ҙо . һө­ ҙөмтәлә матбуғат биттәрендә әленән-әле көнүҙәк мәсьәләләр күтәргән яңы мәҡәләләр, әңгәмәләр, очерктар донъя күрҙе. Әгәр ҙә 70-се йылдарҙағы очерктарҙа торғонлоҡ йылдарынаса, рәсми идеологияға ярашлы, ил тормошо ыңғай яҡтан ғына сағылдырылһа, йәғни иң тәүҙә уңыштар-килешеүҙәр тураһын­ да ғына һөйләнһә, үҙгәртеп ҡороу йылдарында очерктарҙың төп йүнәлешен һәм йөкмәткеһен донъя барышы, кешеләрҙең тормош-көнкүреше, халыҡ яҙмышы тураһында ҡайғыртыуборсолоуҙары билдәләне. Ошо йылдарҙа актив ижад иткән яҙыусылар М. Ғиләжевтең «Яҙмышҡа үҙең хужа» (1982), С. Поварисовтың «Бәхет тураһында легенда» (1983), Р. Солтангәрәевтең «Яҙмыш» (1991), С. Бәҙретдиновтың «Таңды ҡош­ тар уята» (1989), «Ғүмер артында — ғүмер» (1996), Башҡортос­ тан Яҙыусылар союзы тарафынан әҙерләнгән «Таңды ҡаршы­ лаусылар» (1980) китаптарында замандаштарыбыҙҙың фиҙаҡәр хеҙмәте сағылдырыла (унда ферма эшсәндәренең ун биш йыл­ лыҡтағы уңыштары һәм ынтылыштары тураһында һүҙ бара), Ғ. Шафиҡовтың «Ҡабырғанан аҫыу» («Крючья под ребро, 1993), «Замандың намыҫы һәм ҡорбандары» («И совесть, и жертвы эпохи», 1991) китаптарында репрессия ҡорбандары булған З. Вәлиди, Ш. Бабич, М. Мортазин, һ. Дәүләтшина, М. Бу­ ранғолов һымаҡ шәхестәрҙең фажиғәле яҙмышы һүрәтләнде. Р. Насиров «Ата-бабам баҡҡан ер» (1994) китабында Башҡор­ тостандың көнсығыш өлөшө тарихын бөгөнгө күҙлектән сы­ 108

ғып баһалай. Ул 1917 йылғы революциянан алып хәҙерге көнгә тиклемге аҙ билдәле булған ваҡиғаларҙы тасуирлай, ә Б. Пав­ лов «Покушение на заветное» (1992) йыйынтығында Башҡор­ тостандың тәбиғәтен һаҡлау, экология мәсьәләләрен күтәреп сыға. Р. Шәкүр үҙенең «Арҙаҡлы башҡорттар» тигән кита­ бында республикабыҙ һәм милләтебеҙҙең рухи һәм матди үҫешенә ҙур өлөш индергән тарихи шәхестәр — башҡорт хал­ ҡының дәүләт, йәмәғәт һәм хәрби эшмәкәрҙәре, ҡаһарман яугирҙар, ғалимдар, шағирҙар һәм яҙыусылар, сәнғәт оҫтала­ ры хаҡында ғилми-биографик материалдар туплаған. Публицистиканың «батшаһы» булып һаналған очерктың бай тарихы, үҙ традицияһы бар. Үрҙә әйтеп үткәнсә, очерк­ тың һыҙаттары XIX быуаттағы тарихи яҙмаларға һәм шәжә­ рәләргә ҡайтып ҡала. XX быуаттың 20-се йылдарынан алып 80—90-сы йылдар­ ҙағы очерк жанрының үҫешен күҙәткәндә шундай һығымтаға килергә мөмкин: 20-се йылдар очерктарына пафос, эмоцио­ наллек хас булһа, 40-сы йылдар очерктарына — документал­ лек һәм публицислыҡ, 50-се йылдарҙа очерк жанры ны ң йөкмәтке һәм тематик байлығы, 60-сы һәм 70-се йылдарҙа яңыса ҡарашы, ә 80-се, 90-сы йылдарҙағы очерктарҙа демок­ ратия, үҙгәртеп ҡороу ҡыйыулығы, туранан-тура әйтеү һымаҡ һыҙаттар юғары художество кимәлдә тасуирланды. Йәмғиәт тормошондағы үҙгәрештәргә, тиҙләнештәргә опе­ ратив жанрҙарҙан очерк жанры һәр ваҡыттағыса алғы планға сыҡты. Был йылдарҙа әүҙем эшләгән яҙыусыларҙан Ғ. Xөсәйенов, Т. Сәғитов, Р. Солтангәрәев, С. Поварисов, Р. Xажиев, Ғ. Шафиҡов, С. Бәҙретдинов, М. X^ km^ Р. Насиров, Р. Xаннанов, 3. Xанова, Р. Бикбаев, М. Котлоғәлләмов, С. Иманғо­ лов, Р. Xәкимов айырылып торҙо. Документаль-художестволылыҡ һәм публицислыҡ — очерк жанрының төп һыҙаты. Документаль жанр булараҡ, очерк ху­ дожестволы әҙәбиәттең ижтимағи фәндәргә иң яҡын тор­ ған жанры тип иҫәпләнә. Тормоштоң конкрет бер күренешен өйрәнеүе уны фәнгә яҡынайтһа, был күренештәрҙе художе­ стволы формала биреүе әҙәбиәткә оҡшаш итә. Xудожестволы жанрҙа геройҙың эске донъяһы, психоло­ гияһы, эш-хәрәкәт мотивтары өйрәнелә. Шул уҡ ваҡытта ав­ 109

торҙың типиклаштырыуҙа социологик принципты ҡулланыуы күҙәтелә. Очерксын оҫталығы бына ошо геройҙың мөһим һәм индивидуаль сиф аттары н кон крет ситуацияларҙа, баш ­ ҡарған эштәрендә күрһәтә һәм һүрәтләй белеүенә ҡайтып ҡала. Публицистикаға билдәләмә биргәндә, ҡаршылыҡлы ф е­ керҙәр осрауы күҙәтелә. Публицистикала тормош анализла­ на, өйрәнелә, дөйөмләштерелә, билдәле дәрәжәлә художе­ стволы образдарға, художестволы деталдәргә еткерелә. Пуб­ лицистика өсөн факттарҙың яңылығы, был факттарҙы тыу­ ҙырыусы сәбәптәрҙе асыҡларға ынтылыу, шулар нигеҙендә яңы фекер әйтеү мөһим. Шулай итеп, очерк жанрының мөһим үҙенсәлектәренең береһе булып уның документаль-художестволы булыуында. Хикәйә, корреспонденция, мәҡәлә, репортажда факт һәм ва­ ҡиғалар анализлана, хәбәрнамәлә теге йәки был коллектив­ тың, айырым кешенең өлгәшкән уңыштары бәйән ителә, ә ко р р есп о н д ен ц и я ж анры н да ош о хеҙм әт һө ҙө м тәһ ен ең сәбәптәре анализлана. Хикәйә менән сағыштырғанда, уның һымаҡ структураһы булыуы, ваҡиғалар үҫеше, сюжетҡа бәйле икәнлеге күҙәтелә. Шулай уҡ тормошта булған хәл һәм кон­ крет кешегә бағышланыуы мөһим роль уйнай. Ҡуйылған проблемалары, идея-эстетик йүнәлеше, идея­ һы, кеше образының ҡуйылышы, хәл-ваҡиғаларҙың үҫеше һәм башҡа үҙенсәлектәренән сығып, очерктар төрҙәргә бүле­ неп өйрәнелде. Ҡайһы берәүҙәр портрет-очерк, юл-сәйәхәт, пейзаж төрҙәрен билдәләй, икенселәр портрет-очерк, проб­ лема-очерк, юлъяҙма-очерк һәм хәтирә төрҙәренә индерә. Күп ғалимдар шулай ҙа очерктарҙың портрет, юлъяҙма һәм про­ блема төрҙәренә баҫым яһай. Бынан сығып, 80—90-сы йылдар очерктарын күҙаллағанда портрет, юлъяҙма һәм проблема очерк­ тарының үҫеүе күҙәтелә. Тема, композиция, образдар системаһы жанр формаһы асыҡлауҙа иң төп урында тора, шуның өсөн жанр формала­ рының әҫәр йөкмәткеһенә лә буйһоноулы булыуы тәбиғи күре­ неш. һуңғы йылдарҙағы очерктарға күҙәтеү яһағанда, шундай бай картина күҙ алдына килеп баҫа: был жанрҙың тематика яғынан күп төрлөлөгө, төрлө стилдә, әллә нисә төрлө форма­ 110

ла яҙылыуы, йөкмәткегә бай, композицион яҡтан бик ҡыҙыҡ­ лы булыуы асыҡланды. һ әр замандың үҙ шәхесе булғанлыҡ­ тан, очерктың төп йөкмәткеһен заман темаһын хәл итеү һәм замандаштарыбыҙҙың образын һынландырыу тәшкил итте. Бын­ дай күренеш очерктың айырым үҫеш этаптарында күҙәтелде. Был осор очерктарын күҙаллағанда, уның поэтикаһында өс мөһим сифатты: художестволылыҡты, документаллекте һәм публицистикалыҡты күҙәтергә була. Сөнки документаль ма­ териал художестволы һүрәтләү саралары ярҙамында йәнләндерелә, ә публицистик пафос идея-эстетик яғын көсәйтә. Яҙы­ усыларҙы ң оҫталығы ҙур роль уйнай, әлбиттә. Уларҙың әҫәрҙәрендә геройҙар образын асыр өсөн художестволы деталдәрҙе, сағыштырыуҙарҙы һәм һүрәтләү сараларын оҫта ҡулланыуы күҙәтелә. Образ-характер һәм хәл-ситуациялар бирелеше әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асырға ярҙам итә. Был осраҡта Р. Солтангәрәевтең «Характер», «Иманы әҙәбиәт ине», Ғ. Дәүләтовтың «Уның йондоҙо», Т. Сәғитовтың «Уның «Сулпаны», С. Поварисовтың «Бәхет тураһында легенда», Р. Хажиевтең «Фазаловка ҡайҙан башлана», «Заман тулҡындарын эйәрләп» очерктары миҫалға килтерелде. Фольклор мотивтарының әҙәбиәтебеҙгә генә түгел, пуб­ лицистикабыҙға ла йоғонтоһо ҙур. Очерк жанрында башҡорт халыҡ ижады үрнәктәренең уңышлы ҡулланылыуы уның идеятематик һәм композиция төрлөлөгөнә килтерә, бәҫен күтәрә, әһәмиәтен арттыра. Был үҙенсәлекле күренеште С. Бәҙретдиновтың «Башҡорт ҡурайы», С. Иманғоловтың «Тыуған яғым — серле йомғаҡ», С. Поварисовтың «Ерҙең йәме иген менән, ирҙең йәме белем менән», Р. Солтангәрәевтең «Томан» исем­ ле әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Р. Солтангәрәев республикабыҙҙа киң билдәле әҙип. Уның бихисап романдары, повестары, очерктары донъя күрҙе. Ав­ тор бөгөнгө тормош факттарына, реаль тормош деталдәренә һәм күҙәтеүҙәргә бай, фекер тығыҙлығы менән энциклопе­ дик характерҙағы, фәһемле, тәрән йөкмәткеле, мауыҡтырғыс публицистикаһында осоробоҙҙоң, еребеҙҙең, милләтебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең арҙаҡлы вәкилдәренең ижади эш мәкәрле­ ген эмоциональ буяуҙар ярҙамында тасуирлай. Күләм яғынан ыҡсым ғына ошо яҙм аларҙа үҙҙәренең идея-худож ество 111

йөкмәткеләре менән монографияларға тиң булған, жанрҙың бөтә мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланып, үтемле алым­ дарға яҙылған материалдар тупланған. Xалкыбыҙҙың милли батыры һәм шағиры Салауат Юлаев тураһында шиғырҙар яҙылған, уға арнап халҡыбыҙ йырҙар, әҫәрҙәр ижад иткән. Үрҙә телгә алынған ғилми китаптарҙа, романдарҙа, мәҡәләләрҙә Салауат Пугачевтың иң яҡын, иң ы ш ан ы слы к ө р ә ш тә ш е һ әм я р ҙа м с ы һ ы , К р ә ҫ т и ә н д ә р һуғышында ҡаһарман яугир, ялҡынлы шағир-сәсән булып күҙ алдына баҫа. Миҫалға алған очерктарҙа Ә. Xарисовтың «Сала­ уат Юлаев — милли батыр һәм шағир», Ғ. Xөсәйеновтың «Кинйә абыз», Ғ. Ш афиҡовтың «Салауаттың ҡара үҙәне», И. Кәримовтың «Үтелмәгән бер арауыҡ» очерктарында Салау­ ат Юлаевтың әҙәби ижадын, Кинйә Арыҫланов менән осрашы­ уҙары, уларҙың бер-береһенә булған мөнәсәбәттәре, йәмәғәтсе­ лектең Салауатҡа булған мөнәсәбәтен, һәм ҡыҫҡа ғына бер ва­ ҡыт арауығында уның яҙмышының ҡырҡа үҙгәреүен һәм Пуга­ чев ихтилалына ҡушылып китеүен күрҙек. Был әҫәрҙәрҙә мил­ ли батырыбыҙҙың роле төрлө яҡлап уңышлы асылды. Үҙенең бай ижады менән ҡыҫҡа ғына ғүмерендә йәмәғәтсе­ лектең хөрмәтен яулаған халыҡ яҙыусыһы һәҙиә Дәүләтшина тураһында ла Ғ. Шафиҡов, Р. Шәкүр үҙҙәренең очерктарында төрлө яҡлап яҡтыртырға тырышҡан. Был очерктарҙа иҫтә­ лектәр, архив документтары, хаттар урын алған. Бында әҙиб­ әнең аяныслы яҙмышы, ижады реаль факттарға таянып төрлө хәл-ситуацияларҙа күҙаллана. Бигерәк тә Р. Шәкүрҙең, эн ­ циклопедик планда яҙып, фольклор алымын да ҡулланыуы үҙенсәлекле күренеш. Зәйнулла Рәсүлев — М ифтахетдин Аҡмулла, М өхәммәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдинов һымаҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙең береһе, милләтебеҙҙең мәғрифәтсеһе, дин әһеле, философы һәм атаҡлы табибы. Xалҡыбыҙҙың ғорур­ лығына әйләнгән Зәйнулла Рәсүлев образы шәхес булараҡ хәҙерге очерктарҙа төрлөсә яҡтыртылды. Р. Шәкүр, мәҫәлән, очеркын энциклопедик планда яҙа, тарихи документтарҙы, иҫтәлектәрҙе ҡуллана. Р. Насиров иһә реаль факттарға таяна, архив документтарын файҙалана. Шу­ лай уҡ иҫтәлектәргә лә баҫым яһай. 112

Күренекле әҙип, академик Ғ. Xөсәйенов тарихи портретта­ ры менән башкорт әҙәбиәтендә тарихи портрет-очерктарҙың бер яңы жанр формаһын барлыкка килтерҙе. «Ил азаматтары» китабындағы күҙәтеү яһалған тарихи шәхестәр тураһындағы («Ҡараһакал», «Батырша мулла», «Кинйә мулла», «Ҡеүәтле кан­ тондар» очерктар серияһындағы «Ҡыуат старшина», «Буранғол кантон», «Ҡаһарман кантон», «Таһир кантон») очерктарҙа һәр бер шәхестең яҙмышын төрлө хәл-вакиға, ситуациялар аша, төплө, фәлсәфәүи фекерләүе менән, тәрән күҙәтеүҙәр аша, төрлө алым менән, тарихи факттарға таянып, бик оҫта һүрәтләй ал­ ған. Шуның өсөн дә был образдар айырыуса иғтибарҙы тарта. Шағир, драматург, прозаик һәм тәржемәсе Ғ. Ш афиковтың публицистикаһы әҙәбиәтебеҙҙә киң баһалана. Иң мөһи­ ме, торғонлок йылдарында халык хәтеренән төшә башлаған шәхестәрҙе халыкка кире кайтарып биреүе менән әһәмиәтле. Был, үҙ сиратында, публицистиканы йәнләндереп, тулылан­ дырып ебәрҙе һәм очерк жанрының тематикаһын байытты, мөмкинселеген дә арттырҙы. Башкортостан тарихында тәрән эҙ калдырған бөйөк шәхестәр (С. Юлаев, Ш. Бабич, Д. Юл­ тый, 3. Вәлиди, һ. Дәүләтшина, Р. Ғарипов, Ф. Иҫәнғолов, Ж. Кейекбаев) тураһындағы очерктарынан «3амандың намыҫы һәм корбандары» (Д. Юлтый), «Ырғыҙ кыҙы» (һ. Дәүләтши­ на), «Дауыл уртаһында» (М. Мортазин), «һаҙға ырғытылған ыласын»ы (Ж. Кейекбаев) миҫалға алынды. Ғ. Ш афиков очер­ ктарында, геройҙар образын тулырак асыр өсөн, уларҙы са­ ғылдырған тарихи факттарҙы һәм иҫтәлектәрҙе куллана. һүҙебеҙҙе йомғаклап, шуны әйтергә кәрәк: хеҙмәтебеҙҙең максаты, 80—90-сы йылдарҙағы очерктарҙың документаль-художество үҙенсәлектәрен тикшереү ине. Ғөмүмән, әҙәбиәтебеҙҙәге был осор очерктары киләсәктә лә махсус өйрәнеүҙе талап итә. Сөнки очерк жанры үҫә, камиллаша. һәр бер яҙыу­ сы был жанрға үҙенсә яңылыш индерергә тырыша. Герой об­ разын асыр өсөн һүрәтләү сараларын, тәбиғәт күренештәрен, диалог, иҫтәлектәрҙе, һәм очерк жанрына хас булған үҙенсә­ лекте, башка сараларҙы оҫта куллана икән, тимәк, был ав­ торҙың уңышы. 1980—1990 йылдар очерктары әҙәбиәт тари­ хында үҙе бер тарихи этап булып каласак. Публицистикабыҙ­ ҙың «разведчигы» булған очеркыбыҙ киләсәктә лә үҙенең актуаллеген юғалтмаясак. 113

ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ 1. Абдрафиҡова Г.Х. Башҡорт прозаһының бәләкәй жанр­ ҙары (жанр тәбиғәте, үҫеү юлдары, бөгөнгө торошо). — Өфө: Ғилем, 2005. — 104 б. 2. Байымов Р.Н. Галлела Дуҫлыҡ аҙналығы / / Ағиҙел. — 1984. —№ 10. — 108—116-сы бб. 3. Башҡорт проза үрнәктәре (XIX—XX быуат башы). —Өфө: ӨҒҮ ТТӘИ, 2006. — 194 б. 4. Башҡорт халыҡ ижады. Әкиәттәр / / Төҙ. М. Минһажетдинов, Ә. Xарисов. —Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1976. 2-се кит. —375 б. 5. Башҡорт әҙәбиәте мәсьәләләре / / Әҙәбиәт. Фольклор. Әҙәби мираҫ. — Өфө: БДУ, 1996. — 128 б. 6. Башҡорт әҙәбиәте тарихы //Т ө ҙ ., баш һүҙ. авт. Ғ.Б. Xөсәйенов. Алты томда. Xәҙерге әҙәбиәт (1966—1994). — Өфө, 1996. 6 том. — 710 б. 7. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар проблемаһы / / Яуап. мөх. Ғ.Б. Xөсәйенов. — Өфө: СССР ФА БФАН, 1973. — 131 б. 8. Башҡорт әҙәбиәтендә жанрҙар системаһы. — Өфө: ТТӘИ, 1980. — 118 б. 9. Бейеш Ә.Ғ. Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше. Очерк. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1993. — 352 б. 10. Биишева З.А. Юлдағы уйланыуҙар / / Ағиҙел. — 1986. — № 2. — 82—96-сы бб. 11. Бикбаев Р.Т. Сәфәрҙәргә сығам сәхәрҙәрҙән. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 2002. — 448 б. 12. Бикбаев Р. Т. Юғалмай торған хазинам / / Ағиҙел. —1998. — № 8. —99—120-се бб. 13. Бәҙретдинов С.М. Ғүмер артында —ғүмер. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1996. —224 б. 14. Бәҙретдинов С.М. Таңды ҡоштар уята. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1989. —234 б. 114

15. Вайсман С. Тәүәккәлләгән — таш ярған / / Ағиҙел. — 1988. —№ 5. — 99—106-сы бб. 16. Валиева Д. Портретларда — замандашларыбыз / / Соци­ алистик Татарстан. — 1985, 23 апрель. 17. Вахитов Ә. Заман һәм очерк / / Ағиҙел. — 1973. —№ 8. — 91—97-се бб. 18. Вахитов Ә.Х. Офоҡтар киңәйгәндә. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1979. —292 б. 19. Вәли Ә. Художестволы очерк тураһында / / Совет Баш­ ҡортостаны. — 1953, 24 ноябрь. 20. Вәли Ә. Художестволы очерк тураһында бер нисә һүҙ / / Әҙәби Башҡортостан. — 1956. — № 2. — 77—81-се бб. 21. Вәли Ә. Әдәбиятебезнең сугышчан жанры (редакцияга килгән очеркларга күзәтү урынынна) / / Кызыл Татарстан. — 1959, 3 июнь. 22. Вәлиев Ә. Художестволы очерк / / Совет Башҡортоста­ ны. — 1955, 24 декабрь. 23. Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Башҡорт фольклоры: аңлатмалы һүҙлек. Уҡыу ҡулланмаһы. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1993. — 224 б. 24. Гизатуллин Н. Очерк турында / / Совет Татарстаны. — 1954, 2 июль. 25. Гизатуллин Н. Очерк — заман юлдашы / / Казан утла­ ры. — 1966. — № 4. — 124—129-сы бб. 26. Гизатуллин Н. Очерктар турында кайбер фикерләр / / Совет әдәбияты. — 1954. — 65—73-че бб. 27. Гәрәева Г.Н. Заман көҙгөһө: геройҙың рухи донъяһы. — Өфө: БДУ. 2003. — 128 б. 28. Ғәйнан Әмири. Аҡ елкән. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1971. — 383 б. 29. Ғәйнуллин М., Хөсәйенов Ғ. Совет Башҡортостаны яҙыу­ сы лары . Б и б л и о гр а ф и к б ел еш м ә. Т у л ы л ан д ы р ы лған , төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1988. — 400 б. 30. Ғәйнуллин М. Башҡорт совет драматургияһының үҫеш тенденциялары. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1985. — 326 б. 31. Ғәйнуллин М.Ф. Ысынбарлыҡ. Конфликт. Характер. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1974. — 439 б. 115

32. Дәүләтов Ғ. Уның йондоҙо / / Ағиҙел. — 1985. —№ 10. — 73—77-се бб. 33. Журналист оҫталығы дәрестәре. — Өфө: БДУ, 1999. — 240 б. 34. Иманеолов С. Игенсе ҡулдары / / Ағиҙел. —1987. —№ 2 . — 118—122-се бб. 35. Исламеазина 3. Улар онотолманы / / Ватандаш. —1998. — № 8. — 84—87-се бб. 36. Ишмаев 3. Очерк тураһында һөйләшеү / / Совет Баш­ ҡортостаны. — 1958, 4 июль. 37. Карнай А. Очерк тураһында / / Октябрь. —1935. —№ 10. — 146—148-се бб. 37. Карнай А. Ишембай. Очерк. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1935. — 104 б. 38. Кейекбаев Ж.Ғ. Зөбәй Үтәғолов. Очерк. — Өфө: Китап, 1985.— 64 б. 39. Килмөхәмәтов Ғ.А. Башҡорт трагедияһының поэтика мәсьәләләре. — Өфө: БДУ, 1984. 40. Килмөхәмәтов Ғ.Ә. Башҡорт трагедияһының поэтика­ һы. — Өфө: БДУ, 1983. 41. Килмөхәмәтов Ғ.Ә. Xалыҡсанлыҡ көсө. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1998. — 464 б. 42. Күзбәков Ф.Ғ. Газета жанрҙары. Публицистика: Уҡыу әсбабы. — Өфө: БДУ. — 1990. — 68 б. 43. Күзбәков Ф.Ғ. Рухиәт ҡотҡарыр: мәҡәләләр, очерктар, әңгәмәләр. — Өфө: Китап, 2011. — 448 б. 44. Кәримов М.С. Вьетнам алыҫ түгел (юлъяҙма). — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1956. — 85 б. 45. Ҡотлоеәлләмов М.Ә. Изгелек орлоҡтары. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1989. — 128 бит. 46. Ҡунафин Ғ.С. Мәғрифәтсе һәм әҙип М. Өмөтбаев. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1991. — 256 б. 47. Ҡунафин Ғ.С. XIX быуаттың икенсе яртыһында баш­ ҡорт әҙәбиәте. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1991. — 92 б. 48. Насиров Р.Х. Ата-бабам баҡҡан ер. Учалы яҡтары тураһында тарихи очерктар. —Өфө: «Панорама нәшриәте», 1994. — 171 б. 49. Насиров Р.Х. Уҙамандарҙы эҙләйем. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1997. — 336 б. 116

50. Нургәлин З.Ә. Заман һәм герой. —Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1975. — 144 с. 51. Нәҙерголов М.Х. Х1Х—ХХ быуат башы башҡорт тарихи яҙмаларының стиль үҙенсәлектәре. — Өфө: Ғилем, 2004. — 96 б. 52. Поварисов С.Ш. Бәхет тураһында легенда. Публицистик яҙмалар. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1983. — 232 б. 53. Солтангәрәев Р.Ғ. Яҙмыш. Очерктар. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1991. —288 б. 54. Сәгитов Т.Б. Уның Сулпаны / / Ағиҙел. — 1987. —№ 5 . — 83—89-сы бб. 55. Сәгитов Т. , Ногоманов Б. Төйәгебеҙ Көнбайыш Себер / / Ағиҙел. — 1986. —№ 6. — 103—117-се бб. 56. Т аңды ҡ ар ш ы л ау сы л ар . О ч ер к тар , м ә ҡ ә л ә л ә р , хикәйәләр, баллада, йыр һәм шиғырҙар. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1985. — 184 б. 57. Тос өлөш. Очерктар / / Төҙ. Р. Байбулатов. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1984. — 120 б. 58. Ураҙголов Р. , Килмөхәмәтов Т. «Йәшлек» гәзитендә жан­ рҙар һәм рубрикалар. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1999. — 145 б. 59. Фәтҡуллин Р. Очерктар тураһында бер нисә һүҙ / / Ле­ нинсы. — 1957, 11 июнь. 60. Хажиев Р.З. Журналист булып ҡ а л а м . Повесть-хрони­ ка, очерктар, юлъяҙмалар, публицистика. — Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1999. — 400 б. 61. Хажиев Р.З. Ҡыҙҙырмаған ҡояшҡа, табынып / / Ағиҙел. — 1999. —№ 7. — 101—110-сы бб. 62. Хажиев Р. Председатель итеп һайлағыҙ / / Ағиҙел. — 1988. —№ 1. — 113—119-сы бб. 63. Ханнанов Р. Дөрөҫлөк, тағы ла дөрөҫлөк / / Ағиҙел. — 1973. —№ 9. — 102—105-се б. 64. Харисов Ә.И. Башҡорт халҡының әҙәби мираҫы. —Өфө: Башҡ. кит. нәшр., 1965. — 416 б. 65. Хөббитдинова Н.Ә. Башҡорт әҙәбиәтендә фольклор. — Өфө: «Ғилем» нәшриәте, 2004. — 164 б. 66. Хөсәйенов Ғ. Очерк турында / / Кызыл таң. — 1978, 8 ғи­ нуар. 67. Хөсәйенов Ғ.Б. Библиография. — Өфө: Ғилем, 2000. — 195 б. 117

68. Хөсәйенов Ғ.Б. Быуаттар тауышы. Башкорт әҙәбиәте та­ рихы, теорияһы һәм тарихи поэтика буйынса очерктар. —Өфө: Башк. кит. нәшр., 1984. — 304 б. 69. Хөсәйенов Ғ.Б. Заман. Әҙәбиәт. Әҙип. — Өфө: Башк. кит. нәшр., 1978. — 431 б. 70. Хөсәйенов Ғ.Б. Ижад серҙәре. — Өфө: Башк. кит. нәшр., 1995. — 112 б. 71. Хөсәйенов Ғ.Б. Ил азаматтары. Тарихи шәхестәр тормо­ шо. — Өфө: Башк. кит. нәшр. 1998. — 567 б. 72. Хәмитов М. Очерк гыйбрәтле булсын / / Казан утлары. — 1972. —№ 7. — 170—175-че бб. 73. һ ә ҙ и ә Дәүләтш ина тураһында иҫтәлектәр. — Өфө: Башк. кит. нәшр., 1983. — 340 б. 74. Шафиҡов Ғ. Ут һәм һыу / / Ағиҙел — 1990. —№ 9. — 88— 133-сө бб. 75. Шәкүров Р.З. Арҙаклы башкорттар. Ғилми-биографик очерктар. — Өфө: Башк. кит. нәшр., 1998. — 304 б. 76. Шәкүров Р.З. Сыңрау торналар иле. — Өфө: Китап, 1996. —416 б. 77. Шәкүров Р.З. һибәт һалдат / / Ағиҙел. — 1984. —№ 12. — 104—109—сы бб. 78. Шәрипова З.Я. Әҙәбиәт ғилеме һәм заман. — Өфө: К и­ тап, 2001. — 318 бит. 79. Әбсәләмова Ғ. Боевой жанрға — үткерлек / / Ағиҙел. — 1974. —№ 7. — 106—108-се бб. 80. Әҙәбиәт ғилеме һүҙлеге / / Төҙ. К. Әхмәтйәнов. — Өфө: Башк. кит. нәшр., 1965. — 213 б. 81. Әмиров Р.Ҡ. Тормош алкынында. — Өфө: Башк. кит. нәшр., 1977. — 176 б. 82. Әмиров Р.Ҡ. Xудожестволы очерк һәм тормош / / Ағиҙел. — 1973. — № 5. — 101—110-сы бб. 83. Әмиров Р.Ҡ. Әҙәбиәтебеҙҙә жанрҙар проблемаһы / / Ағиҙел. — 1974. —№ 8. — 97—104-се бб. 84. Әхмәҙиев Р.Б. Xәҙерге башкорт драматургияһы (кон­ фликт тәбиғәте һәм жанр формаларының төрлөлөгө). — Өфө: БДУ, 2003. — 255 б. 85. Әхмәҙиев Р.Б. Xәҙерге башкорт драматургияһының жанрстиль эҙләнеүҙәре. — Өфө: Китап, 2003. — 77 б. 118

86. Әхмәтйәнов К.Ә. Әҙәбиәт теорияһы. Дөйөм мәғлүмәт. Икенсе баҫма. — Өфө: Башҡ. кит. нәш р., 1985. — 344 б. 87. ХХ быуат башҡорт әҙәбиәте. Юғары уҡыу йорттары өсөн дәреслек. — Өфө: БДУ, 2005. — 575 б. 88. Алексеев В.А. Русский советский очерк. —Л.: Изд-во Ле­ нинградского ун-та, 1980. — 119 с. 89. Амиров Р.К. Башкирский советский очерк (1917—1941). — М., 1967. — 15 с. 90. Амиров Р.К. На стремнине. —Уфа: Баш к. кн. изд-во, 1988. —312 с. 91. Амиров Р.К. Формирование и развитие жанра в башкир­ ской литературе. — Уфа, 1986. — 31 с. 92. Баимов Р.Н. Судьба жанра. — Уфа: Баш к. кн. изд-во, 1984. — 320 с. 93. Баимов Р.Н. Шаг в зрелость. —Уфа: Баш к. кн. изд-во, 1975. — 190 с. 94. Батырша — выдающийся идеолог и вдохновитель вос­ стания башкир 1755—1756 гг. / / Материалы науч. конф., посвящ. деятельности и наследию Габдуллы Галиева-Батырши. — Уфа, 2000. — 136 с. 95. Беневоленская Т.А. Композиция газетного очерка. — М.: Изд-во Московского ун-та, 1975. — 128 с. 96. Беневоленская Т.А. О языке и стиле газетного очерка. — М., 1973. — 134 с. 97. Богданов В. О специфике очерка / / Вопросы литерату­ ры. — 1964. — № 12. — С. 46—47. 98. Большая Советская энциклопедия. — М.: Сов. энц., 1975. — 647 с. 99. Ворошилов В.В. История журналистики России. Изд-во Михайлова В. А. — СПб., 1999. —46 с. 100. Глушков Н.И. Очерковая проза. —М., 1979. — 133 с. 101. Глушков Н.И. Очерковые формы в советской литерату­ ре. —Ростов, 1969. —221 с. 102. Горький А.М. Несобранные литературно-критические статьи. — М.: Гослитиздат, 1941. — 307 с. 103. Жанры советской газеты / / Сост. М. Черепахов. — М., 1959. — 118 с. 119

104. Журбина Е. Нужны ли очерку характеры? / / Литера­ турная газета. — 1967, 26 октябрь. 105. Журбина Е.И. Теория и практика художественно-пуб­ лицистических жанров. — М.: Мысль, 1969. — 399 с. 106. Журбина Е.И. Устойчивые темы. Статьи. — М: Сов. Россия, 1974. — 114 с. 107. Канторович В. Об очерке и его читателях / / Советская Башкирия. — 1965, 26 август. 108. Канторович В.В. Заметки писателя о современном очер­ ке. — М.: Изд-во «Советский писатель», 1962. — 245 с. 109. Каримов И.М. Одна непройденная верста / / Бельские просторы. —2003. —№ 1.— 102—104 с. 110. Кильмухаметов Т.А. Поэтика башкирской драматур­ гии. —Уфа: Китап, 2008. — 488 с. 111. Костелянец Б.О. Традиции боевого жанра / / Пути со­ ветского очерка. —Л.: Сов. Писатель, 1958. 112. КрасновГ.В. Типология чувашского художественного очерка. —Чебоксары, 2003. 113. Краткая литературная энциклопедия / / Под ред. А. Су­ рикова.— М.: Советская энциклопедия, 1968. — 750 с. 114. Крикунов Ю.Л. Проблема характера в современном очер­ ке. 1967. — 303 с. 115. Кузбеков Ф.Т. История башкирской журналистики. Учебное пособие. —Уфа: БГУ, 1992. — 68 с. 116. Литературный энциклопедический словарь / / Сост. В. Кожевникова и М. Николаева. — М.: Советская энциклопе­ дия, 1987. 117. Москаленко А.З., Качкан В.А. С чем идем к людям. Размышления о современной публицистике. — Киев.: Лебедь, 1990. — 160 с. 118. Павлов Б.Н. Покушение на заветное: очерки, расска­ зы, эссе. —Уфа: Баш к. кн. изд-во, 1992. —272 с. 119. Письмо Батырши к Елизавите Петровне / Составле­ ние, транскрибирование текста, глоссарий, введение, коммен­ тарии Г. Б. Xусаинова. —Уфа: Изд-во У н Ц РАН, 1993. — 250 с. 120. Полевой Б. Очерк в газете. —М.: Изд-во Высшей парт­ школы при ЦК ВКП(б), 1951. — 88 с. 120

121. Поспелов Г. Теория литературы. —М.: Учпедгиз, 1940. — 168 с. 122. Поэтика русской советской прозы. Межвузовский на­ учный сборник. —Уфа: БДУ, 1996. — 141 с. 123. Прохоров Е. Введение в журналистику. — М., 1989. — 267 с. 124. Русские очерки. — М.: Гос. изд-во худ. лит-ры, 1956. Т.1. —692 с. 125. Русско-башкирский словарь. В 2 т. / Под редакцией З.Г. Ураксина. Т. 1. —Уфа: Башкирская энциклопедия, 2005. — 808 с. 126. Словарь русского языка. — М.: Гос. изд-во иностр. и нац. словарей, 1958. Т. 2. 127. Словарь русского языка. — М., 1969. — 311 с. 128. Словарь современного русского литературного языка. — М.: Изд-во АН СССР, 1959. Т. 8. — 1840 с. 129. Сотников И. Самый боевой жанр / / Советская Башки­ рия. 1961, 28 марта. 130. Толковый словарь живого великорусского язы ка Вл. Даля. Т. 2. — М.: Гос. изд-во иностр. и нац. словарей, 1955. — 779 с. 131. Хажиев Р.3. Роль публицистики в становлении и раз­ витии башкирской литературы 20—30-х гг. — Уфа, 1986. 132. Харисов А.И. Литературное наследие башкирского на­ рода. —Уфа, 1973. — 420 с. 133. Хусаинова Г.Р. Поэтика башкирских народных волшеб­ ных сказок. — М.: Наука, 2000. —247 с. 134. Черепахов М.С. Работа над очерком. — М.: Изд-во Мос­ ковского ун-та, 1966. — 95 с. 135. Шафиков Г.Г. Дыхание жгучее истории. —Уфа: Китап, 1998. — 338 с. 136. Шафиков Г.Г. И совесть, и жертвы эпохи. — Уфа: К и­ тап, 1991. —224 с. 137. Шафиков Г.Г. Крючья под ребро. —Уфа: Китап, 1993. — 480 с. 138. Ядарова И.А. Развитие жанра очерка в марийской ли­ тературе (1900—1930 гг.). —Чебоксары, 2002. — 14 с. 121

Йөкмәткеһе И Н Е Ш ...........................................................................................................................3 I б ү Л е к. ОЧЕРКТЫҢ БАРЛЫҠҠА КИЛЕҮЕ ҺӘМ ҮҪЕШ ЮЛДАРЫ 1.1. Х уд ож естволы -публицистик ж ан р систем аһы н да очерк ж ан р ы н ы ң ф о р м ал а ш ы у ы ...............................................................9 1.2. Баш ҡ орт о ч еркы н ы ң үҫеш ю л д а р ы ............................................ 14 II б ү Л е к. ОЧЕРКТЫҢ ХУДОЖЕСТВОЛЫ ТӘБИҒӘТЕ 2.1. Х әҙерге баш ҡорт о ч еркы н ы ң ж ан р ф о р м ал а р ы ......................24 2.2. Д окум енталь-худож естволы лы ҡ һ әм п ублици слы ҡ — очерк ж ан р ы н ы ң тө п һ ы ҙа т та р ы .............................................................40 2.3. О черк-портретта к о м п о зи ц и о н т ө р л ө л ө к .................................49 2.4. О черктарҙа ф ольклор м о ти вы н ы ң с а ғ ы л ы ш ы ...................... 61 II I б ү 3.1. 3.2. 3.3. 3.4.

Л е к. ОЧЕРК ЖАНРЫНДА - ТАРИХИ ШӘХЕСТӘР О черктарҙа — С алауат Ю лаев о б р а з ы ...................................... Я ҙы усы лар яҙм аһ ы н д а Зәй н у л ла и ш а н .................................... Ә ҙип иж ады нда тарихи ш ә х е с т ә р ............................................... П уб ли ц и сти кала репр есси я ҡ о р б а н д ар ы .................................

72 76 80 94

ҺЫҒЫМТА.............................................................................................................. 108 ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ................................................................................ 114

122

Научное издание

Ю нусова Фирдаус Бариевна

ЖАНРОВЫЕ ОСОБЕННОСТИ СОВРЕМЕННОГО БАШКИРСКОГО ОЧЕРКА (1 9 8 0 -1 9 9 0 ) (на башкирском языке)

Редактор: Л.И. Имамбаева Технический редактор: М.М. Мустафин Компьютерная верстка: А Л . Гаделова

Подписано в печать 30.06.2014. Формат 60х841/ 16. Бумага офисная «Снегурочка». Гарнитура «Таймс». Печать на ризографе. Усл. печ.л. 7,2. Уч.-изд.л. 6,8. Тираж 200 экз. Заказ № 48 Издательство «Гилем» НИК «Башкирская энциклопедия» 450006, г. Уфа, ул. Революционная, 55. Тел.: (347) 250-06-72, 250-06-80, 273-05-93 gilem_anrb@ mail.ru, gilem@ bashenc.ru, pr@ bashenc.ru

Отпечатано на оборудовании издательства «Гилем» НИК «Башкирская энциклопедия» 450006, г. Уфа, ул. Революционная, 55. Тел.: (347) 250-06-72, 250-06-80, 273-05-93 gilem_anrb@ mail.ru, gilem@ bashenc.ru, pr@ bashenc.ru